Аҡса буласаҡ26.04.2016
Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн айырым шарттар булдырыу кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһында отчет менән сығыш яһағанда әйткәйне. Төбәктәрҙә өс йыл эсендә күп балалы ғаиләләрҙең ер биләмәһенә сиратын бөтөрөү кәрәклеген дә телгә алды Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. Әгәр ҙә ер бүлеп бирерлек мөмкинлек юҡ икән, бындай ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә йә башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә кәрәк, тип билдәләне ул.
– Көрсөк шарттарында мөһим программаларҙы ҡыҫҡартырға мәжбүр булһаҡ та, балалы ғаиләләр хаҡында оноторға ярамай, – тине Дмитрий Медведев. Уның әйтеүенсә, ил Президенты менән осрашыу барышында 2016 йылда әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр бирелә торған пособиены түләү программаһы оҙайтылған. “25-әр мең түләйәсәкбеҙ, бының өсөн 50 миллиард һум кәрәк буласаҡ. Аҡса табасаҡбыҙ,” – тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте рәйесе. Өсөнсө балаға һәм артабан тыуғандарына ла айлыҡ түләүҙәр һаҡланасаҡ.
Шулай уҡ быйыл хеҙмәт хаҡының минималь күләмен арттырыу хаҡында һүҙ булды. Ә 2020 йылға Хөкүмәт МРОТ кимәлен эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумына тиклем күтәреүҙе планлаштыра.