Һуңлаған үкенес27.04.2016
Һуңлаған үкенес Халиҡ ҡарт һуңғы осорҙа китап уҡырға әүәҫләнеп китте. Ятһа ла, торһа ла ҡулында – китап, хатта ашарға ултырғанда ла уҡый ул. Ҡарсығы тәүҙә өндәшеп ҡарағайны, һуңынан ҡартайған һайын еңмешләнгән хәләленә ҡаршы килмәне.


Күп балалы татыу ғаиләлә үҫкән Мәҙинә әбей тауыш-тынһыҙ сәй эсеүҙе йәштән мөрхәтһенмәне. Бер-береңә ҡарата ҡылған игелек, бешергән ризыҡ өсөн рәхмәт әйтеү, кәңәш-төңәш итеү, һис юғында оҙон көн буйы күрешмәгәндән һуң яйлап һөйләшеп ултырыу сараһы һымаҡ күрә ине аш мәлдәрен. Бигерәк тә тәмле-татлы бешереп, киске табынды көтөп ала. Унда бөтә ғаиләһе – биш улы, ире түңәрәк өҫтәл янына йыйыла. Эштә арыған кешене маҙаһыҙламаһындар тип, бәләкәй саҡтарында балаларын атайҙары ҡайтҡансы ашатып ҡуйыр ине. Һуңғараҡ, үҙҙәре ҡалаҡ тота башлағас, бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килгән улдарын үҙҙәре менән бергә ултыртты. Тик ниңәлер Мәҙинә теләгәнсә һөйләшеп, береһенән-береһе алсағыраҡ уландары менән күңелле итеп гәпләшеп ултырырға насип булманы. Балалар баҡсаһында, мәктәптә күргән-ишеткәндәрен, көнө буйы алған тәьҫораттарын һөйләй башлаһалар, атайҙары тыңлау түгел, оторо ярһып, ауыҙҙарын ябып ҡуйыр ине. Уларҙың артыҡ иркә, телдәр булыуына ҡатынына ризаһыҙлыҡ белдерҙе, ҡайһы берҙә хатта ҡулындағы ҡалағын өҫтәлгә бәреп тороп китер ине.
Мәҙинә – түҙемле, аҡыллы ҡатын. Балаларын, атайҙарының ныҡ арып ҡайтыуын сәбәп итеп, бәләкәй саҡтағы кеүек алдан ашатырға күнегеп китте. Тик Халиҡ, ҡатыны менән икәүҙән-икәү генә ҡалһа ла, ҡәнәғәтлек кисермәне, йөҙөн сирып, үсеккән бала кеүек өнһөҙ-тынһыҙ ашауын дауам итте. Туйғас, ауыҙы эсенән нимәлер мөңгөрләй ҙә тороп китә, әллә шулай үҙенсә “әпәр” итә, әллә ҡатынына тәмле аш менән һыйлағаны өсөн рәхмәт әйтә. Мәҙинә уны ҡартайғансы аңламаны.
Хаҡлы ялға сығыуына тиҫтә йылдан ашыу үтте инде. Йәштән бер ҡыҙыҡһыныуы ла, яратҡан шөғөлө лә булмағас, тәүҙә Халиҡ үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыраны. Күршеһенә эйәреп балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөгән булды. Әммә уға тигәне, гел генә уның емен урап үтеп, күршеһенә эләгеүенә сыҙар хәле ҡалмағас, тиҙҙән был мауығыуын да ташланы. Баҡсасылыҡҡа ла барымы юҡ, был эште баштан уҡ тулыһынса Мәҙинәһенә, улдарына тапшырған. Шуға ла ҡартайған көнөндә белмәгәненә ҡыҫылырға теләмәне.
Ауылға ҡайтып, туған-тыумасаһы араһында булырға, көс-кәре булып та, уларға хужалыҡ эшендә ярҙам итергә атлығып торманы. Йылына бер тапҡыр һөнәри байрамдары көнөндә мөҙҙәтле ялға киткән эш урынына барып килә лә халыҡ араһына ла сыҡмай. Ҡатыны менән парлашып йәки ғаилә менән концерт-маҙарға ла йөрөргә, сәйәхәт итергә лә яратманы.
Шулай, хаҡлы ялының бер нисә йылы диванда ҡырын ятып, телевизор ҡарап үтте. Һуңғы йылдарҙа ғына нисәмә йыл үҙ уҡыусыһын көткән китаптарға иғтибар итте. Өйөндә етерлек улар, йәштән уҡыһа-уҡымаһа ла йыйғайны. Бигерәк тә матур биҙәлешлеләренә иҫе китте. Ундай осраҡта авторына ла, жанрына ла ҡарамай алыр ҙа, китап шкафының иң күренгән урынына ҡуйып, һоҡланыр ине. Китаптар араһында бите бер тапҡыр ҙа асылмағандары ла юҡ түгелдер, сөнки уҡырға форсаты ла булманы, яратманы ла, бушҡа ваҡыт үткәреү кеүек ҡабул итте. Хәҙер иһә бына бер нисә йыл инде китап уҡып йоҡоһонан да, ашынан да яҙыр хәлгә килде.
