Тимерҙең һүнмәҫ тимерлеге26.04.2016
Тимерҙең һүнмәҫ тимерлеге Ашҡынып һәм ашығып килгән әлеге кәбисә йылының иртә яҙы йән дуҫтарыбыҙҙы бер-бер артлы алып китеп бара. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрына йөҙҙәренән йылмайыу ҡасҡан халыҡ көпә-көндөҙ даръя булып ағыла. Халыҡ шағиры Тимер Йосоповты һуңғы юлға оҙатырға дуҫтары, замандаштары, рухташтары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, иҫәпһеҙ-һанһыҙ уҡыусылары килде был матәм митингына.

Күҙ йәштәрен саҡ-саҡ тыйып сығыш яһаусылар араһында Тимер Йосоповтың иң яҡын кешеләренең береһе булып йә­шәгән Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә лә бар ине. Уның әрнеүле сығышына Мос­тай Кәрим үҙе килеп ҡушылғандай тойолдо миңә. “Кисер, әжәл” тигән шиғыры иҫкә төштө:

Алмаштырып аҡ күлдәген кейергә лә
Өлгөрмәне, кисер уны.
Битендәге юл-юл ҡара тирҙе хатта
Һыпырманы, кисер уны.
Ул алъяпҡыс быуған ине, күн алъяпҡыс,
Уйҙыҡ-уйҙыҡ сатҡы тишкән.
Тимер сүкей ине шул ул,
йәшәү тимерен,
Өҫтөн ҡуйып барлыҡ эштән.
Һин килгәс тә, туҡтатырға
күндәм эшен
Байтаҡ торҙо, тапмай әмәл.
Тере саҡта һине һанға һуҡманы ул,
Кисер, әжәл.
Миңә быны Мостай үҙе һөйләгәндәй, Тимер уны ҡолағын ҡарпайтып тыңлағандай тойолһа ла, асылда улай мөмкин түгеллеген яҡшы аңлайым. Һәм Тимерҙе юғалтыу хаҡындағы ҡайғынан аҙ булһа ла арынып тороу өсөн уның менән бергә уҡыған, бергә йәшәгән студент йылдарынан алып һуңғы көндәргә саҡлы аралашҡандарҙы, Тимер үҙе әйтмешләй, сала-сарпа күҙ алдынан уҙғарырға тырышам. Гелән уның сығышын беренсе мәртәбә тыңлағандай, ғаләмде уятырҙай тауышын беренсе ҡабат ишеткәндәй була инем. Бер шиғырын йөҙөнсө ҡабат тыңлаһам да шулай була ине. “Икмәк еҫе”, “Бесән өҫтө”, “Апайыңды миңә бир” һәм башҡа тиҫтәләрсә шиғырын үҙем яттан белһәм дә... Һәм башҡа меңдәрсә уҡыусыһы ла, тыңлаусыһы ла тап шулай булғандыр. Һәм ул бер үҙе генә шулай барлыҡ шиғырҙарын да ҡағыҙға ҡарамай яттан, бер урында ла яңылышмай һөйләй торғайны, кисәлә­рендә сәғәттәр буйы сығыш яһай ала ине. Уның шиғырҙары баштан уҡ халыҡ­сан образлылыҡҡа, тәрән фекерҙәргә, тормошсан фәлсәфәгә ҡоролған, көслө драматизм менән һуғарылған булыуы, форма төрлөлөгө, тел байлығы менән бик күптәрҙән айырылып тора.
Башҡорт дәүләт университетының беренсе ятағының 48-се бүлмәһенә кемдәр генә килмәй ҡалманы. Рәми Ғарипов, Фәрит Иҫәнғолов, Рауил Бикбаев, Ғәзим Шафиҡов, Рәшит Әхтәров һәм универ­ситеттың яҙышҡан башҡа тиҫтәләгән студенты бынан сыҡмай торғайны. Университетта шаулап уҙған шиғыр кисәләренә лә күпселек халыҡ, нигеҙҙә, Рәми Ғариповты, Рауил Бикбаевты, Ғәзим Шафиҡовты, Тимер Йосоповты тыңлар өсөн йыйыла торғайны һымаҡ.
