Ҡаланың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Вәсилә апай Халиҡова Стәрлетамаҡта бынан 35 йыл элек “Башҡорт ҡунаҡханаһы” исемле тамаша үткәргән. Рухы ташып торған, әммә таш ҡалала “аҙашҡан” йәштәребеҙҙе бергә туплау йәһәтенән бынан да әһәмиәтлерәк сара булмағандыр ул саҡта. Артабан туған телендә аралашырға, күңел асырға ашҡынып торған егет-ҡыҙҙарыбыҙ “ҡунаҡханаларҙа” ғына түгел, дискотекаларҙа ла осраша башлаған. “Аулаҡ” тамашаларын да күптәр әле булһа һағынып иҫләй. Хәйер, бөгөн дә гөрләй башҡорт ритайымдары Стәрлетамаҡта. Мәҫәлән, Чкалов клубына йәштәребеҙ кесе йома һайын эркелеп йөрөй. “Башҡортstar” бейеү майҙанының төп хужаһы диджей БЕЙЕШ (Илнур Асаинов) менән ошо үҙенсәлекле сара, яңы сәнғәт күренеше – диджейлыҡ – хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.– Илнур, һиңә кем тип мөрәжәғәт итергә лә белмәй аптырап торам. Диджей тимме, әллә “Бейеш” тип кенә ебәрәйемме?
– Нисек булһа ла, яңылышмаҫһың. Һәр артистың сәхнә исеме булған кеүек, диджейҙарҙың да ҡушаматы бар. Мине ҡыҙҙар-егеттәр диджей Бейеш тип белә. Әлбиттә, исемде осраҡлы һайламаным, йәштәрҙең күңеленә нисек тә булһа халҡыбыҙҙың рухи мираҫын нығыраҡ һеңдереү ине ниәтем. Бейеш батыр, уның ҡылған изге ғәмәлдәре күптәргә мәғлүм түгел. Шуға исемемдең мәғәнәһе хаҡында һорашҡанда, кинәнеп, батырҙың яҙмышын бәйән итәм. Бынан тыш, “бейеш” тигән һүҙ бейеүҙе, хәрәкәтте күҙ алдына килтерә.
– Ярай, ике һүҙҙең береһенең осона сыҡтыҡ буғай. Бына диджей, яңылышмаһам, бейеү майҙанында көйләүсе. Хәйер, ниндәйҙер йырҙы үҙгәртеп, уға яңы һулыш индереүселәр ҙә шул уҡ атамаға эйә…
– Эйе, диджейҙар көйҙәрҙе лә эшкәртә, дискотекаларҙа йырҙарҙы урынлы итеп ҡуйыу менән дә мәшғүл.
– Илнур, мин, мәҫәлән, диджей була алыр инемме? Бер ҡыйынлығы ла юҡ һымаҡ – дәртләнеп киткән халыҡҡа ҡул аҫтындағы музыканы яңғыратып тик ултыраһың…
– Был тәү ҡарашҡа ғына шулай тойола. Дөрөҫөн әйткәндә, диджейлыҡ ижади һәләт талап итә, сөнки һин һәр көйҙөң, һәр ритм һәм нотаның асылына төшөнөргә тейешһең. Ниндәй йырҙы ҡасан ҡуйырға кәрәклеген алдан уҡ хәстәрләү шарт. Майҙанда бейегән халыҡтың да һулышын, кәйефен тойоу зарур. Бер нисә сәғәтлек дискотека өсөн аҙна буйы әҙерләнергә кәрәк.
– Ул саҡта сыҡмай икән минән диджей. Әйткәндәй, бына диджей, тамада һәм МС (master of ceremonies) бер-береһенән нимәһе менән айырыла?
– Тамада тигәс, тәү сиратта тамашаны алып барыусы күҙ алдына килеп баҫа. Осраҡлы түгел, әлбиттә. Беҙ уларҙы һөйләүсе, алып барыусы тип күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә диджей күберәк музыка, ундағы ритмдар менән эш итә. МС иһә дискотекаларҙа диджей һымаҡ шулай уҡ көйҙәр донъяһында йөҙә, әммә ул бәғзе башҡарыусыларҙың ижад өлгөләрен генә яңғыратып ҡалмай, үҙе яҙған йыр-көйҙәрҙе лә халыҡҡа сығара. Ябайлаштырып әйткәндә шулайыраҡ инде.
– Һиңә әле ни бары 25 йәш. Тағы утыҙ йылдан дискотекаларҙа бейеткән диджей Бейеште күрербеҙме? Ғөмүмән, диджейҙар хаҡлы ялға ҡасан сыға?
– Шәхсән үҙем йөрәктәге дәрт һүнгәнсе бейеү майҙаны уртаһында булырға хыялланам. Тик бына быуындар алмашынып тора бит, алдағы быуындың ниндәй көйгә бейергә теләүен аңламауым да ихтимал. Ул саҡта диджейлыҡтан китергә тура киләсәк.
– Ул саҡта нимә менән шөғөлләнәсәкһең?
– Нисек кенә булмаһын, юғары белемле инженермын да бит әле, бәлки, һөнәрем буйынса эшкә урынлашырмын йә башҡа төрлө бизнес өлкәһенә сумырмын. Дискотекаларҙан тыш башҡорт йырсыларының республика буйынса гастролдәрен ойошторам, был шөғөл дә йәш буйынса сикләүҙе талап итмәй.
– Илнур, һин төнө буйы дискотекаларҙа ҡыҙҙар араһында йөрөйһөң. Әлбиттә, был – һинең эш бурысың. Әйт әле шулай ҙа, килен көнләшмәйме һуң?
– Ошо шау-шыу араһында ҡайнай башлағанда өйләнмәгән инем. Тимәк, кәләшем ниндәй өлкәлә эшләгәнемде алдан күрә килде, алдан әҙер булды. Хәйер, мин бит күңел асырға тип бармайым – эшкә йөрөйөм. Шулай булғас, ҡатын эшкә йөрөгән ирен ҡыҙғанырға тейеш булып сығамы ни? Иретеп йәбештереүсенең – үҙ бурысы, диджейҙыҡы – башҡаса. Ғөмүмән, миңә атай булыу бәхетен бүләк иткән ҡатыным менән бер-беребеҙҙе аңлап, һөйөп-һөйөлөп йәшәйбеҙ.
– Белеүемсә, һин ойошторған дискотекаларға йәштәр күп йөрөй. Нимәһе менән ылыҡтыра тамашаң?
– Ҡалабыҙҙа бихисап ял һәм күңел асыу урындары бар. Тик һәр тамаша егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың зауығына тап килеп етмәй, күңелдәрен арбамай шул. Ғөмүмән, башҡорт бейеүсеһенең бейеү майҙанына ҡарашы үҙенсә бит ул. Беҙ бер урында һелкенеп-һикереп тороуҙы ғына үҙ итмәйбеҙ, мәҫәлән. Халыҡ әйтмешләй,
Тыпырҙатып бер баҫмағас,
Бейеү буламы ни ул?
Йөрәгеңде яндырмағас,
Һөйөү буламы ни ул?
Был йәһәттән бер дискотека ла үҙебеҙсә бейеүһеҙ үтмәй. Ниндәй генә ритмлы музыка ҡуйһаң да, ял итеүҙең, хушһыныуҙың иң юғары нөктәһенә етер өсөн мотлаҡ рәүештә ҡыҙҙар-егеттәрҙе тыпырҙаттырып алырға тура килә.
Бынан тыш, беҙҙең йәштәр бейеү менән генә хушһынып ҡалмай, уйындарҙы ла яҡын күрә. Ошо уйындарҙа күберәк халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен сағылдырған күренештәр буйынса һорауҙар бирергә тырышам.
