Аҡ күңелле, игелекле ағайҙарым…19.04.2016
Аҡ күңелле, игелекле ағайҙарым… Үҙең күптән инде олатай булып, һәрпәйер һаҡал урынына ҡаҡ эйәгеңде һыпырып йөрөһәң дә, йәш өлкәнлегенә ҡарамай, кемгәлер “ағай” тип өндәшеү ысындан да рәхәт икән. Бының кинәнесе йәнә лә шунда: ағай кеше барҙа һине рәхимһеҙ донъяның бәлә-ҡазаһы урап үтер һымаҡ, ә ағайҙар күҙ алдынан юғала ҡалһа, юлыңды яҡтыртып торған шәмдәрҙе, гүйә, кемдер өрөп һүндерә. Шул саҡта әҙәм балаһына нимә ҡала инде? Юҡ, йәшәүҙән мәңгегә төңөлөү түгел. Бәлки, хәтерләүҙер? Ысынлап та, бәлки, йонсоу көндө яҡтыртып ебәргән, йөрәкте семтеп-семтеп ала торған хәтирәләрҙер?


Милли әҙәбиәтебеҙҙең хәҙер олуғ оҫтаһы булып киткән Абдулхаҡ Игебаев ағай тураһында мәктәптә, малай ваҡытта уҡ, ишеткәйнем. Ҡаҙ­маш ете йыллыҡ мәктәбенең һуңғы класында башҡорт әҙәбиәтенән һабаҡты Сәрүәр Әхмәт улы Ҡужин бирә торғайны. Ул саҡта беҙҙең мәктәптәрҙә мөғәллимдәрҙе Фәлән Фәләнович тип исемләү ғәҙәте булмағас, уҡытыусылары­быҙға “ағай” йә “апай” тип кенә өндәшәбеҙ. Рәсми түгел, былай мөрәжәғәт итеү үҙебеҙ ҙә ҡапылда һиҙмәҫ яҡынлыҡ, йылылыҡ биргән икән. Сәрүәр ағайға әйләнеп ҡайт­ҡанда иһә, ул ғәжәп итәғәтле, ипле һүҙле, яҡты йөҙлө булып хәтерҙә ҡалған. Дәрес аҙағынараҡ, ваҡыты ҡалһа, институтта, педагогия учили­щеһында уҡыған йылдарын, студенттар тормошонда мотлаҡ була торған мәрәкә хәлдәрҙе иҫләп ала. Һуғыштан алда ла, аҙаҡ та, беҙҙең Урал аръяғы ауылдарында белем алырға дәрт иткән һәр кем тиерлек Темәс педагогия училищеһына юллана торғайны. Фронтҡа китеренән байтаҡ алда атайым да ошо училищены ситтән тороп тамамлаған. Сәрүәр Ҡужиндың әлеге урыҡ-һурыҡ хәтерләүҙәрендә йыш ҡына Абдулхаҡ Игебаев ағайҙың исеме килеп сығыр ине.
Һабаҡташын уҡытыусым күңеле­беҙгә шиғриәт даръяһына мөкиббән сумған, донъя мәшәҡәттәренә бигүк иҫе китмәгән кеше итеп һалған. Бик күп йылдар үткәс, Абдулхаҡ ағайҙың ҡулын ҡыҫа алыу дәрәжәһенә еткәс, шағир образын мөғәллимебеҙҙең шаҡтай һынландыра алыуына ышандым.
Зәкәриә Аҡназаров та, Абдулхаҡ Игебаев та – Баймаҡ тип аталған оло илдең граждандары. Баймаҡты ил тип ҙурлауымды һүҙ быйтан­латырға теләү тимәгеҙ. Илгә түгел, хатта ҡитғаға тиңләһәң дә, Баймаҡ теләһә ниндәй сағыштырыуҙы ла күтәрерлек. Өҫтө лә, аҫты ла алтын булған бына ҡайҙа ул ер! Күп йылдар район республикала иң күп иген етештергән төбәк булып килде. Советтар Союзында тәүгеләр рә­тендә ойошторолған Ленин орденлы “Йылайыр” тип аталған гигант совхозды ғына хәтерләйек. Уның икмәге дөйөм ил келәтендә үҙе тотош бер тау булып ятыр ине. Хәйер, Баймаҡ баҫыуҙары хәҙер ҙә, шөкөр, түлһеҙ түгел. Аҫты ла алтын, тигәндән. Тарихтан мәғлүм булыуынса, 1922 йылда Түбә бегун фабрикаһы, йәнә ике йыл үтеүгә Баймаҡ алтын-баҡыр заводы эш башлай. Хәтерегеҙҙәме, Батыр Вәлид ағай: “Тәрән шахта эсендә,/ Алтын ҡаҙыу эшендә, эшендә/ Урал улдары./ Улар киркә тоталар,/ Тау йөрәген йырталар,/ Алтын аҡтарып”, – тип яҙған. Тик­тәҫкә түгел был. Ышанаһы­ғыҙмы-юҡмы, иллә 1925 – 1935 йылдарҙа илдә йәмғеһе сығарылған алтындың — 10, баҡырҙың 12 проценты Бай­маҡ яғы ятҡылыҡтарынан алынған. Беҙ бала саҡта тамашаларын ҡарап үҫкән, әле булһа һағынып һөйләгән Баймаҡ колхоз-совхоз театры, ошондай коллективтарҙың Бөтә Союз смотрында 1935 йылда икенсе урынға сыҡҡас, Баймаҡ артистары яҡташтары исеменән ил башлығы Иосиф Виссарионович Сталинға алтын ҡурай бүләк иткән.
