“Бабай әрменән ҡайтҡансы һыйырҙы икәү иттем...”26.04.2016
Бала саҡтан бергә уйнап үҫеп, үҫмер, йәшлек йылдарын татыу үтеп, сәстәрен-сәскә бәйләп, матур балалар үҫтергән, хәҙер бәхетле ҡартлыҡта 70 йыл бергә ғүмер кисергән кешеләргә нисек һоҡланмаҫһың! Ишей ауылынан Мәймүнә менән Ғүмәр Рәхмәтуллиндар – тап шундай ғаилә.

Уларҙың ғүмер юлы китапҡа торошло. Бала саҡтары Кейәүеште ауылында үтә. Йәшлек осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа утын ҡырҡыу кеүек ауыр эш уларҙың елкәһенә төшә. Шул саҡты Рәхмәтуллиндар бөгөн дә күҙҙәренә йәш алып иҫләй: “300 грамм икмәк өсөн ҡул бысҡыһы менән көнөнә 3 кубометр утын әҙерләнек. Аяҡҡа, өҫкә кейергә йылы кейем дә булманы”, – ти улар. Кистәрен Мәймүнә, тылдағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, фронт өсөн йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Түңәрәк йөҙлө, һылыу, ҡара ҡашлы, эшкә ифрат тырыш, сос, һис бер нәмәгә зарланып бармаған был ҡыҙ башҡалар араһында тиҙ ихтирам яулай.
Бөтә көсөн немец илбаҫарҙарын еңеүгә бағышлаған Мәймүнә инәй менән Ғүмәр олатайҙың ауылдаштары араһында абруйы ҙур.
Улар 1945 йылдың 31 декабрендә өйләнеп, татыу, бәхетле көн итәләр. 1946 йылдың 16 декабрендә тәүге мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары Мәҙинә – донъяға килә. Балаһына ике йәш тулыуға Ғүмәр олатайҙы әрме сафына алалар. Өс йыл Иран сигендә кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә ул. 1951 йылда, хеҙмәтен тултырып, ғаиләһенә ҡайтып төшә. Ул ваҡытта ҡыҙҙарына 5 йәш тулған була.
Мәймүнә, сабый бала менән яңғыҙы ғына ҡалһа ла, һыйыр, ваҡ мал көтә, яңғыҙы йәйәүләп йөрөп бесән эшләй. “Бабай армиянан ҡайтҡансы мин һыйырҙы икәү итеп, май, һөт тапшырып, ул ваҡытта кешелә булмаған сепаратор алдым”, – тип һөйләй ул хәҙер.
Ғүмәр олатай Икенсе Этҡол лесничес­твоһына урман ҡырҡыусы булып эшкә төшә һәм шунда 40 йылдан ашыу эшләп, хаҡлы ялға сыға. Һис тә буш ултырырға яратмай: оҫта бура бураусы була. Үҙ ҡулдары менән ҙур, матур йорт һалып инә. Мәймүнәһенең дә ҡулынан килмәгән эше юҡ: балаларына ла, үҙенә лә ғүмер буйы күлдәктәрҙе үҙ ҡулдары менән тегеп кейә, шәл бәйләү оҫтаһы ла була ул. “Күп итеп дебет шәл бәйләп, Магнитогорск ҡалаһына алып барып, баҙарҙа һатып, балаларға кейемдәр алып ҡайтыр инек. Ул ваҡытта автобус, машина тигән нәмә булманы – ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа утын тейәгән ылауға ултырып йөрөй торғайныҡ”, – тип иҫләй Мәймүнә инәй.
Мәймүнә инәй менән Ғүмәр олатай биш балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһен үҫтереп, уҡытып, матур туйҙар үткәреп оло тормош юлына баҫтырған. Был ғаиләлә балалар нәҡ ата-әсәләре кеүек тормошта иң элек үҙ көстәренә таянып, намыҫ менән йәшәргә өйрәнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн яңғыҙ улдары һәм бер ҡыҙҙары был донъяла юҡ. Ауыр ҡайғы кисерһә лә, бирешмәгән инәй менән олатай. Атай-әсәйҙәрен, ҡәйнә-ҡайныларын да хөрмәт итеп, уларға ярҙам итеп, ҡәҙерләп көттөләр. Улар биш намаҙын ҡалдырмай, мәсеткә йөрөйҙәр, йорт-илгә изгелек, халыҡҡа бәрәкәтле мул тормош теләп, яҡты киләсәк юрайҙар. Мәсетте төҙөүгә лә күп көс һалдылар. Хеҙмәте менән Еңеү килтергән оло быуын вәкилдәрен онотмай, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән Хөкүмәткә рәхмәтле булып йәшәйҙәр.






Вернуться назад