Сит илдә уҡырға теләһәң...29.04.2016
Сер түгел: бөгөн сәнәғәттең һәр тармағында белгестәргә ҡытлыҡ ҙур. Өфөнөң Шакша биҫтәһендә урынлашҡан “Башҡортостан Кроношпаны”нда ла шулай. Тап ошо бушлыҡты тултырыу ниәтендә предприятие “Кроношпан” фонды менән берлектә хәйриә проекты ойоштороп, баш ҡаланың туғыҙ мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе.

Фонд вәкиле Тина Кайндл белдереүенсә, әлеге акция – тормошҡа яраҡлаша алған, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаған йәштәр өсөн бик уңайлы форсат. Әл­биттә, “Кроношпан”ға эшкә инеү өсөн яҡшы уҡыу, инглиз телен камил белеү мотлаҡ. Йәнә ойоштороу һәләтенә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуға, кеше менән аралаша белеүгә өҫтөнлөк бирелә.
Иң лайыҡлы кандидаттарҙы һайлап алғас, улар менән тағы шәхсән осрашыу үткәрелә. Бәхетлеләр сит илдәрҙә бушлай белем алыу мөмкинлегенә өлгәшәсәк, юл сығымдары ла – предприятие иҫәбенән.
Тәүге курстан уҡ ойошмала практика үтеү, һуңынан эшкә урынлаштырыу ҡаралған.


Вернуться назад