Өммәткә – ҡеүәт29.04.2016
Мәғлүм булыуынса, 17 – 26 апрелдә Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге колледжда мосолман белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре курс үткәйне. Унда республиканан 50 имам ғилемен камиллаштырҙы. Танытмалар тантаналы рәүештә тапшырылды.


Сараға йыйылған мосолман руханиҙары алдында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар, Әл-Әзһәр халыҡ-ара Ислам университеты уҡытыусылары лекция менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, уларҙың ҡайһы берҙәре М. Солтанова исемендәге колледжда белем бирә.
Танытма алған имамдарҙы шулай уҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин да тәбрикләп, уларға уңышлы эшмәкәрлек, дин мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт итеүҙәрен теләне. Мөфтиәт етәксеһе курсты ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм әлеге имамдар араһында теология фәндәре кандидаттары, докторҙары үҫеп сығырына ҙур ышаныс белдерҙе.
Дин белгестәре бөгөнгө йәмғиәтте тәрбиәләүгә тос өлөш индерергә тейеш. Айырыуса йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыу мөһим. Тантанала колледж директоры Илдар Малахов ошо хаҡта йәнә бер ҡат иҫкә төшөрҙө.
– Ауылдарҙағы имамдар айырыуса әүҙем булырға тейеш, – тине ул. – Урындарҙа йәштәргә йүнәлеш бирергә, урта һәм һөнәри дини мәғариф учреждениелары хаҡында даими мәғлүмәт бирергә, уҡырға ебәреүгә булышлыҡ күрһәтергә кәрәк.
Тантанала имам-хатиптар ҙа сығыш яһап, курсты ойош­тороусыларға, уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе.
– Дәрестәр бик йөкмәткеле үтте, – тине улар. – Алған ғилемебеҙ, һис шикһеҙ, эшебеҙҙә төп йүнәлеш буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ошолай төрлө райондарҙан, ҡалаларҙан бергә тупланыуҙың бер фекерле, уртаҡ маҡсатҡа ынтылған мосолман өммәтен нығытыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.




Вернуться назад