Ауыл хужалығына тос ярҙам29.04.2016
Ауыл хужалығы ерҙәрен мелиорациялауҙы үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан республикабыҙ 30 миллион 82 мең һум субсидия аласаҡ.
Аҡса ауыл хужалығы етештереүселәре башҡарған эштәргә тотоноласаҡ. Субсидияның 16 571 мең һумын – гидромелиорация, 12 229 меңен – агро һәм урман мелиорацияһы, фитомелиорация, 1 212 мең һумын культура-техник сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеү күҙаллана. Әйткәндәй, 2142,09 миллион һумлыҡ субсидия 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән Ауыл хужалығын үҫтереүҙең һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләүҙең дәүләт программаһына ярашлы илдең 52 төбәге араһында бүленәсәк.