Тимер 50 йәшенә башҡорт шиғриәтендә үҙе бер күренеш булған “Ҡая өҫтөндә уйланыу” тигән китабын сығарып, уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы. Тап шул осорҙа бөйөк башҡорт батыры, шағиры Салауат Юлаевтың һәйкәле янындағы майҙанда Татарстан шағирҙары менән бергә ойошторған шиғыр байрамы хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ булып үтте. Ғәҙәттә, Тимергә һүҙҙе кисәләрҙең, байрамдарҙың йә уртаһында, йә аҙағында бирәләр. Был юлы уға байрамдың уртаһында телмәр тотоу форсаты тейҙе.
Тимер:
Башҡортостан,
Тауҙарыңа ҡарап,
Тау ҙа була алмам,
Беләмен.
Тик тауҙарың кеүек,
Күкрәк киреп,
Киләсәккә ҡарай еләмен.
Башҡортостан,
Йылғаларға ҡарап,
Йылғаң була алмам ғүмергә.
Ярһыу йылғаларҙың ярһыулығы
Күскән икән минең күңелгә.
Башҡортостан,
Далаң була алмам,
Һоҡланамын далаң йәменә.
Күңелемдә далаң киңлектәре,
Башҡортостан, күскән йәнемә.
Башҡортостан,
Миндә һин йәшәйһең,
Йөрөһәм дә йыраҡ яҡтарҙа.
Изге исемеңде йырға ҡушам
Күңелдәрем тулған саҡтарҙа… –
тип меңләгән кешене ауыҙ астырып тыңлатты. Һәм халыҡ уға башҡаларға ҡарағанда көслөрәк, геүләберәк ҡул сапты. Дуҫымдың уңышын үҙемдеке һымаҡ тойоп ғорурландым.
Эйе, Тимер Салауат тыуған яҡтарҙа – Әй буйында, Дыуан районының Әбсәләм ауылында – тыуған. Өлкөндөлә урта мәктәп тамамлап, ул Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында заводта йөк тейәүсе булып быуындарын нығыта. Шиғырҙар яҙа башлағас, Ҡыйғы район гәзитендә эшләп ала, унан университетҡа ашыға. Ул саҡта әҙәби түңәрәк “Шоңҡар” исемен йөрөтмәһә лә, Тимер шиғриәт шоңҡары булып ҡанат нығытты. Уның ижади талпыныуҙары, осошҡа ынтылышы тап шоңҡарҙыҡы һымаҡ булды. Ул саҡтағы түңәрәк ағзаларының бөгөнгө ижады башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләй: Рауил Бикбаев, Роберт Байымов, Тимер Йосопов, Әхмәт Сөләймәнов, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбаев, Рәшит Шәкүр, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева һәм башҡа тиҫтәләрсә ҡәләмдәш. Ай һайын республика гәзиттәрендә әҙәби биттәр, радио һәм телевидение аша йыш-йыш тапшы­рыуҙар, бөтә Өфөнө шаулатҡан әҙәби кисәләр, киң майҙандарҙа ҙур шиғыр байрамдары, абруйлы яҙыусылар, тәнҡит­селәр ҡатнашлығында уҙған әҙәби бәхәс­тәр, фекер уртаҡлашыуҙар… Тимер ошо тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәне, улай ғына ла түгел, башҡаларҙы сәмлән­дерерлек ижад менән булды. Студент сағынан уҡ кемгә яҡынлашырға, арала­шырға, кем менән дуҫлашырға белде. Уның дуҫтары араһында шиғриәт остаздары ла, тиҫтерҙәре лә һәм йәш быуын ҡәләмдәштәре лә бар. Ул йылдарҙа Тимер­ҙең һәм башҡа бик күп йәш шағирҙарҙың бәхетенә “Совет Башҡорт­останы” гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә өмөтлө йәштәргә үтә лә иғтибарлы Рәми Ғарипов эшләй ине. Ул Тимерҙең кемлеген шундуҡ тойоп алды һәм етәкләп алып китте тигәндәй. Тимерҙең кеше күҙенә салынырҙай тәүге шиғырҙар шәлкеме лә 1966 йылда ошо гәзиттә Р. Ғариповтың баш һүҙе менән баҫылып сыҡты. Унда “Икмәк еҫе” тигән шиғыры ла бар ине. Мин был биш строфаның икеһен генә килтерәм:
Онотолорлоҡмо һуң,
Булды бит ул
Бик тилмергән саҡтар икмәккә.
