Йәшенле ләйсән күкрәүе26.04.2016
Йәшенле ләйсән күкрәүе Ғабдулла Туҡайҙың тормош һәм ижад юлы тураһында уйлағанда, һүҙҙе уның ошо шиғри юлдарынан башлағы килә: «Күктә ни булмаҫ тиһең, осһоҙ-ҡырыйһыҙ күк бит ул!» Бына шул серле күк кеүек, күңелдәрҙе арбаусы икһеҙ-сикһеҙ ғаләм кеүек, Туҡай шиғриәте нисә быуын уҡыусыларҙы хайран итә.
Ниндәй генә халыҡтың әҙәбиәтен байҡама, Туҡай кеүек тормошсан, һәр һүҙе менән заманына тамырланған шағирҙарҙы табыуы ҡыйын. Ләкин бөйөк һүҙ оҫталарын бөйөк итә торған төп сифаттарҙың береһе нәҡ шунда бит: улар үҙ замандаштарына көнө-төнө тынғы бирмәгән ҡатмарлы хәлдәр тураһында иң ҡыйыу, иң зирәк һүҙҙәрҙе беренсе булып әйтә, һәм улар асҡан хәҡиҡәт башҡа замандар өсөн дә изгегә әйләнә, ғүмерлек аҡыл хазинаһына инә. Улар өсөн ваҡыт аралары үтә шартлы. Ғабдулла Туҡай – бына шундай даһи аҡылдар затынан.



Ҡайһы бер шағирҙарҙы замандаштары үҙе иҫән саҡта баһалап еткермәй. Туҡай ундай түгел. Ғүмере ни тиклем генә аяныслы, фажиғәле булмаһын, Туҡай – бәхетле яҙмышлы шағир. Ул ғүмере буйы туған халҡы өсөн янды һәм үҙе тере саҡта уҡ иленең һөйөклө шағирына әйләнде.
Алдынғы ҡарашлы замандаштары Туҡайҙы бер тауыштан халыҡ шағиры тип атаны. 1913 йылдың апрелендә уның менән бәхилләшкәндә матбуғатта һүҙ күбеһенсә шул хаҡта барҙы. Халыҡ шағиры тигән һүҙҙәр татар тормошона беренсе тапҡыр Туҡай исеме менән килеп керҙе, уның ижады аша ошо юғары исем татар әҙәбиәтендә тәү башлап үҙенең гражданлыҡ хоҡуғын яуланы. Туҡайҙың ижади ҡаһарманлығы шағир тигән оло яуаплылыҡтың ижтимағи баһаһын бығаса күрелмәгән юғарылыҡҡа күтәрҙе.
Туҡай тураһында уйлағанда йыш ҡына ошондай фекергә әйләнеп ҡайтаһың: әйтерһең дә, яҙмыш уны сабый сағынан уҡ ошо ижади ҡаһарманлыҡҡа әҙерләгән, ауырлыҡтарҙа сыныҡтырған, ҡатмарлы тормоштоң төрлө баҫҡыстары буйлап йөрөтөп сығарған. Аҙ ғына ғүмерендә шағир күпме тормош ҡатламдарын, яҙмыш ҡыйынлыҡтарын үткән.
Шулай итеп, туғыҙ йәшенә еткәнсе үк Ғабдулла Туҡай тормоштоң күпме баҫҡыстарын белеп-кисереп өлгөргән. Ҡазандың атаҡлы Бесән баҙарында «Аҫрарға бала бирәм, кем ала?» тигән үтенес һүҙҙәре менән ҡулдан ҡулға тапшырылған, өйҙән өйгә, ауылдан ауылға, ҡаланан ҡалаға күскән.
Үтә ҡыҫҡа ғүмеренең һуңына табан шағир, йөрәге әсенеп, былай тип яҙҙы:
Аҙмы ҡаҡҡанды вә һуҡҡанды күтәрҙем мин –
етем?!
Аҙыраҡ үҫтерҙе һыйпап тик маңлайымдан
милләтем.
