“Тамыр” саҡыра27.04.2016
Рәсәй киноһы йылында “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы үҙенсәлекле тамашаға саҡыра. Теләге булған һәр кеше киноның нисек төшөрөлөүен күреү генә түгел, унда ҡатнаша ла ала. Балалар өсөн ҙур байрам бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторола.
Сараға саҡырып ҡыңғырау шылтырау менән балаларҙан торған кино төшөрөү төркөмө эшен башлаясаҡ.
– Беҙҙең операторға – 12, сценарий авторына – 6, тауыш режиссерына 5 йәш. Тик әлегә “Мотор!” тип ҡысҡырырға кеше юҡ. Режиссер вазифаһы өсөн көрәш бара. Был йәһәттән өлкәндәрҙең ярҙамына өмөт итәбеҙ, – ти байрамды ойоштороусылар.
Кино төшөрөүҙә балаларҙың барыһына ла яҡшы таныш режиссер Айнур Асҡаров, республикала тәүге һыу аҫты фильмын төшөргән билдәле оператор Рияз Исхаҡов, “Шыршы” (“Елки”) фильмынан популяр актер Сергей Друзьяк ярҙамға киләсәк. Үҙенсәлекле сарала телеканалдағы тапшырыуҙарҙы алып барыусылар, “Тамыр” студияһының йәш йырсылары, “Сулпылар” республика телевизион конкурсында еңеүселәр, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың “Таланттар йондоҙлоғо” асыҡ конкурсы лауреаттары, “Бейеү класы”, “Бейеү формулаһы”, “Йондоҙло экспресс” коллективтары ҡатнаша. “Тамыр”ҙағы әкиәттәрҙән йырҙар яңғыраясаҡ. Вокаль студияһына йөрөүселәр менән бергә “Ҙур сумаҙан”дан Руслан Фаршатов, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Руслан Ғайсаров, Сабина Кучаева, Илнур Рамаҙанов, телеканалдың алып барыусылары Асия Шахмина, Ләйсән Мәзитова, Фәрхәт Ғәйнетдинов сығыш яһаясаҡ.
Әкиәт донъяһына сәйәхәт, күңелле уйындар менән һуғарылған байрам барыһының да күңеленә хуш килер, моғайын. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡтың “Стерх” икмәк комбинаты балаларға татлы ризыҡтар, “Тамыр”ҙың йомарт дуҫы “Румикс” ғилми-етештереү берекмәһе йәш артистарға бүләктәр әҙерләй.