Башаҡ сүпләп ҡамыл төптәренән
Йөрөмәнек һис тә ирмәккә.
Һәм:
Ер мәңгелек. Ер янмаҫҡа тейеш,
Тыныс булһын илем кистәре.
Тормош күрке булып, һәр бер өйҙән
Гел таралһын икмәк еҫтәре.
Был – беҙҙең быуын, өҫтө кейемгә, тамағы ашҡа туймаған һуғыш йылдары балалары яҙмышы, уларҙың хыялы, донъяға һәм тормошҡа мөнәсәбәте. Ҡәләмдәшебеҙҙең ихласлығын асыҡ күрһәткән “Ҡара” тигән шиғыры ла бар:
Тупраҡ беҙҙә сөм ҡара,
Ҡулыңа алып ҡара.
Шунда тамғанға тирең
Мул уңыш бирә ерең.
Тупрағың ғәзиз икән
Мин ятмы, уйлап ҡара.
Ерҙән яратылдыммы һуң,
Мин үҙем дә ҡап-ҡара.
Саҡ ҡына һуңыраҡ уның тетрәткес “Бесән өҫтө” яҙылды. Был шиғыр ҙа һуғыш касафаты менән тол ҡалған миллионлаған ҡатындарҙың береһенең хәтәр яҙмышы хаҡында. Унан да ҡыҫҡа бер өҙөк килтермәй булдыра алмайым.
Тау битендә еңгәм бесән саба,
Эш баҫа бит янып-көйөүҙе.
Ер битенә әллә яҙамы ул
Йөрәгендә булған һөйөүҙе.
Туҡта, еңгә, арып талғанһыңдыр,
Бирсе әле миңә салғыңды.
Миңә ҡарап бер хәтерлә, еңгә,
Ағай менән булған сағыңды.
Ҡоласымды, әйҙә, кирәйемсе,
Баҫылғандай булһын һағышым.
Ер битенә салғы менән яҙҙым
Бер ҡатындың хәтәр яҙмышын.
Был юлдарға аңлатма биреп тороу кәрәк түгелдер тип уйлайым. Шиғырҙың урыҫ теленә тәржемә ителеп “Правда” гәзитендә баҫылып донъяға таралыуы ла бик тәбиғи хәл булды. Тимерҙең икмәк телеменән йоҡараҡ тәүге “Икмәк еҫе” китабы уҡ уның киләсәктә ҡалын-ҡалын томдар сығарасағына ишара ине. Шулай булды ла.
Тәүге китабы донъя күргәндә ул, БДУ-ны тамамлап, Бөрйән районының Аҫҡар ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һуңынаныраҡ мәктәп директоры булып эшләп алды. Ләкин йәш шағирҙы Өфө тарта ине, ул баш ҡалаға ҡайтып “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләй башланы. Тимерҙән артыҡ эш талап итмәнеләр, унан шиғыр көттөләр, китап көттөләр. Бер-бер артлы “Йылдар сылбыры”, “Алтын туҙан”, “Усаҡ яна”, “Хәтереңдең тере ҡуҙҙары”, “Таш­ҡын”, “Олатайҙар юлы”, “Ҡая өҫтөндә уйланыу” тигән йыйынтыҡтары баҫылып сығып, әҙипте шиғриәттең алғы һыҙығына баҫтырҙы. Тимер Йосопов тормош асылына иртә төшөнгән һиҙгер шағир булды. Уға остазыбыҙ Мостай Кәрим: “Кешеләр хәлен, донъя хәлен, тәбиғәт хәлен белеүсе, улай ғына ла түгел, уларҙың хәленә кереүсе шағир”, – тип бик юғары баһа биргәйне.
