11 бала атаһы Исмәғил Шәңгәрәев ғаиләһе менән Дубай ҡалаһына күсеп, шунда киң бизнес йәйелдергән. “Тығыҙ эш графигы сабыйҙарығыҙға, ҡатынығыҙға иғтибар бүлергә ҡамасауламаймы?” тигән һорауға ул былай тип яуапланы:
– Эшем күп тигән булып, ҡайһы бер ир-ат өйөнә лә ҡайтып инмәй, балаларының үҫкәнен күрмәй ҡала. Был – өйҙә тормаҫҡа һылтау, аҡланыу ғына. Теләгән кеше барыһына ла ваҡыт таба. Кәрәк саҡта үҙем баланың кейемен дә алыштырам, йоҡларға ла һалам, ашатам да – был ғәҙәти хәл. Төндә ике-өс тапҡыр уянып, сабыйҙарҙың аяғын тотоп, өҫтәрендәге юрғандарын рәтләп ябып йөрөйөм. Һәр иртәлә бәләкәстәрем менән диңгеҙҙә йөҙәм, мәж килеп уйнайбыҙ, балыҡтар донъяһын өйрәнәбеҙ. Ғаилә менән ял итергә сәскәләр паркына барабыҙ. Иртән ғәзиздәремдән алған ыңғай энергия миңә көн буйына етә, тауҙар күсерерлек көстө лә улар бирә.
Ҡайһы берәүҙәр тәүҙә аяҡҡа баҫырға, унан һуң ғына тормош ҡорорға, бала табырға кәрәк тип һанай, өйләнеүен кисектерә бара. Был фекер менән бер ҡасан да килешмәнем. Һәр нәмә үҙ ваҡытында, бергә үрелеп барырға тейеш. Шулай күңеллерәк тә.