Эйе, сабый сағынан уҡ күпме ҡағылып-һуғылһа ла, Туҡай кешеләрҙең яҡшылығынан, туған халҡының ихтирамынан мәхрүм булып үҫмәне. Күңел күҙе асылғанда уҡ тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыны, аҡты ҡаранан айырырға бик иртә өйрәнде. Һәр шағирҙың ижади яҙмышы иң элек уның сабый һәм үҫмер саҡтарындағы тәьҫораттарына нигеҙләнә, шуларҙың йоғонтоһонда уның ҡараштары нығына, маяҡтары асыҡлана. Крәҫтиәндәр, һөнәрселәр, эшселәр, сауҙагәрҙәр, муллалар, шәкерттәр, хәлфәләр, етемдәр, йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар, урамда ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттар, хәйерселәр – ерҙәге тәүге аҙымдарынан уҡ яҙмыш Ғабдулла Туҡайҙы тормоштоң ошондай төрлө ауыр күренештәре аша йөҙгә-йөҙ терәтеп үткәрҙе, уның аяуһыҙ дөрөҫлөгөн, ысынбарлығын күрһәтте. Буласаҡ бөйөк шағир иҙелгәндәрҙең аһ-зарын тыңлап ҡына үҫмәне, ул халыҡтың күңелендә, рухында тупланған яңы ғәйрәтте, яҡтылыҡҡа сығыр өсөн юлдар эҙләүсе яңы көстәрҙе лә күрә белде, яңы заман һулышын һиҙгер тойҙо. Шуға ла ул матбуғатта күренгән тәүге шиғырҙарында уҡ көндөң иң киҫкен мәсьәләләрен күтәреп сыҡты.
Ижад донъяһына Ғабдулла Туҡай 1905 йылғы инҡилап ваҡиғалары менән рухланып килде. Уральск ҡалаһында ул мәҙрәсә мөхите менән генә сикләнеп йәшәмәне, рус телен һәм әҙәбиәтен ныҡышмалы өйрәнде. Егерме йәшлек шағир «Аристократ – һоро ҡорттар, ҡалын ҡорһаҡ, кесе баштар», «Һөжүм кәрәк ишандарға, һоро ҡорт, гөмбә баштарға» тигән ҡыйыу һүҙҙәр әйтте.
Йәш егет киңерәк көрәш майҙанына, үҙенең тыуған ерлегенә, алдынғы ҡарашлы татар йәштәре тупланған Ҡазанға көндән-көн нығыраҡ талпынды. Нәҡ ошо ваҡытта яҙылған «Мәҙрәсәнән сыҡҡан шәкерттәр ни тиҙәр?» исемле шиғырҙа нисәмә йөҙ йыл үҙгәрешһеҙ ҡалған мөхит сирҡандырғыс итеп һүрәтләнде.
Ҡазанға Ғабдулла Туҡай әҙәбиәт донъяһында исеме танылған, тормошҡа ҡараштары нығынған, атлар юлын, көрәшер маҡсаттарын асыҡ билдәләгән шағир булып килде. Тыуған яҡҡа ҡайтыу уның ижадына яңы дәрт, яңы илһам өҫтәне. «Эй, Ҡазан, дәртле Ҡазан! Моңло Ҡазан, нурлы Ҡазан!» тип яҙҙы ул «Пар ат» исемле шиғырында. Бында Туҡай әҙәбиәт һәм матбуғат донъяһындағы төп көстәр менән яҡындан аралашты, тиҙ арала кемдең кем икәнлеген һынап өлгөрҙө, үҙенә ышаныслы фекерҙәштәр эҙләне һәм тапты.
Ғабдулла Туҡайҙың Ҡазанда йәшәгән һәм ижад иткән осоро алты йылға ла тулмай. Уйлап ҡараһаң, ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең яҙылыу ваҡыты унан да оҙағыраҡҡа һуҙылырға мөмкин. Ә Туҡайҙың барлыҡ ижад ғүмере – матбуғатта тәү башлап күренгән «Мужик йоҡоһо»нан алып һуңғы шиғырҙарына тиклемге ара – ни бары ете йыл менән сикләнде. Туҡай егерме ете йәшлек ҡыҫҡа ғүмерен бары әҙәбиәткә арнаны. Ул ғаилә бәхетен дә, яйға һалынған шәхси тормош рәхәттәрен дә күрмәне, тик ижад шатлыҡтары, ижад ғазаптары менән йәшәне. Һуңғы һулышына тиклем ул бар көсөн туған халҡына бирҙе.