Күп йылдар белеүемсә, Баймаҡ­та халыҡ һис ҡасан да бөлөнөп, бахырланып йәшәмәне. Текәрәк сифаттары, бәлки, бәғзе мәлдәрҙә үҙен һиҙҙерәлер ҙә, әммә был һауаланыу түгел, ә баймаҡтар дәрәжәһен юғары тотоу ғына. Абдулхаҡ Игебаев: “Беҙ баймаҡтар бит әле!” – тип яҡташтарына рухи кимәл дә билдәләгән һәм Баймаҡ­тағы тамырлы кеше булыуҙың ни ҡәҙәре лә яуаплы икәнлеген аңғартҡан. Ғөмүмән, дәүләттең ифрат оло бүләктәренә һәм маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған халыҡ шағирының ижадындағы төп герой – өҙөлөп һөйгән Ирәндеге, Талҡаҫ, ҡоштар осоп ҡанатын талдырыр далалары, ҡолонсаҡтың көмөш ҡың­ғырауҙар ише сылтырап кешнәүе. Ошо юлдарҙың авторы – шиғыр яҙыусы түгел, ә уны ихласлап уҡыусы ғына. Шуға күрә әҙәби ижад тураһында белемсе булып фекер йөрөтә алмам. Ләкин шиғырҙарҙың ҡағыҙға зиһендән ағып төшкәненме, йөрәкте ярып сыҡҡанынмы һиҙемләү өсөн ябай шиғыр һөйөүсе булыу ҙа етәлер.
Көн оҙон асманды гиҙеп талсыҡ­ҡан ҡояш, аҡтыҡҡы нурҙары менән ҡарт ҡарағайҙарҙың осон алтын буталға мансып, йомошон йомошлап арыған мосафир шикелле, Ялан Йылайыр аръяғына аҡрын ғына ауыша. Урман төнгө тормошҡа әҙерләнә, сөнки күҙһеҙ-ҡолаҡһыҙҙар ғына ҡараңғы төшөү менән тәбиғәт тынлыҡ ҡосағына сума тип уйлай. Һәр тереклектең, әҙәм балаһыныҡы һымаҡ уҡ, уяныу мәле һәм йоҡоға талыу мөҙҙәте була. Ҡайҙалыр ошонда, кешеләр ташлап киткән Ямаш тигән урман утарында ла, сабыйҙар тыуа торған һәм ғүмер юлын үткәндәр мәңгелеккә күскән. Дегәнәк ҡатыш ҡыуаҡтар баҫҡан иҫке зыяратта Зәкәриә Аҡназа­ровтың әсәһе Хәбирә Зыяетдин ҡыҙы менән Шәрәфетдин Ғиләж улының ҡәберҙәрен эҙләп табыу хәҙер мөмкин дә түгел. Утар һәм бәләкәй ауылдар түгел, замананың ҡыҫымына сыҙамай, ер өҫтөнән оло ҡасабалар, хатта ҡалалар юйыла. Донъялыҡта үтмәҫ бер нәмә лә бул­май, бәлки кешеләрҙең хеҙмәте һәм беҙҙең рәхмәтле хәтер генә ҡала.
Минең Зәкәриә Аҡназаров ағай­ҙың атайсалын байтаҡ әүәл барып күреүҙән алған болоҡһоулы тәьҫорат­тарымды йәнә килеп яңыртып ултырыуым.
Тәңре тәғәйенләгән юлды һәр кем үҙе һәм үҙенсә генә үтә, нимә эшләһә лә, уны фәҡәт үҙ ҡулы менән башҡара. Эреле-ваҡлы барса эштәребеҙҙең, ихтыярыбыҙҙан тыш уҡ, халыҡтың уртаҡ ғәмәлдәре йылъ­яҙ­маһына үрелеп китеүе тура­һында һирәк уйланабыҙ. Зәкәриә Аҡназаров та, уҙған быуаттың ҡыр­ҡынсы йылдарында уҡ осһоҙ-ҡы­рыйһыҙ, йәмәғәт, ойоштороу, хужа­лыҡ хәстәрҙәренә башкөллө сумған сағында, ошо дөйөм эштә үҙенең урыны тураһында уйланыуы икеле.
