Балаларҙың ялын хәстәрләп29.04.2016
Быйыл ауыр хәлгә тарыған балаларҙың ялын ойоштороуға һәм уларҙы һауыҡтырыуға бәйле сараларҙы финанс йәһәтенән тәьмин итеүгә федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға 85 872,4 мең һум бюджет-ара трансферт бүленде.

Ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында донъя күргән. 4,6 миллиард һумлыҡ трансферттарҙы 81 төбәк ҡаҙнаһына бүлгәндәр. Был аҡса 200 мең бала өсөн путевкалар, ял урынына барыу һәм ҡайтыу хаҡын түләүгә тотоноласаҡ.


Вернуться назад