“Ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡсатлы программаһын тормошҡа ашыра башлағандан бирле Рәсәйҙә ауыл кешеләре өсөн 15,6 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән йәки һатып алынған. Шуларҙың 4,4 миллион “квадраты” йәш ғаиләләр менән белгестәргә бирелгән.
— 2003 йылдан башлап атап үтелгән программаға ярашлы 232,5 мең ауыл кешеһе, шул иҫәптән 74,5 мең йәш ғаилә һәм белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, — тине Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Петриков.
Уның әйтеүенсә, инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереү сараларына ярашлы, 2003 йылдан алып 2011 йылға тиклем Рәсәйҙә 54 мең километрҙан ашыу газ бүлеү селтәре сафҡа индерелгән.
Бынан тыш, программаны бойомға ашырыу барышында Рәсәйҙең ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү 54 процентҡа еткән. 2002 йылда был күрһәткес ил буйынса 40,7 процент ине.
Галина БАХШИЕВА.