Әйткәндәй, Тимер Йосоповтың яңы сыҡҡан һәр китабына тәнҡитселәр, әҙәбиәт белгестәре һәм ҡәләмдәштәре рецензиялар яҙып торҙо. Әхиәр Хәкимов, Марат Минһажетдинов, Ғайса Хөсәйенов, Ким Әхмәтйәнов, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев һәм башҡалар төплө һүҙҙәрен яҙып, әйтеп килде. Уның китаптарының төп темаһы – әхлаҡи һәм рухи эҙләнеүҙәр, йәшәү асылы тураһында уйланыуҙар, ҡараңғылыҡҡа, меҫкенлеккә, ҡурҡаҡлыҡҡа, наҙанлыҡҡа, хыянатҡа һәм хушкүңел­лелеккә ҡаршы көрәш. Тыуған төйәк, ғәзиз халыҡ, тормош мәғәнәһе, ижад маҡсаты, кеше бөйөклөгөнә һоҡланыу һәм ғорурланыу – бына шулар илһамлан­дырҙы шағирҙы.
Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары курстарҙа уҡып ҡайтҡас, Тимер Йосоповты Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайланылар. Мин ул ваҡытта художестволы әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры инем. Беҙ тағы яҡынлаштыҡ, тағы бергә булдыҡ. Шул осорҙа ул “Заман килде” тигән шиғырҙар шәлкемендә:
Заман килде,
Беҙҙең заман,
Таңда һыҙған еңеңде.
Еңел-елпе ваҡыт уҙҙы,
Көтмә хәҙер еңелде, – тип яҙғайны.
Ул ошо һүҙҙәренә тоғро булып ҡалды һәм ҡәләмдәштәренән дә шуны талап итте.
Тиҫтәнән ашыу шиғыр йыйынтығы авторының йәнә бер ҡаҙанышы “Беште ер еләккәйҙәре” китабы булды. Бында уның ижад офоҡтары тағы киңәйеп китте. “Тимер Йосоповтың шиғырҙарында һәм поэмаларында донъяның әллә күпме төҫтәрен, ауаздарын, хәрәкәттәрен, кеше рухының әллә ниндәй балҡыштарын һәм һүнеүҙәрен, яныуҙарын һәм һүрелеүҙәрен күреп һоҡланаһың да, һыҙланаһың да… Шиғриәт юлынан Тимер бер ваҡытта ла еңел-елпе атламаны, аҙымдары ныҡлы һәм ырамлы булды. Йылдар үтеү менән яуаплылыҡ та иңдәрҙе нығыраҡ баҫа. Йылдар үтеү менән һалмағая аҙымдар, һәлмәгәйә хис-уйҙар”, – тип яҙҙы ҡорҙашыбыҙ, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Ошо китап өсөн Тимер дуҫыбыҙға республиканың иң ҙур дәүләт бүләге – Салауат Юлаев исемендәге премияһы – бик лайыҡлы бирелде.
Көнөм дә бар,
Өнөм дә бар.
Һүҙ әйтергә сарам бар.
Майҙандарға сығам әле,
Алышырға самам бар,
– тип йәшәне халыҡ шағиры Тимер Йосопов һуңғы көнөнәсә.
Һәр саҡ тормош ысынбарлығын, асы хәҡиҡәтте йырлаған, кеше яҙмышы ғына түгел, кешелек яҙмышы өсөн хафаланған шағир быны бөтә булмышынан сығып әйтте. Уның кешелекле ижады донъяны яҡлауға, донъяны һаҡлауға саҡырҙы. Тик шағирҙың үҙен генә һаҡлап булманы.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.



Вернуться назад