Дүрт сутыйлылар ирекле30.04.2016
Өфө ҡала Советы депутаттары баҡсасыларҙың льготалы категорияларын дүрт сутый ер өсөн һалым түләүҙән азат итергә ҡарар ҡылды.
Ташлама ер майҙанын хосусилаштырыу мөмкинлеге булмаған һәм дөйөм нигеҙҙәге льготаларҙан файҙалана алмаған кешеләргә ҡағыла. Әле Өфө биләмәһендә ошондай 21 баҡсасылыҡ ширҡәте бар. Уларҙың ағзалары теге йәки был сәбәп (ерҙәренең санитария йәки һыу һаҡлау зонаһында, ҡала урмандары сигендә урынлашыуы, муниципаль ихтыяж өсөн резервҡа һалыныуы) арҡаһында баҡсаһын хосусилаштыра алмай.
Ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорап, депутаттарға күп тапҡыр мөрәжәғәт итте халыҡ. Хәҙер баҡсасылар 400 квадрат метр ергә һалым түләүҙән азат ителә. Әгәр ҙә баҡса участкаһы ҙурыраҡ икән, һалым ошо льготалы майҙандан артҡан ер өсөн генә һалына.
Ҡала Советы депутаты Павел Васильев әйтеүенсә, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, хеҙмәт, хәрби хеҙмәт ветерандары, инвалид балалы ғаиләләр, етемдәр, ишле ғаиләләр файҙалана ала был мөмкинлектән. Участкаларын хосусилаштыра алған баҡсасыларҙың льготалы категориялары өсөн ундай хоҡуҡ 2005 йылда ғәмәлгә индерелгән.