Күптән түгел уның ҡулына “Батшаларға бүләк” тигән баҫма, йәғни урта быуаттағы әхлаҡи васыяттар йыйылмаһы, эләкте. Уны, әлбиттә, ҡасан, ҡайҙан алғанын иҫләмәй ҙә, кәштәгә нисек эләккәнен дә онотҡан.
Һәр юлын йотлоғоп уҡыны ул. Бер бүлеген тамамлай ҙа, бөгөнгө күҙлектән сығып, төрлөсә фекерләй, анализлай, сағыштыра. Уларҙың һәр береһенең ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булыуын, һәр ҡайһыһында ҙур аҡыл-хазина һаҡланыуын, уҡыған һайын зиһене артыуын тоя. Фәҡәт батшаларға ғына ҡағылған этика нормалары түгел икән ул. Дөйөм кешелектең әхлаҡи ҡағиҙәләре йыйылған.
Нисә ҡат уҡып сыҡҡандыр Халиҡ, иллә-мәгәр һәр бүлекте ятлап тигәндәй алды, үҙенең тормошон күҙ алдына килтерҙе. Дөрөҫ йәшәмәгән ул! Их, был яҙмалар ҡулына саҡ ҡына алданыраҡ эләкһәме – белер ине нисек йәшәргә, эшләргә! Ғүмер буйы эш тип ғаиләһен ҡайғыртманы, хеҙмәт урынында иһә балалары күп булыуға һылтанып, балалар баҡсаһынамы, мәктәпкәме йыйылышҡа, конференцияға барыуҙы сәбәп итеп, башҡаларҙан алданыраҡ ысҡынырға тырышты. Ә үҙе ҡайһыһы нисәнсе класта уҡығанын да белмәне. Ярай, нисек тә буй еткерҙеләр, өйләнеп, үҙаллы тормош юлына баҫтылар. Әле булһа проблемаларын Халиҡ ҡарт менән уртаҡлашмай улар. Аҡса, кәңәш, ярҙам һорамайҙар тип, быға тиклем ҡыуана ғына ине. Бөгөн килеп уларҙың тормошонда уның өсөн урын юҡ икәнлеген аңланы.
“Дүрт нәмә дүрт нәмәне тыуҙыра: тиҫкәрелек – хурлыҡты, асыу – үкенеүҙе, яман теллелек – дошманлыҡты, ялҡаулыҡ – ауыр яҙмышты” тигән бүлекте уҡығас, тороп уҡып китте ҡарт. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр яҙылған, тип уйланы. Береһенә лә баш бирмәйем тип, эшендә лә, өйөндә лә күпме тиҫкәреләнде ул. Нимәгә иреште һуң? Әсе теле менән күршеләрен, хеҙмәттәштәрен генә түгел, иң яҡын кешеләрен – ҡарсығын, улдарын, туғандарын үҙенән биҙҙерҙе, ситләтте. Уларға яҡты йөҙ күрһәтеүҙе, йылы һүҙ әйтеүҙе кәмһенеү, түбәнһенеү кеүек күрҙе ул. Асыуын теҙгенләй алмай, эргә-тирәһендәгеләрҙе күп тапҡыр үҙенә ҡаршы ҡуйҙы, шуның өсөн аҙаҡ күпме үкенде, әммә юҡҡа рәнйеткәне, яңылышҡаны өсөн ғәфү үтенергә теләмәне, ғөмүмән, был уй башына ла инеп сыҡманы.
Ялҡаулыҡ ауыр яҙмышҡа илтә. Ялҡау тип һанамаһа ла үҙен, Халиҡ ҡарт артыҡ эшләргә яратманы. Эшендә үҙенә йөкмәтелгәнде, әлбиттә, еренә еткереп үтәне, әммә арттырып, күберәк башҡарырға атлығып торманы. Янындағыларға ла ярҙам итергә ашыҡманы, ҙур коллектив булһа ла, шәхсән үҙен генә ҡайғыртты. Шуға хеҙмәттәштәренең береһе лә уның менән “разведкаға барырға” риза булмаҫ ине.
Халиҡ көҙгө алдына килде лә йөҙөнә текәлде. Бер нөктәгә төбәлеп оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, күҙ йәшенә ирек бирҙе, тирә-яҡ ҡараңғыланып киткәндәй тойолдо. Ғүмер буйы күҙ ҡарашы менән ҡурҡытып тотҡан ҡарсығының, уландарының күҙенә тура ҡарай алмағанын аңланы ул...




Вернуться назад