Ғабдулла Туҡай ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә бөйөк гражданлыҡ ҡаһарманлығы күрһәтте, яңы демократик татар шиғриәтенә нигеҙ һалды. Ул милли әҙәбиәттең донъяға яңыса ҡарашын, яңы идея-эстетик принциптарын билдәләне.
1886 йылдың яҙында донъяға килгән Туҡайҙың ижадын егерменсе быуат башындағы татар тормошоноң энциклопедияһы тиҙәр. Ләкин шуны өҫтәргә кәрәк: ул төрлө факттарҙы теркәгән ябай мәғлүмәт сығанағы түгел. Уның һәр бите, һәр юлы шағирҙың күҙ нуры менән, йөрәгенең ҡаны менән яҙылған.
Туҡай ижады татар әҙәбиәтенең генә түгел, барлыҡ төрки донъяһының офоҡтарын киңәйтте. Уны башҡа халыҡтарҙың күренекле әҙиптәре – ҡаҙаҡ Сабит Моҡанов, төркмән Берды Кербабаев, ҡырғыҙ Ҡасымалы Баялинов һ.б. үҙҙәренең уҡытыусыһы тип атаны.
Ә инде башҡорт халҡының рухи йәшәйешендә Туҡайҙың тотҡан урынына килгәндә, был – донъя әҙәбиәттәрендә һирәк осрай торған ғәжәп бер күренеш. Ниндәй милләт уҡыусыһы башҡа милләт шағирын шулай үҙенеке итеп ғүмерлеккә күңелендә тамырландырҙы икән? Хәйер, Туҡайҙың тәүге китаптарын ҡулға алған, тәүге уҡыған башҡорттар, моғайын, уның милләтен төпсөнөп тормағандыр. Улар шағирҙы үҙ туғаны, серҙәше, фекерҙәше, моңдашы күреп ҡабул иткән.
Шағирҙарҙы ситтән килтермәйҙәр. Урлап йәки көсләп тамырландырып, шиғырҙарҙы, йырҙарҙы һәм эпостарҙы үҙеңдеке итеп булмай. Башҡа халыҡтарға һәм илдәргә шағир бары һөйөү юлы менән килә, уларҙың күңелен бары һөйөү аша яулай. Башҡорт йөрәгенә Туҡай бына шул юл менән килеп инде.
Егерменсе быуат башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Туҡай тураһында башҡорт әҙәбиәтендә күпме шиғырҙар, иҫтәлектәр, мәҡәләләр, ғилми хеҙмәттәр яҙылған. Шуларҙың иң күренеклеләрен туплап, был мәсьәләне махсус өйрәнеп, Суфиян Сафуанов 1966 йылда «Туҡай – Башҡортостанда» исемле йыйынтыҡ төҙөп сығарғайны. Татар шағиры тураһында арҙаҡлы шәхестәребеҙ әйткән бик күп матур фекерҙәрҙе «Беҙҙең Туҡай» тигән һүҙҙәр менән берләштереп булыр ине. Академик Ғайса Хөсәйенов Туҡайҙың туҡһан йыллығына арналған мәҡәләһен бына шулай исемләгәйне. «Беҙҙең Туҡай» тибеҙ икән, уны һис бер шикләнмәйенсә әйтәбеҙ. Былай тип әйтеү сит байлыҡҡа үрелеү, хужа булырға тырышыу түгел. Оло әҙиптәребеҙҙең Туҡайҙан алған һабаҡтары, халҡыбыҙҙың эстетик үҫешендә татар шағирының тотош ижад мәктәбе булыуы беҙгә шулай тип раҫларға хоҡуҡ бирә. Туҡай һүҙе башҡорт зиһененә сабый саҡтан халыҡ һүҙе һымаҡ тәбиғи ингән.
