“Һыҙланыуҙар һуштан яҙҙыра...”26.04.2016
“Һыҙланыуҙар һуштан яҙҙыра...” 1939 йылға тиклем күп илдәрҙең ғалимдары бер үк һығымтаға килә: атомды ваҡлау һөҙөмтәһендә энергияның бүленеп сығыуына өлгәшергә мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа бөйөк асыш кеүек. Һәм был асыш бары тик тыныс шарттарҙа, кешелектең мәнфәғәтендә генә файҙаланырға тейеш булғандыр. Хәйер, тыныс тормошта файҙаланыуҙың да ғәмһеҙлек һәм наҙанлыҡ арҡаһында ниндәй эҙемтәләргә килтереүен хәҙер беләбеҙ.


Ә Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан бәндә атлы белекһеҙ йән эйәһе әлеге асышты үҙе ишеләрҙе ҡырыу өсөн файҙа­ланыу мөмкинлеге тураһында баш вата башлай. Эйе, тарҡа­тыл­ған атом бүлеп сығар­ған энергияны төрлө маҡсатта ҡулла­ныр­ға, байтаҡ иҡтисади проб­лема­ларҙы хәл итергә мөмкин булыр ине. Әгәр, ҡабатлайым, уны үлем ҡоралына әйләндереп өлгөрмә­һә­ләр. 1945 йылға был ҡорал — атом бомбаһы — барлыҡҡа килә һәм Японияның Хиросима, Нагасаки ҡалаларында йәшәүселәр беренсе булып шунан һәләк була. Оксфорд, Кембридж, Лондон, Ливерпуль, Бирмингем ғалимдары өсөн атом бомбаһынан ҡот осҡос хәлгә тарыған кеше организмы, тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәр ғилми-тикшеренеү объектына әүерелә.
Быйыл Чернобыль фажиғә­һенә 30 йыл тулды. Атом электр станцияһындағы авария­ның ниндәй оло ҡайғы-хәсрәт алып килеүен күптәр хәтерләй. Уның эҙемтәләре бөгөн булһа дауам итә. Минең өсөн иһә Чернобыль биш кенә йәшлек Максим исемле малайҙың ҡот осмалы яҙмышы менән ауаздаш.
1986 йылдың авгусында Сибай ҡалаһы­ның мин етәкләгән ЗАГС бүлеге ишеген ҡайғынан ҡара көйгән йәш әсәй менән атай асты. Нисәмә йыл үтһә лә, берҙән-бер улдарын юғалтҡан ата-әсәнең хәсрәт һөрөмө баҫҡан йөҙҙәрен онота алмайым. Улар һөйләй, ә мин тыңлай алмай һулҡылдайым. Байтаҡ ваҡыт өсәүләп иланыҡ. Тейешле документтарҙы тултыра алмай ыҙаландым.
Йәш ғаилә кескәй Максимды ялға ҡайтҡан дуҫтарына ышанып Украинаға биреп ебәрә. Уларҙың да биш йәшлек улдары бар, әүрәп йөрөп торор тигәндәрҙер, сөнки бындағы балалар баҡсаһында урын юҡ, өлкәндәр эштә саҡта өйҙә бәләкәсте яңғыҙ ҡалды­рыуы ла хәүефле, тип уйлағандарҙыр... Карелияла эшләп йөрөгән ике йәш ғаилә күптән бер-береһен белә, яҡын дуҫтар була.
Күп тә үтмәй, Карелияла ҡал­ған ата-әсәне Чернобылдәге шарт­лау хаҡындағы хәбәр тетрә­тә. Үлемесле доза алған ике малай ҙа өс-дүрт ай ғына йәшәп ҡа­ла. Улары ла — һыҙланыу-әрнеү­ҙәр, күҙ йәштәре һәм үке­нес­тәр менән һуғарылған ауыр­ҙан-ауыр айҙар... Сабыйҙарының үлемен теркәтергә килгән ата-әсәгә бер ниндәй йыуатыу һүҙе лә таба алманым...
Һуңғараҡ миңә поезда әлеге авариянан һуң беренселәрҙән булып Чернобылгә ебәрелгән ирҙең ҡатыны менән осрашырға насип итте.
