Чернобылселәргә – фатир асҡыстары29.04.2016
Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ватандаштарыбыҙға фатир һатып алыу өсөн ярҙам йөҙөнән быйыл республика ҡаҙнаһынан 30,5 миллион һум аҡса бүленгән.

Әлеге мәлдә 18 торлаҡ сертификаты район хакимиәттәренә тапшырылған. Быйыл торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисереүсе булараҡ 2013 йылда ғариза яҙғандарҙың сираты икән. Ғөмүмән, һуңғы дүрт йылда 327 чернобылсе яҡташыбыҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.


Вернуться назад