Шиғриәттең бәһлеүәне Туҡай «Йәшен йәшнә­гәндә» исемле дүрт юллығында ошолай тигәйне:
Ҡурҡытма һин, Алла, йәшен менән,
Барыбер мин ҡурҡмай йәшәй беләм.
Ҡурҡытһаң да, ҡурҡмайым, аяҙымды
Һатып алдым йәшем менән!
Ләйсән бик һирәк күкрәп, йәшенләп килә. Туҡай ҙа бит – тарихта шулай һирәк була торған күренеш. Был йәшенле ләйсәндең күкрәүе Рәсәйҙәге барлыҡ төрки донъяһын яңғыратты, татар халҡынан һуң иң элек башҡорт мөхитенә үтеп инде. Бына шуға беҙ уны «Беҙҙең Туҡай» тибеҙ. Туҡайҙың яҡты эҙе башҡорт һәм татар халыҡтары араһындағы рухи туғанлыҡтың иң матур сағылыштарынан ул.
Шағирҙың үлемен ишетеп, ҙур ҡайғы кисергән башҡорт халҡының күңелендә «Туҡай бәйете» тыуҙы. Уның ижадының асылын беҙҙең халыҡ ҡайһылай тапҡыр әйтеп биргән:
Шағирҙарға шағир ине
Ул, Туҡай, заманында.
Ҡурҡып тормай әйтер ине
Яҡшыһын, яманын да.
1911 йылда Шәйехзада Бабич «Ғабдулла әфәнде Туҡаев» тигән шиғырын яҙҙы. Туҡай тере сағында уға арналған башҡа шиғырҙы мин, мәҫәлән, белмәйем.
Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: быуаттар буйына тулылана һәм байый килгән туғанлыҡ бәйләнештәре бер яҡлы ғына булманы. Туҡай үҙе лә башҡорт моңона бәләкәстән ғашиҡ булып үҫкән. 1895 йылдарҙа уҡ Уральскиҙа ул халыҡ йырҙарын айырым дәфтәргә яҙып барған. Унда «Фатима» («Сибай кантон»), «Стәрле», «Сәрмәсән», «Ағиҙел» кеүек башҡорт йырҙары ла теркәлгән. Уральскиҙа шағир менән бер мәҙрәсәлә уҡып, яҡындан аралашып йәшәгән Шәриф Ҡәйүмов былай тип яҙа: «Туҡай ҡумыҙҙа бик матур уйнай ине. Башҡорт халҡының ҡурай тауыштарын сығара, Урал йылғаһының ағымына, һирәк кенә аҡ мамыҡ тауы кеүек ағарып торған болоттарға ҡарап уйнай ине». Уральскиҙа йәшәгәндә Туҡай «Граф Лев Толстой йәнәптәре яҙалыр» тигән баш менән бөйөк рус яҙыусыһының башҡорт тормошона арналған «Ильяс» тигән хикәйәһен тәржемә итеп, 1906 йылда «Фекер» гәзитендә баҫтыра.
Шағирҙың Ҡазан тормошонан Исмәғил Рәмиев ошондай ваҡиғаны хәтерләй: «Башҡорт балаһы, ти торғайны ул миңә, гәрсә Өфө яғы типтәре булһам да, «Ашҡаҙар»ҙы йырла әле. Шағир үҙе лә йырға ҡушыла...»
Ошо уҡ «Ашҡаҙар» йырының нисек тыуыуы тураһында халыҡ хәтере һаҡлаған тарих менән уҡыусылар тәү башлап Туҡайҙың «Халыҡ әҙәбиәте» тигән хеҙмәте аша танышты. Уның «Халыҡ моңдары» тигән фольклор яҙмаларында Ағиҙелгә арналған ҡыҫҡа һәм оҙон үлсәмле строфалар байтаҡ. Шағир:
Эте сыҡты өрмәгә,
Ҡыҙы сыҡты күрмәгә,
Этен алдым бысаҡҡа,
Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа,–
тигән йырҙы килтерә лә:
Иҫке был таҡмаҡ сабый ваҡытымда күп
таҡмаҡланған,
Таҡмағым булғанға күңелем дәфтәрендә
һаҡланған,
– тип яҙып үтә. Был һүҙҙәр башҡорт халҡының яратып йырланған йырында бөгөн дә яңғырай.
Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡлы: күренекле башҡорт ғалимы Закир Шакиров 1929 йылдың йәйендә «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте тарафынан Арғаяш кантонында тел һәм фольклор байҡауҙары яһау өсөн ебәрелгән отрядтың ҡыҫҡаса хисабы» тигән мәҡәләһендә («Белем» журналы, 1930, № 2) Туҡай биографияһына бәйле ошондай фактҡа иғтибар иткәйне: «Татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдәнең атаһы... Зиннәтулла шағир булған. Ул йәш сағында уҡ Ғәшир ауылында балалар уҡытыусыһы булып, төп Ғәйнә иле (Ҡужамаҡты ауылы) башҡорто».
Татар шағиры М. Уҡмаси ошондай мәғлүмәттәр бирә: «Туҡайҙың олатаһы Зиннәтулла ла, әсәһе Мәмдүдә лә, апаһы Сажиҙә лә шиғырҙар яҙыу менән шөғөлләнгән». Туҡайҙа ялҡын булып ҡабынған шиғриәт уты, шулай итеп, үҙ ырыуында уға быуындан быуынға күсеп, рухи мираҫ булып килеп еткән.
1912 йылдың яҙында ике тапҡыр Өфөлә булып киткән Туҡайҙың иң яҡты тәьҫораттарының береһе – Файыз Дауытов йырлаған башҡорт йырҙарын тыңлауы. «Ялт-йолт» журналының 1912 йылғы бер нисә һанында баҫылған «Мәҡәләи махсуса» исемле юлъяҙмаларында «Мин ундай йырауҙы ғүмер буйы тыңлар инем» тип яҙа һәм, шул мираҫты һаҡлау тураһында хәстәрлек етмәүенә көйөнөп, былай ти: «Әгәр Файыз әфәнде кеүек ысын башҡорт рухы вә башҡорт моңо менән йырланған йырҙар ҙа граммофондарға алынып ҡалһа, аҙмы әһәмиәтле булыр ине».
Шағир яҙмышы бер ҡасан да еңел генә булмаған, ҡайғыһыҙ йәшәмәгән.
Эй мөҡәддәс, моңло сағым!
Уйнаның һин ник бик аҙ!
Һин һынаның, мин һүнәмен,
айырылабыҙ, ахырыһы,
– тип йырланы 24 йәшлек шағир.
Ҡайтманы үс, бөттө көс, һынды ҡылыс
– шул булды эш;
Керләнеп бөттөм үҙем,
донъяны паклай алманым
– был һүҙҙәрҙе әйтер өсөн ҡаһарман рухлы Туҡайға күпме фажиғәне йөрәге аша тетрәп үткәрергә тура килгән.
Юҡ, Туҡайҙың ундай юлдары – күңел төшөн­көлөгө түгел, ул заман тәртиптәре менән ярашмау, хакимдарға ҡаршы сығыу. «Шағир» исемле шиғырҙа был хаҡта бик матур әйтелгән:
Күңелемдә көн һаман аяҙ – һаман да яҙ,
Шағир күңелендә ҡыш булмай ҙа ҡар яумай.
Туҡайҙың «Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо» тигән һүҙҙәрен Максим Горький һоҡланып хәтергә алған. Шағирҙың күңел ҡошо үҙ заманының ғәҙелһеҙ, ҡараңғы, тонсоҡторғос донъяһын тарһынып, яҡты киләсәккә осто.
Туҡай васыяттар әйтер йәшкә етмәйенсә вафат булған. Ләкин ысын шағирҙарҙың һәр һүҙе киләсәк быуындарға әйтелгән васыят булып йәшәй. Бөйөк Туҡай: «Әйҙә халыҡҡа хеҙмәткә, хеҙмәт эсендә йөҙмәккә», – тип барыбыҙҙы ла алға әйҙәй. Киләсәк быуындарҙы ла ул шулай саҡырасаҡ.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Вернуться назад