— Ванечка бер нисә ай ға­зап­ланды. Дауаханала эргәһендә һуң­ғы минутына хәтлем булдым, үҙем ҡараным. Санитаркалар етешмәй, булғаны ла ауырыу эргәһенә килә һалып бармай, — тип күҙ йәштәре аша һөйләне Анастасия. — Ванечканы бороп һалып та булмай ине: аҙ ғына ҡағылыуың була — ите айырылып сыға...
Ә бына хәрби бурысын үтә­гәндә ра­диацияға дусар ителгән Ғаяз Өмөтҡужиндың шиғырынан өҙөк:
“Ун егетте командирҙар
Яйлап ҡарап, һайлап алдылар.
Ташланылар яҙмыш ҡосағына,
Бөтмәҫ ғазаптарға һалдылар.
Ташланылар асыҡ яландарға,
Ябыҡ ҡала-завод төҙөргә.
Ауыр эшкә, ҡаты һыуыҡтарға
Хәрбиҙәрсә ҡалды түҙергә.
...Хәлде һиҙеп, әсәй, хаттар
көттөң,
Тик ярамай ине яҙырға.
Улың, Ватан өсөн һаулығын
биреп,
“Нур сире”нән кибеп ябыға.
...Нәҫелем буйлап ыулы нур
тарала,
Сирле тыуҙы минең балалар.
Дәлил кәрәк, тиҙәр, был
ауырыуға,
Шуға булмай тейеш дауалар.
...Һалдат саҡтарында кейҙем
итек:
Йоҡа кирза, оҙон ҡуңыслы.
Ошо хәлгә бөгөн ҡалған өсөн
Кем икән һуң миңә бурыслы?
Белмәй хәлде бары Тыуған
илем,
Бурыстарға ҡағыҙ яуҙыра.
Эшләп булмай, тик зәғифлек
түгел,
Һыҙланыуҙар һуштан яҙҙыра”.
Әбйәлил районының Әбдел­ғәзе ауылы егете Ғаяз Өмөтҡужин асылда армияла алған зыян өсөн льготанан файҙаланмай, ғаиләһе селек һепертке, һөт-маҙар һатып көн күрә. Йәш кешенең инва­лидлыҡ төркөмө өсөн алған пенсияһы ла бик бәләкәй, ғаилә аҫрарлыҡ түгел. Ә бит Ғаяз сәләмәтлеген хәрби хеҙмәттә, иле өсөн юғалтҡан!..
Бөгөн Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән, оҙаҡ йыл­дар Киев циркында үҙенсә­лекле акробат булып эшләгән Фир­ҙәүес ханым һөйләгәндәрҙән:
— Чернобыль аварияһы ваҡы­тында ауырлы инем. Ҡыҙым тыуыр мәл еткән. Ирем мине Бело­руссияның Базар ауылына ата-әсәһе янына илтеп ҡуйҙы. Ә ауыл Припять эргәһендә генә. Шулай булһа ла, шартлау хаҡында ун көндән һуң ғына ишеттек. Тәүҙә халыҡтан йәшерҙеләр. Ә ел ул көндәрҙә гел беҙҙең яҡҡа иҫте...
Бәхеткә күрә, Фирҙәүес дуҫым­дың ҡыҙы һау-сәләмәт булып донъяға килде, тиҙҙән уға 30 йәш була. Әммә ҡурҡыу-хәүеф­лә­неүҙәрҙән керпеккә йоҡо ҡунмаған төндәрҙе, һуңынан һәр ваҡыт йөрәгеңде усҡа тотоп йәшәүҙәрҙе әсә кеше үҙе генә белә.
1945 йылда Хиросима һәм Нагасаки дәһшәтен кисергән, һаман булһа уның эҙем­тә­ләренән арына алмаған Япония халҡы бынан биш йыл самаһы элек йәнә ҡаты һы­нау алдында ҡалды: ер тетрәү менән цу­на­миға АЭС шарт­лауҙары ҡушылды. Алдынғы технологиялары менән бар донъяға даны таралған аҡыллы һәм эшһөйәр халыҡ золом алдында көсһөҙ булып ҡалды. Итә­ғәт­ле һәм тәрбиәле япондарҙың ошондай ауыр мәлдә лә бер-береһенә иғтибарлы, игелекле булып ҡала алыуы һоҡландырҙы. Ә беҙ, рәсәйҙәр, тыныс көндәребеҙҙе лә үҙ-ара низағ, ғәйбәт, рәхим­һеҙлек менән ҡарайтабыҙ.
