Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте13.03.2012
Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары менән машиналар эшләү өлкәһендәге уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Благовещен арматура заводының фрезерлаусыһы Киселев Анатолий Николаевичҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде;
фән үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Өфө ғилми үҙәгенең Геология институты директоры Пучков Виктор Николаевич II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районының “Ышаныс” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге директоры Мырҙаханова Роза Николаевна, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Туймазы районы һәм ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының Шаран районындағы бүлеге начальнигы Яковлев Леонид Васильевич, Балаҡатай районының Яңыбай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ғәлимов Рауил Мөхәмәтрәхим улы, Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гәрәев Рәзиф Әҙһәм улы, Башҡортостан Республикаһы Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығының Стәрлетамаҡ районы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы Дәүләткирәева Гүзәл Рәйес ҡыҙы, Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы Махсус элемтә һәм мәғлүмәт үҙәге начальнигы урынбаҫары, баш инженер Каташов Алексей Владимирович, Бөрө районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Перепечай Ольга Алексеевна, Ҡалтасы район Советы секретары Тимеров Анатолий Искибаевич, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһы начальнигы Федорова Наталия Васильевна Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Балтас районы хакимиәте башлығы Ғәлләмов Рәфил Әмин улы — Халыҡтар дуҫлығы ордены, Үҙәк хәрби округтың Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Баһауетдинов Илдар Әсхәт улы, Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы Махсус элемтә һәм мәғлүмәт үҙәгенең 1-се бүлексәһе начальнигы урынбаҫары Ефименко Андрей Алексеевич, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең кадрҙар сәйәсәте һәм муниципаль хеҙмәт идаралығы начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы Плотников Николай Александрович — “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде.
Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы Махсус элемтә һәм мәғлүмәт үҙәгенең 2-се бүлексәһе начальнигы Андронов Сергей Михайловичҡа, “Рәсәй почтаһы” предприятиеһы филиалы-Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы хеҙмәтенең төп инженеры Ғәйетова Зилә Ғилмулла ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад