Ижадында – йөрәктәребеҙ тибеше26.04.2016
Ике йыл буйы аяуһыҙ үлем менән көрәшкәндән һуң яратҡан шағирыбыҙ Тимер Йосопов арабыҙҙан китеп барҙы. Йәштән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған һуғыш балаһы Тимербай халҡыбыҙҙың барлыҡ булмышын эсенә һыйҙырған оло йөрәкле, саф күңелле, алсаҡ йөҙлө шағир булып уҡыусылар күңелендә мәңге ҡаласаҡ. Уның ижады тулыһынса ябай кеше яҙмышына, йәғни үҙе үткән бормалы тормош юлдарына бағышланған. Шуға ла әҫәрҙәре һәр кемгә аңлайышлы, уҡығандар унда үҙ яҙмышын, ил һыҙланыуҙарын күрә. Тимер һәр саҡ үҙе булып ҡалды, уның ижады ла үҙенә генә хас бер моңло.
Уның менән танышыуым бик ҡыҙыҡ булды. Ауыл уҡытыусыһы булғас, етмәһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡас, яҙыусы, шағирҙарҙың тормошо һәм ижады хаҡында хәбәрҙар инем. Тимер тураһында Рәмиҙән күп ишетә торғайным. “Ләлә, беләһеңме, йәштәр араһынан бик һәләтле, донъяға айыҡ ҡараған, тырыш йәш шағирҙар беҙҙең үксәгә баҫып килә. Шулар араһында Тимер тигәне бигерәк көслө, ышаныслы, ҙур аҡыл эйәһе, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәте менән улар ышанысын аҡларлыҡ шағир буласаҡ”, – тигәйне ул. Остазының ышанысын аҡлағандай, ул, ысынлап та, оло баһаға лайыҡ ижады менән халыҡҡа яҡын шағир булды. Әммә ул быны түрәләргә ярамһаҡланып түгел, үҙенең тоғро хеҙмәте менән яуланы. Күңеле ҡушҡанса эшләне, янып йәшәне Тимер.
1967 йыл, июнь айы. Ауыл уҡытыусыларын белемен камиллаштырыу өсөн Өфөгә йыйғандар. Мин дә шул курсҡа килгәйнем. Бер көн беҙҙе шағирҙар менән осрашыу кисәһенә саҡырҙылар. Әлбиттә, был минең өсөн бик ҡәҙерле ине: интернатта бергә уҡыған Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин менән осрашам бит! Рәми мине ошо кисәлә Тимер менән таныштырҙы. Алсаҡ йөҙлө, ҡара бөҙрә сәстәре араһынан янып торған ҡара күҙҙәр… Кисәнән һуң беҙҙе Әсхәл Әхмәтҡужин үҙҙәренә саҡырҙы. Хәҙер инде ҡыйшайып бөткән ике ҡатлы ағас өйҙә – Әсхәлдең торлағында – таңға тиклем шиғыр уҡып, хәл-әхүәл һөйләшеп ултырҙыҡ та Рәми беҙҙе Крупская баҡсаһына, Рәшит Ниғмәтиҙең ҡәберенә, алып китте. Рәми, Тимер, класташыбыҙ – Дәүләкәндәге башҡорт мәктәбенән әҙәбиәт уҡытыусыһы Тайфа Ғабсабирова, (етмәһә, Тимер унда практика үткән икән) мин – дүртәүләп халыҡ шағирының ҡәберендә уның шиғырҙарын уҡыныҡ. Унан йәйге сәхнәгә менеп, Тимер үҙенең шиғырҙарын ишеттерҙе, ыңғайына көр тауышы менән йырлап та ебәрҙе. Шунан Рәми шиғырҙарын һөйләне. Ошо осрашыуҙан һуң беҙ Тимер менән дуҫ булдыҡ, әммә йыш осрашып торорға ваҡыт тапманыҡ. Күрешкәндә гел тормош, уның ижады тураһында һөйләшәбеҙ, Рәмиҙе иҫкә алабыҙ. Шиғырҙарын да ишеттерә торғайны. Ул бит, ҡайһы бер шағирҙарҙан айырмалы, бөтә шиғырҙарын да яттан белә ине. Шуныһын һис оноторлоҡ түгел: һуғыш йылдарын сағылдырған шиғырҙарын уҡығанда, уның шоморт ҡара күҙҙәренән дошманға нәфрәт ялҡындары атылып сыҡҡандай тойола. Ә яҡты киләсәк, мөхәббәт тураһындағыларын һөйләгәндә йөҙө яҡтырып киткәндәй була, күҙҙәренән яҡтылыҡ, мөхәббәт осҡондары сәселә һымаҡ ине.
2004 йыл, йәй. Ринат Камалдың юбилейын “Аҡ тирмә”лә оло байрам итеп үткәрҙек тә икенсе көн Мәсетле районы хакимиәте саҡырыуы буйынса яҙыусының тыуған яғына юлға сыҡтыҡ. Мәсетле менән Дыуан райондары сигендә беҙҙе тирмә ҡороп ҡаршы алдылар. Тантанаға Тимер ҙә килеп еткәйне һәм көләс йөҙ менән: “Ләлә апайым, һин дә бында икәнһең”, – тип ысын йөрәктән ҡыуанды. Халыҡ, уҡыусылар менән осрашыуҙан һуң Тимер беҙҙе ҡылғанлы оло тау башына алып менде. “Ана минең ауылым. Хәҙер күп ваҡытымды Әбсәләмдә, үҙемдең өйөмдә үткәрәм. Унда мин яҙам, кешеләр менән аралашам, бала саҡта ялан аяҡ йүгереп йөрөгән урамымда йәшәйем”, – тине, ихлас йылмайып. Шул саҡта уның ауылына, яҡташтарына булған мөнәсәбәте, һөйөүе йөҙөнә яҙылғайны. Ә инде үҙенең тәбиғәт балаһы икәнен күрһәтеп: “Яҙ етеү менән сыйырсыҡтарҙың килеп, бала сығарырға ашығып, кемуҙарҙан оя ҡороуҙары, сырҡылдашыуҙары үҙе ни тора! Һандуғас һайрай башлауын ишетеүе лә – үҙе бер бәхет бит ул. Кәкүктең беренсе саҡырыуы йөрәкте өҙөп ебәрә! Ҡыш көнө ҡарғаларҙың ҡарҡылдауы ла күңелгә яҡын”, – тип һөйләүен, күҙҙәренең янып китеүен һис оноторлоҡ түгел.
Ижады ла Тимерсә булды. Рифма өсөн генә теҙелгән осраҡлы һүҙҙәр уның шиғырҙарына ят. Йылдар буйы башына йыйып йөрөгән тәрән мәғәнәле фекерҙәр... Һәр һүҙе, әйтерһең дә, йөрәген киҫеп сыҡҡан ут. Ул юлдарҙа башҡорт халҡының уй-хәсрәте, булмышы бөтә тәрәнлегендә сағылыш таба. Шағир халыҡ менән бергә тын ала, уның йөрәк тибешендә лә – ябай кеше йөрәге тибеше.
Әлбиттә, Тимер Йосоповтың ижадына баһаны әҙәбиәт белгестәре бирер, әммә шуны ғына әйткем килә: ул халҡының ысын улы булды, үҙенең ижады менән кешеләргә яҡын торҙо, халыҡ менән бергә йәшәне.