Алматы тәьҫораттары29.04.2016
Алматы тәьҫораттары Яңыраҡ Ҡаҙағстандың элекке баш ҡалаһы, әле республиканың иң ҙур мәҙәни, иҡтисади үҙәге булған Алматы ҡалаһына барырға, ундағы Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙағстан милли университеты ойошторған “Йософ Баласағуни ижадының төрки халыҡтары мәҙәниәтенә индергән өлөшө” тигән халыҡ-ара ғилми-теоретик конференцияла ҡатнашырға насип итте.

Донъяла танылған мәш­һүр ғалим Әл-Фарабиға ар­налған уҡыуҙар барышында икенсе көн юғары уҡыу йортоноң конференц-залында конференция асылды. Сара башланыр алдынан университет менән танышып сыҡтыҡ. Ҡаҙағстандың иң өлкән уҡыу йорттарының береһе булған универ­си­теттың төп корпусы заманса йыһазлан­дырылған ҙур би­на­ларҙа урынлашҡан. Бын­дағы Студенттар һарайы күләме буйынса ҡалалағы икенсе мәҙәниәт һарайы икән. Уға яҡын Әл-Фараби һәйкәле янында сит өлкә­ләр­ҙән килгән ғалимдар менән бергәләшеп фотоға төштөк.
Китапхана дүрт ҡатлы айырым бинала урын­лаш­ҡан. Беренсе ҡатта китап яҙып ултырған Әл-Фараби һәйкәле тора. Ошонда уҡ шәхестең музейы ла бар. Унда ингәс тә ишек янын­дағы стендта – зауыҡ менән биҙәп эшләнгән ҡыл-ҡумыҙ. Музейҙа эшләүсе апай, Башҡортостандан килеүем­де белгәс: “Был музыка ҡоралын баш­ҡорттар ҡыл-ҡумыҙ тиҙәр”, – тип, минән алда яҡташ ғалимдарҙың булыуын әйтте. Ысынлап та, конференцияла ҡатна­шыусылар беҙҙәге фән торошо, үҙҙәренә таныш ға­лим­дарҙың хәлдәре, яңы тикшеренеүҙәр тураһында ҡыҙыҡһынып һорашты. Раил Кузеев менән Мәскәүҙә аспирантурала уҡыған тарих фәндәре докторы Вәхит Шалекеновтың сығышын тыңларға, танышырға насип булды.
Ғилми сара танылған төрки шағиры Йософ Бала­сағуниҙың тыуыуына мең йыл тулыу айҡанлы үткә­рел­де. Ойоштороусы уни­верситеттың ректоры Ғәлим Мутанов алып барған пленар ултырышта Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркиә консуллыҡ­тарының вәкил­дәре, Төрки халыҡтары мәҙәниәте ойошмаһы Генераль секретары Дүсән Касеинов телмәр тотто. Док­ладтар менән Ҡырғыҙстан Милли академияһы вице-президенты, академик Абдылдажан Әхмәталиев, заманында мәшһүр телсебеҙ Ишмөхәмәт Ғәләүет­динов­тан Анкара университетында башҡорт теленән дәрес­тәр алған, әлеге көндә Гази университетының Төркиәт үҙәге мөдире булып эшләгән Һүлиә Касапоглу Ченгел (Төркиә), юғарыла телгә алынған тарихсы Вәхит Шалекенов һәм мин сығыш яһаныҡ. Телмәрем Йософ Баласағуниҙың Әхмәтзәки Вәлиди тарафынан 1913 йыл­да Фирғәнә өлкәһендәге Наманган ҡалаһында та­былған “Ҡотодғу белек” поэмаһының нөсхәһе тура­һында булды. Билдәле булыуынса, төркисә яҙылған ҙур күләмле шиғри әҫәрҙең өс нөсхәһе генә һаҡланған. Шуларҙың береһен тәү тапҡыр ғилми донъяға танытыу бәхете арҙаҡлы яҡташыбыҙ Ә. Вәлидигә насип булған. Был – уның йәш сағындағы тырышып баш­ҡарған уңышлы ғилми тикшеренеүҙәренең бер генә һөҙөмтәһе.
Секция ултырышында Йософ Баласа­ғуниҙың әҫә­ренә, эшмәкәрлегенә, уның теленә, поэмала күтәрелгән мәсьәләләргә бағышланған әһәмиәтле тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән таныш­тыҡ. Филология фәндәре кандидаты, ТӨРКСОЙ ка­фед­раһы мөдире Асҡар Турғанбаев етәкселегендәге ултырыш Көнсығышты өй­рәнеү факультетында булды. Сара тамамланғандан һуң факультеттың музейы, эшмәкәрлеге менән таныш­тыҡ.
Ҡатнашыусыларға иҫтә­лек өсөн “Фараби һәм хә­ҙерге заман” баҫмаһын, Олжас Сөләймәновтың шиғыр­ҙар китабын бүләк иттеләр. Тәүге йыйынтыҡ ҡаҙаҡса ине. Икенсеһе иһә – мәшһүр шағирҙың төрлө төрки тел­дәргә тәржемә ителгән әҫәр­ҙәрен йыйып, матур итеп баҫылған китап. Уны Малик Отарбаев төҙөгән. Яңыраҡ Төркиәлә донъя күргән был йыйынтыҡтың башҡортса өлөшө лә бар. Унда әҙәбиә­тебеҙҙең Ғәлим Дәүләтов, Әнғәм Атнабаев кеүек бик танылған оло быуын шағир­ҙары, әлеге әүҙем ижад итеүсе Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Гөлнара Хәл­фетдиноваларҙың тәрже­мәләре баҫылған.
Конференция төрлө өлкә­ләрҙә башҡа­рылған тикше­ренеүҙәр тураһында фекер уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе. Уның барышында тиҫтәләрсә йыл элек ошондай сараларҙа танышҡан ғалимдарҙың тел­мәрен тың­ларға, аралашырға насип булды. Гүзәл Алматы ҡала­һында яҡынса көн ярым булыуыма ҡарамаҫтан, студент сағымда 1991 йылда Омск ҡалаһында үткән йәш тикшеренеүселәр конферен­цияһында та­нышҡан, оҙаҡ йылдар хатлашҡан, китаптар алышҡан өлкән ғалим, дуҫым Әнүәр Ғәлиев менән тағы бер күрешеп һөйлә­шергә насип итеүенә лә үтә ныҡ ҡыуандым. Ҡаҙағстанда оҙаҡ йылдар эшләп, Өфөгә ҡайтҡан мәрхүм Рәмил Исмәғилевте коллегалары менән бергә иҫкә алдыҡ.
Фәһемле конференциянан ҡайтҡас, ойоштороу комитеты ағзаларын, Көнсы­ғышты өйрәнеү факультеты, Төркиәт ка­фед­раһы хеҙмәт­кәрҙәрен ғилми бәйләнеш­тәрҙе нығытыуҙары, тәжрибә уртаҡлашыу сараһын ойош­тороуҙары өсөн ихтирам менән иҫкә алам.

Әхәт СӘЛИХОВ, тарих фәндәре
кандидаты.



Вернуться назад