Урында тикшереү яҡшы27.04.2016
Шишмә районының Тәпәреш ауылында Һаулыҡ көнө үтте. Сараны район хакимиәте, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һәм “Аҡтау” социаль адаптация үҙәге ойошторҙо. Ауылға юғары квалификациялы табиптар килде.

Шишмәлә бындай сара үткәреү матур йолаға әүерелгән. Былтыр, мәҫәлән, табиптар райондың үҙәк дауаханаһында ҡабул итһә, быйыл киреһенсә, ауыл халҡына урында медицина ярҙамы күрһәтергә булғандар. Оло йәштәгеләр бындай мөмкин­леккә айырыуса ҡыуанған.
“Аҡтау” социаль адаптация үҙәге пациенттарының күбеһе – ауыр тормош хәленә юлығыусылар. Унда башлыса алкоголгә һәм наркотикка бәйлелектән, уйын ҡомарынан дауаланалар. Был пациенттарҙың эске органдарын тикшереү мөһим, сөнки наркотик ҡулланған кешеләр йөрәк клапандарының эшлектән сығыуы менән яфалана. Патологияны башланған сағында уҡ дауалай башлау яҡшыраҡ. Алкоголизм шулай уҡ йөрәк ауырыу­ҙарына, инфарктҡа килтерә. Шуға ла бөтөн пациенттарҙы ЭКГ аппараты ярҙамында тикшергәндәр. Һаулыҡ көнөнә килеүселәр бындай саралар даими рәүештә үткәрелеп торһон ине тигән теләк белдергән.


Вернуться назад