Аҡназаров ағайҙың ил күләмендә билдәле дәүләт эшмәкәре булып китеүе, Башҡортостан хөкүмәтен сирек быуат етәкләүе тураһында күптәр беләлер. Шуныһы, Зәкәриә Шәрәфетдин улы менән бергә эшләгәндәр уның ауыл тормошона айырыуса иғтибарлы булыуын күрә йөрөгән. Республиканың иң юғарғы етәкселәренең күпселегенең ауылда үҫкәнлеген инҡар итеү мөмкин түгел. Бының сәбәбе ябай: ауыл­дыҡылар – һәр йәһәттән төплө, эшкә етди мөнәсәбәттәге халыҡ. Аҡназаровтағы тәрән ғаҡылдың хикмәте лә шунда: ауылдың донъяуи мәсьәләләре менән шөғөл­ләнеүҙе ул, ғәжәп рәүештә, буй тартып килеүсе бала-саға, йәш-елкен­сәк тураһында хәстәрлеккә алып барып тоташтырыр ине. Әйтәйек, хөкүмәт рәйесе ауылға килеп төшөү менән иң башта мәктәпкә йүнәлә – уҡытыусылар менән һөйләшергә, уларҙың кәңәш-төңәшен ишетергә, заруры сыҡҡанда, ярҙам итергә.
“Нимә һуң ул – мәктәп?” – тип һорар булған Зәкәриә Шәрәфетдин улы һәм үҙе үк яуап ҡайтарған: “Ул – беҙҙең алдағы көнөбөҙ. Балаларға һәм йәштәргә ҡала бирә алмаған күп мөмкинлектәрҙән мәх­рүм ауыл ерендә уҡытыу һәм тәрбиәләүҙе ойоштороу теләһә ҡайһы власть булғанда ла һәр етәксе өсөн төп бурыс булып ҡала”.
Тәүгә ишетеүҙә ғади ғына яңғы­раһа ла, әлеге фекер тәрән фәл­сәфәүи мәғәнәгә эйә, сөнки был донъяла нимә генә эшләмәйек, ул тормошто дауам итеүгә йүнәл­тел­гән. Аҡназаров иһә ауыл мәсьә­ләләре менән айырата ныҡышып шөғөл­ләнде. Бәлки, баҡыйлыҡҡа киткәнсе крәҫтиәндең ғүмерлек хыялына – етеш тормошта һәм киң күкрәк менән йәшәүен күрергә өмөтлән­гәндер.
Абдулхаҡ Игебаевты ара-тирә күрә йөрөүҙәр ҙә яҙмыш бүләк иткән бәхеттер. Был донъяла асыҡ йөҙлө, ипле һүҙле кешеләр була, иллә Абдулхаҡ ағай кеүек теләһә ҡайһы мәл йөрәген усыңа ихласлап һалғандайҙар һирәктер. Һәр хәлдә, ундайҙарҙы миңә Игебай ағайҙан бүтән осратырға тура килмәне. Тап булһа, ҡыуанысын йәшермәй, ҡоласын йәйеп, ваҡ-ваҡ аҙымдарын ашыҡтырып, әллә ҡайҙан хәбәрен һалып килә: “Эй, ҡустым, әйт, ҡайһы йондоҙҙо алып тотторайым? Әллә усыңа йөрәгемде һалһам да ризаһыңмы?”
Ай, игелекле Игебай ағайым! Һиндәге кеүек ҙур йөрәк минең тар ғына усҡа һыямы һуң инде? Атайсалың Күсейҙә старателдәр алтын йыуған. Ҡараһаҙҙың йырмас­ланған үҙәнен, тау-тау ҡомташты күреп йөрәгем янып йөрөгәйне. Ағай, асмандағы йондоҙҙарҙың һөждәһе юҡ, шағир йөрәгенең күкрәк эсендә типкәне яҡшы. Баймаҡ илен­дә, Хоҙай ҡөҙрәте менән, алтын, баҡырҙан тыш, марганец, барит, порфирит, йәшмә һәм бүтән мәғ­дәндәр, аҫылташтар һибелеп ята. Ошо байлыҡтарҙың осмотон да миңә бирмәгән хәлдә лә, ғәзиз еребеҙҙе йәмләп, халҡыбыҙҙы данлап йәшәһәгеҙ, хәтеребеҙҙә ҡалһа­ғыҙ – иң ҡәҙерлеһе шул булыр.
Аҡ күңелле, игелекле, миһыр­банлы ағайҙарым!..




Вернуться назад