Мәргән уҡсы ғәскәргә тиң27.04.2016
Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса семинар, июлдә Ғафури районында ойоштороласаҡ “Мәргән уҡсы” фестиваленең беренсе туры үтте.
– Был спорт төрөн киң йәйелдереү маҡсатын күҙ уңында тотҡан ҙур сара республикабыҙҙа беренсе тапҡыр уҙғарыла, – тине “Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе урынбаҫары Юлай Ғәлиуллин. – Фестивалдең йәш быуын күңелендә милләтенә, тыуған еренә, тарихына ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, милли спорт төрөн тергеҙеү йәһәтенән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Семинарҙың тәүге яртыһында хәрби-тарихи клуб ағзалары, реконструкторҙар уҡ-һаҙаҡтың төрҙәре хаҡында һөйләне, уларға бәйле легенда-хикәйәттәрҙе бәйән итте. Артабан ҡорамалдарҙы дөрөҫ ҡулланыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙылар. Сараның ғәмәли өлөшөндә иһә теләгән һәр кем мәктәптең спорт залында мәргәнлеген һынап ҡараны.
Ҡатнашыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре, алыҫ райондарҙан, Орск ҡалаһынан килгәндәр булды. Сарала “Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов халыҡты тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, рухи ҡиммәттәрен өйрәнеүҙә әүҙемерәк булырға саҡырҙы.