Ташландыҡ ҡала26.04.2016
Чернобылдәге атом электр станцияһы менән бәйле фажиғәнән һуң 30 йыл үтте. Ул саҡта, дүртенсе энергоблок шартлағас, тоннанан ашыу ауырлыҡтағы бетон плитәләр тирә-яҡҡа уйынсыҡ шикелле осҡан, тиҙәр. Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс...
1986 йылдың 26 апрелендә ҡыйралған реактор ағыулы радиация нуры сәскәндә, бүтәндәр шикелле, Припять ҡалаһы ла ҡәҙимге тормош менән йәшәгән булған. Күпселек иртән эш урынына ашыҡҡан, кискеһен өйҙәренә ашҡынып ҡайтҡан, ҡыҙ-егеттәр мәктәпкә барған, әсәйҙәр балалары менән паркта ял иткән, ир-ат йылғала балыҡ ҡармаҡлаған, хатта байрамдар ойошторолған, туй тантаналары үткән... Етәкселектең урындағы халыҡтан ғына түгел, илдән һәм тотош донъянан ҡот осҡос хәбәрҙе йәшереп тоторға тырышыуы паника булдырмау маҡсаты менән аңлатыла. Ҡаланан граждандарҙы эвакуациялау авариянан һуң 36 сәғәт үткәс кенә башланған...
Шартлауға хәтлем СССР-ҙа иң ҡеүәтлеләрҙән һаналған Чернобыль АЭС-ы артабан донъяла иң хәүефле һәм шомло урындарҙың береһенә әүерелгән. Һәләкәттән һуң күп тә үтмәй 31 кеше үлгән, нурланыуҙан ҡаты ауырыуға һабышҡандар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡотҡарыусыларға утыҙ километрлыҡ радиус буйынса 188 ҡала һәм ауылдан 116 мең самаһы кешене ситкә күсерергә тура килгән. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә төрлө яҡтан йәлеп ителгәндәр, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 600 мең тирәһе иҫәпләнә. Араларында Башҡортостан вәкилдәре лә байтаҡ булған.
“Чернобыль геройы” миҙалы менән бүләкләнгән Зиннур Юланов һөйләүенсә, тормошта башҡа һыймаҫ хәлдәр йыш булғылай. Хәйбулла районының ул тыуған Үрге Смаҡ ауылы әле Ер йөҙөндә юҡ: заманында “киләсәкһеҙ” тигән исемлеккә индерелгән дә бөтөүгә дусар ителгән. Киев өлкәһендәге Припять ҡалаһының яҙмышы ла шундайыраҡ – бөгөн унда берәү ҙә көн күрмәй. Ләкин ошо төйәктәрҙең икеһе лә хәтерендә, күңелендә йәшәй уҙамандың. “Әгәр ауыл да, ҡала ла бөтмәгән булһа, бөгөн һәр береһендә күпме кеше иҫәпләнер, ниндәй ваҡиғалар барыр ине икән?!” – тип уйлана Зиннур Мостафа улы.
Егеттең бала сағы Өфө ауылында уҙған. Сибайҙа урта мәктәпте тамамлағас, әрмегә барған, унан ҡайтҡас та өйләнгән. 3-сө төҙөлөш идаралығында электрик булып эшләп йөрөгәнендә хәрби комиссариаттан йәнә повестка килгән, иртәгәһенә үк алып та киткәндәр көнбайышҡа. 19 майҙа Украина еренә аяҡ баҫҡан бер төркөм ир-ат Зеленый Мыс ауылы янында палаткала йәшәгән. Ике ай бик тиҙ үтеп киткән, сөнки бер минут та ҡул ҡаушырып ултырмағандар.
– 1986 йылда Башҡортостандың йыйылма студенттар отряды (бөтәһе 53 кеше) менән авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителдек, – тип хәтерләй Благовар район-ара суды рәйесе Камил Шакиров. – Отряд командиры Күгәрсен районынан Флүр Хисмәтуллин булды. Ул саҡта Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡып йөрөй инем. Комсомол путевкаһы буйынса алып киттеләр. Башта Киев ҡалаһына килеп төштөк, унан ошо өлкәләге Макаров районының Королевка ауылына килтереп һалдылар. Ҡасандыр ҡола ялан булған ерҙә яңы йорттар ҡалҡыттыҡ. Радиация зонаһына эләккәндәрҙе шул өйҙәргә урынлаштырҙылар.
Башҡортостандың “Союз-Чернобыль” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Ғәйнуллин белдереүенсә, ул ваҡытта һәр кем үҙ бурысын теүәл башҡарған, илдең уртаҡ бәләһен йырып сығыуға тос өлөш индерергә тырышҡан. Хәҙер иһә ошо уҡ ҡаһармандарға медицина тикшереүе үткәндә, ял йорттарына путевка юллағанда, бүтән осраҡтарҙа ла аңлашылмаусанлыҡ менән осрашырға тура килә. Энтузиастарға ҡарашты мөмкин тиклем яҡшыртырға кәрәк, әлбиттә.
Зиннур Мостафа улының әйткәндәренә ҡушылып, “Хәҙер Чернобыль яҡтарында тормош нисегерәк ҡоролған икән?” тип уйлауы мөмкин гәзит уҡыусының. Ысынында, үҙҙәре яңынан килеп донъя көткәндәрҙе иҫәпкә алмағанда, 30 йыл элек халҡы 50 мең тирәһе булған Припять ҡалаһында тормош һүнеп ҡалған. Әҙәм аяғы баҫмай, тиеү бигүк дөрөҫ тә түгел. Эйе, ҡасандыр был урындарҙы һиҫкәнеп иҫкә ала ине күптәр. Әле ҡурҡыу онотолоп бара, үлеү йәки ауырыу эләктереү тураһында уйлап та бирмәй ҡайһы берәүҙәр. Ҡыҙыҡһыныу маҡсатында кеҫәңдән күпмелер аҡса сығарып, турист сифатында ул яҡтарға сәфәр ҡылырға мөмкин икән. Тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан 500 самаһы ҡарт-ҡороноң көнкүреше менән танышырға ла күп киләләр. Чернобыль ҡалаһының үҙендә әҙме-күпме йәнлелек күҙәтелә. Магазиндар һәм спорт залдары эшләй хатта. Бында башлыса вахтовиктар тир түгә: ике аҙна эшләп, шул тиклем ваҡыт ял итәләр. Һәр береһенең шәхси дозиметры бар.
Припять ҡалаһын асыҡ һауалағы тәбиғи заповедник тип тә атайҙар. Авариянан һуң ундағы бөтә әйберҙәрҙе лә юҡ итергә ҡушҡан булғандар, әммә кем мәшәҡәтләнеп йөрөһөн инде. Шуға күрә ҡалала өй кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым өс тиҫтә йыл элек нисек ҡалған булһа, әле лә шул көйөнсә ята. Үҙенә күрә – совет ауылының музейы. Бындағы тынлыҡ та хайран итә ситтән килеүселәрҙе. Әллә һиллек, әллә шомлоҡ...