Япониялағы фажиғәнән алда­раҡ, 2009 йыл­дың авгусында, Саян-Шушенск атом электр станцияһында һәләкәт булғайны. Яуаплы вазифа биләгән әҙәмдәр ул саҡта бөтә ғәйепте АЭС-ты төҙөгәндә үк етди хаталар ебә­релеүгә һылтап маташты. Йәнә­һе, теге ваҡытта, совет заманында, шулай илке-һалҡы эшлә­гән­дәр. Ә бөгөнгө ғәмһеҙлек, ҡомһоҙ ялҡаулыҡ хаҡында ләм-мим!
Улай тиһәң, беҙҙең ил халҡына хас “бәлки” төшөнсәһе быуаттан быуатҡа беҙҙе эҙәрлек­ләп килә. Бәлки, былай ҙа ярап торор... Бәлки, үтеп китер әле...
1957 йылда Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында булған фа­жи­ғә бөгөнгә тиклем сер һаҡлай: нимә булды башлыса башҡорт­тар йәшәгән Ҡоншаҡ районында ул ваҡытта? Һаҡһыҙлыҡ арҡа­һында тыуған бәхетһеҙ­лекме, әллә хәрби һынауҙармы? 2005 йылда миңә эш буйынса шул яҡтарҙа булырға тура килгәйне.
— Бөгөн бөтәбеҙ ҙә сирле, — тине миңә кешеләр. — Ул сир быуындан быуынға күсеп килә...
Белорет районының Үҙән ауылы эргә­һендәге тау битләүендә ағас будка барлығы, ә уның эсен­дәге ағас мискәләрҙә ниндәйҙер билдәһеҙ матдә һаҡланыуы тураһында һөйләйҙәр. Элек будка бикле торған. Малай-шалаймы, кемдер ишеген емергән. Әҙәм балаһы бик ҡыҙыҡһыныусан, уға бит мотлаҡ тотоп ҡарарға кәрәк. Һөҙөмтәһе — ауылда төрлө патология менән донъяға килгән сабыйҙар күп. Ә будка тирәһендә һуғыш уйна­ған малайҙарҙың тәндәре сабыртып, тындары быуылып, аллергияға оҡшаған сир менән ауырыуҙары билдәле. Унда нимә һаҡлана? Ни өсөн хәүефле матдә ауыл эргәһендә, етмәһә, асыҡ урында ҡалды­рылған? Үҙәндәге һыу ҙа эсергә яраҡһыҙ, балаларҙы дауалап булмай торған сирҙәр күп, ти кешеләр. Бына ошо инде илебеҙҙәге ғәмһеҙлек...
Ә Припять — үле ҡалалар иҫәбендә. Чернобыль фажиғә­һенән һуң тиҫтәләгән ҡала-ауыл шәүлә хәлендә тороп ҡалған. Һәр төр­лө киң мәғлүмәт сараларының “Ул яҡтарҙа ла халыҡ йәшәй, радиацияға яраҡлашҡан­дар, ауырымайҙар, ауылдарҙа кеше башы дәүмәле бәрәңге һәм помидор үҫтерәләр” тигән имеш-мимешенә ышанмағыҙ. Сара­һыҙҙан күсеп китә алмаған кешеләр бик ҡаты сирләй, үлә...
Бихисап хәрби һынауҙар, радиоактив мат­дәләрҙе ауыл-ҡалалар янында күмеп ҡалды­рыуҙар, һәр төрлө медицина, биология эксперименттары тураһын­да белмәйбеҙ. Йылдан-йыл яман шеш сирҙәре күбәйә. Карьерҙар­ҙың кәрәге бөткәс тә күмелмәй ҡалдырылыуы, унда ла, бында ла тейешле-тейешһеҙгә мәрмәр, уран эҙләп ер ҡыртышын кимереүҙәр сәбәпсе түгелме икән? Кемегеҙ мин әйткәндәргә ҡаршы ышандырырҙай дәлил килтерә алыр?!
Ә ул арала Төньяҡ Корея донъя­ны ядро ҡоралы менән ҡапаҡлай...



Вернуться назад