Белмәй ҙә ҡалдым. Кейәүгә биргәндәр...27.04.2016
Вәт, килде бит заман! Бөтә тормошоң миллиондарҙың күҙ алдында, шәхсән мәғлүмәтең ус төбөндәгеләй күренеп тора. Урамда эскәмйәләге әбейҙәрҙе йәки телефондан ғәйбәт тыңлау ҙа кәрәкмәй – ҡул аҫтында Интернет ҡына булһын. Ярай ҙа был һиңә зыян килтермәһә...


Әйләнә-тирәгеҙгә күҙ һалығыҙ әле, социаль селтәрҙәрҙә шәхсән Интернет-бите, үҙенең кеҫә телефоны булмаған кешеләр һирәк булһа ла осрап тора. Юҡ, был хеҙмәттәр кәрәк­мәгәндән түгел, ә ҡурҡышынан шулай эшләй улар. Сөнки бөгөнгө көн технологиялары уңайлы шарттар ғына вәғәҙә итмәй, ә хәүеф менән дә янай.
Ярай инде, оло йәштәге өләсәй-олатайҙар пенсияһын банк картаһына күсертмәй өйгә алдыра, сымһыҙ телефон хеҙмәтенә мохтаж түгел тигән­дәй, виртуаль аралашыуға ҡарағанда бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөүҙе хуп күрә. Ә бына урта йәштәге һәм бала-үҫмерҙәрҙең тормошо торған һайын электрон әйберҙәргә ныҡлы бәйләнә бара.
Ҡайҙа булһа ла, дауаханамы, банкмы, башҡа дәүләт учреждениеһымы, бөтә урында ла шәхсән мәғлүмәтте һаҡлау тураһындағы законға һыл­танып, һәр кемдән ҡултамға алалар. Йәнәһе, уларҙы һинең ризалығың менән генә файҙаланасаҡтар. Әммә рөхсәт һораһалар ҙа, был талап ҡәтғи, мотлаҡ тиерлек. Ҡултамғаңды ҡуйма­һаң, һиңә хеҙмәт тә күрһәтмәйәсәктәр. Ә хәҙер барлыҡ документ электрон вариантта тупланғас, виртуаль сел­тәрҙә уға асҡыс ярата белгән мут­лашыусыларға кәрәк мәғлүмәтте белеү, дөйөм файҙаланыуға сығарыу бер ни тормай. Ҡайһы бер нәфселе әҙәмдәрҙең уны һатып та ебәреүе мөмкин. Шунан һинең турала бөтә донъяға билдәле булыуы бар. Әйтеп ҡара, эҙләп ҡара хәбәрҙе кем таратҡанын! Үҙең “ризалыҡ бирҙең” бит...
Эш хаҡыбыҙҙың банк картаһына күсеүе лә хәүефһеҙ түгел. Етмәһә, банк хеҙмәткәрҙәре уны көсләп тигәндәй “Мобиль банк” хеҙмәтенә тоташтырып ҡуя. Интернетта шул шәхсән кабинетыңа инһәң, бөтә аҡса иҫәп­тәрең күренеп тора. Шунан ғына төрлө түләмдәрҙе, кемгәлер аҡса күсерә алаһың. Уңайлы, әлбиттә. Ләкин мутлашыусылар йоҡлап ятмай. Яңыраҡ бер хеҙмәттәшемдең шулай алты мең һумын сәлдерҙеләр. Быны асыҡлауҙы үтенеп, банктың хәүефһеҙлек хеҙ­мәтенә ғариза яҙһа ла, күңелен йыуатырлыҡ, өмөтләндергес яуап бирмәгәндәр.
Ә Интернет киңлегендә һинең фоторәсемдәреңде, телефон һан­дарын һәм башҡа шәхсән мәғлүмә­теңде ҡулланып, төрлө шикле эшмә­кәрлек алып барыусылар һуң?! Дуҫтар менән осрашыуҙарға, сәйәхәттәргә йөрөр өсөн виртуаль донъяла фекер­ҙәштәр төркөмө төҙөгәс, унда беҙгә бығаса таныш түгел күптәр ҡушылырға теләне. Фейк, йәғни алдаҡсы кеше булмаһын тип, дәғүәселәрҙе тикшереп алырға һөйләшкәйнек. Һәүетемсә генә аралашабыҙ, әммә ниңәлер мәғлүмәт ситкә тарала башланы. Исемлектә гел ышаныслылар ғына кеүек. Ахыры, бер ҡыҙ шик аҫтына алынды. Үҙенең Интернет-битендә Стәрлетамаҡтанмын тип белдергән, фоторәсемдәре лә, дуҫтары ла күп кенә. Шуныһы һиҫкән­дерҙе: бер танышыу сайтына йыш инә, унда бик иркен аралаша. Һәр бер мутлашыусыға ла ҡапҡан ҡуйырға мөмкин – уның фотоларын Интернетта эҙләүгә сығарҙыҡ. Баҡһаң, рәсемдәге ысын ҡыҙ күрше республикала йәшәй, был “игеҙәге” тураһында бер ни ҙә белмәй! Мутлашҡан иптә­шебеҙ уның фотоларын урлап, үҙенә Интернет-бит асҡан икән. Һөҙөмтәлә теге ҡыҙҙың шәхесе бысратылды...
Уларҙың үҙ-ара аңлашыуҙары ни менән тамамланғандыр, ҡыҙыҡһын­маныҡ. Әммә бындай “шаяртыуҙар” иң ҡурҡынысы түгел икән. Виртуаль селтәрҙә Рәсәйгә килгән сит ил кешеләренә беҙҙә гражданлыҡ алырға ярҙам итеү тураһындағы иғландар күбәйҙе. Хаҡы, төбәгенә ҡарап, 10 мең­дән йөҙҙәрсә мең һумға тиклем тора, сумманы бүлеп-бүлеп түләргә лә мөмкин. Ә гражданлыҡ алыуҙың иң еңел юлы ниндәй? Дөрөҫ, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнеү.
Билдәле, бындай ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеүҙәр элек тә осраны. Тик был юлы бөтә табыш мутлашыу­сылар кеҫәһенә инеп ята, сөнки... бахыр ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең ниндәй­ҙер үзбәккә “кейәүгә сыҡҡанын” белмәй ҙә ҡала! Мәҫәлән, Владивосток ҡала­һында шундай бысраҡ эштә ҡатнашҡан ЗАГС начальнигын хөкөмгә тарттыр­ҙылар хатта.
Шулай итеп, виртуаль донъяла “эшлекле никах” менән дә алыш-биреш итеү сәскә ата. Һаҡ булығыҙ: үҙегеҙгә әйтмәйенсә генә һеҙҙе өйләндереп тә ҡуйыуҙары бар...




Вернуться назад