Йәнә махсус ҡунаҡ тураһында ла телгә алмаҡсымын. Сираттағы һәр тамашаның үҙ ҡунағы була. Улар араһында йәштәребеҙ Фәнис Солтанғоловты, Сәғиҙулла Баййегетте лә күрҙе, Рөстәм Ғиззәтуллин, Радик Юлъяҡшин йырҙарына ла бейене. Ғөмүмән, дискотекала сығыш яһар өсөн мотлаҡ рәүештә башҡорт эстрадаһы йондоҙон саҡырам. Әйткәндәй, башҡа милләт дискотекалары йәки ниндәйҙер дөйөм тамашаларҙан айырмалы рәүештә башҡорт ритайымдарында мотлаҡ рәүештә сәхнә булырға тейеш. Был – милли тамашасы талабы, күрәһең. Күпме күҙәткәнем бар: йәштәр залға килеп инеү менән сәхнәне эҙләй башлай. Был күренешкә бер төрлө генә яуап бирәм: сәхнә – ул матурлыҡ өлгөһө, гүзәллек, күңел бөйөклөгөнөң юғары нөктәһе. Миңә ҡалһа, шулай булырға тейеш, һәр хәлдә. Тимәк, ғәмәлдә беҙ – матурлыҡҡа, күңел бөйөклөгөнә ынтылып йәшәүсе халыҡ. Иң мөһиме – йәштәребеҙҙә сағыла был.
Әлбиттә, ял итергә килеүсене ылыҡтырыу ысулдары күп. Милли күренештәрҙән тыш та ҡыҙыҡһындырырлыҡ саралар етерлек. Мәҫәлән, йәштәр “Бәйләнештә” сайтындағы тамашаға арналған төркөмдә һәр дискотеканан һуң ҡуйылған фотоотчеттан үҙҙәрен ҡарарға ярата. Ғөмүмән, матур дискотека үткәреү өсөн аҙна буйына йырҙар теҙмәһе генә эшләп ултырмайһың, бөтә яҡлап та әҙерлек бара.
– Һүҙ ҙә юҡ, бейеү майҙаны – ул тәү сиратта ял, күңел асыу урыны. Шулай ҙа бая зауыҡ хаҡында ла телгә алдың…
– Саф башҡортса яңғыраған йырҙар, милли мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүгә арналған конкурстар тураһында әйтеп үттек инде. Бынан тыш иғтибарҙы шуға йүнәлткем килә: Стәрлетамаҡта, Белоретта, Мәләүездә өс йыл рәттән үткәрелгән башҡорт дискотекаларында бихисап егет менән ҡыҙ танышып өйләнеште. Әйткәндәй, улар ғаилә ҡорғас та бергә ял итергә “Башҡортstar”ға йөрөй. Танышыу-ҡауышыу урыны барыбыҙ өсөн дә ҙур мәғәнәгә эйә бит. Иң мөһиме – саф башҡорт ғаиләләре барлыҡҡа килә!
– Нисек кенә булмаһын, башҡа тамашалар киске 7-8-ҙән 10-11-гә тиклем дауам иткәндә, һин үткәргән дискотекалар төнгө 11-ҙә саҡ башланып, таң атҡас ҡына тамамланып ҡуя. “Йәштәрҙе ҡотортаһың”, – тип тәнҡитләүҙәре лә ихтимал.
– Шулайын шулай, тик мәсьәләгә икенсе яҡтан бағайыҡ. Төнө буйы ял итергә, күңел асырға тип уйлаған (план ҡорған тиһәк тә булалыр) егет йәки ҡыҙ беҙҙең дискотекала бейер урынға ҡайҙа йөрөр ине? Урамдамы, ниндәйҙер билдәһеҙ фатирҙамы? Ошо йәһәттән уйлағанда, улар дискотекаға килеп 150-200 һум аҡсаһын түгә, әммә саф башҡортса тәртипле һәм хәүефһеҙ рәүештә ял итеп ҡайтып китә. Был насармы ни?..