Игенсе тигән даны ҡалды13.03.2012
Игенсе тигән даны ҡалдыТормош ҡанундары аяуһыҙ: шатлыҡтары менән бер рәттән ҡайғыһы ла булып тора. Ләкин уларҙың бер мәлгә тура килеүен нисек аңларға? Әсе яҙмыш типме? Агроном Юрий Петрович Моряков менән дә тап шулай булды. Теүәл ун биш йыл элек уның 60 йәшлек юбилейы бөтә Баймаҡ районы кимәлендә ҙур тантана итеп ойошторолғайны. Ә бер аҙна ла үтмәҫтән ул мәрхүм булып ҡалды...
Юрий Моряков үҙ ғүмеренең 37 йылын яратҡан игенсе шөғөлөнә бағышланы. Ошо йылдарҙың егерме дүрте “Йылайыр” совхозына тура килә. Бик һирәктәр генә бер урында агроном булып ошолай оҙаҡ йылдар эшләй алалыр. Етмәһә, республиканың иң ҙур игенселек хужалығында.
Хәҙер патриотизм, Тыуған ил алдында бурыс, үҙ эшеңә бирелгәнлек кеүек төшөнсәләр нисектер онотола бара. Ә бына данлыҡлы агроном өсөн улар ҡоро һүҙ генә булманы, ә уның тормош асылын билдәләне, йәшәү мәғәнәһенә әйләнде. Уны бер нисә тапҡыр Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренә, республиканың башҡа райондарына эшкә саҡырҙылар. Ләкин Юрий Петрович һәр төрлө ҡыҙыҡтырғыс вәғәҙәләргә ымһынманы, ә Баймаҡ еренә тоғро булып ҡалды.
“Йылайыр” совхозына Ю. Моряков тәжрибәле белгес булып килде. Ул хеҙмәт юлын 1960 йылда “Победа” колхозында (хәҙерге “Рассвет” АХК-һы) башланы, ә һуңынан “Һәүәнәк”, “Баймаҡ” совхоздарында, “Баймаҡ” тәжрибә хужалығында эшләне. Ун өс йыл арауығында бай тәжрибә тупланы, оҫта белгес булып танылды. Уның фекеренсә, тәжрибә хужалығында үткәрелгән дүрт йыл айырыуса уңышлы булған. Тап бына ошо хужалыҡта ул үҙен тәжрибәле агроном итеп таныта, сөнки белгестең эҙләнеүҙәргә ынтылышы, ижади эше хужалыҡ етәкселәре тарафынан да, урындағы ғалимдар яғынан да киң яҡлау таба.
Тәү ҡарамаҡҡа ғәжәп һымаҡ тойолһа ла, Өфө егете агроном булып киткән. Ләкин был осраҡта ғәжәпләнерлек бер нәмә лә юҡтыр, моғайын. Уның ата-әсәһе — ауылдан сыҡҡан кешеләр, тик яҙмыш елдәре уларҙы ҡалаға килтерә. Һуғыштан алда һәм унан һуң да Өфө, бигерәк тә уның биҫтәләре, ҡалаға ҡарағанда ауылға тартымыраҡ булған. Уның халҡы ла көндөҙ ҡала эшсеһе булһа, кистәрен ауыл эшсәненә әйләнгән: күптәре мал тотҡан, баҡсала бил бөккән. Был йәһәттән Юраға ла күп тырышлыҡ һәм хеҙмәт һалырға тура килә, сөнки бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, етмәһә, атаһы фронттан ҡайтмай. Ергә һөйөү, бала саҡтан туйғансы икмәк ашау хыялы үҫмерҙә агроном булыу теләген тыуҙыра ла инде.
Артабанғы тормош юлы тураһында Ю.П. Моряков бына нимә һөйләгәйне: “1956 һәм 1957 йылдарҙа Әбйәлил районында ураҡта ҡатнаштым. Урал аръяғы киң далалары һәм бигерәк тә асыҡ күңелле, намыҫлы, рухи яҡтан бай халҡы менән үҙенә арбаны. Институтты тамамларҙан алда уҡ фәҡәт ошо төбәккә эшкә китергә тәүәккәлләнем. Бына шулай итеп Баймаҡ районына килеп сыҡтым”.
Юрий Петрович үҙенең яҙмышын “Йылайыр” совхозы менән бәйләне, уның һөнәри оҫталығы тап ошонда тулыһынса асылды. Даими ижади эҙләнеүҙәр мул уңыш булып емештәрен бирә килде. Хужалыҡта игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһын индереү, хеҙмәтте ойоштороуҙың яңы алымдарын үҙләштереү һәм башҡа күп яңылыҡтар күренекле белгестең исеме менән бәйле. Йылайыр ерендәге хеҙмәттәре өсөн Ю. Моряков Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнде, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул төрлө форумдарҙың эшендә ҡатнашты, атап әйткәндә, СССР профсоюздары съезына делегат булып барҙы, данлыҡлы халыҡ академигы Т.С. Мальцев менән осрашты. Бындай абруйҙы агроном үҙенең күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте менән яуланы. Уны “Йылайыр” игенселәренең яулаған уңыштарында ла күрергә мөмкин. 1986 йылда хужалыҡта иген культураларының уртаса уңышы 29 центнерға яҡынлашты. 1992 йылда был кимәлде лә уҙып киттеләр. Ә бит баҫыуҙарҙың майҙаны ниндәй ҙур ине! Утыҙ мең гектарға яҡын. Бына шуға күрә лә район һөҙөмтәләре күп яҡтан йылайырҙарҙың уңышына ныҡ бәйле булды.
Элегерәк иһә бындай даими ҡаҙаныштар булмай торғайны, һыу-ел эрозияһы ҡазаға әйләнә башланы. Әйтәйек, 1974 йылда йылайырҙарҙың күрһәткесе Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының совхоздары араһында иң түбәне булғайны (элекке агрономия хеҙмәтенең эш һөҙөмтәһе).
— Һәйбәт уңыш — ифрат ҙур хеҙмәт, эҙләнеүҙәр ул, — тип һөйләгәйне Юрий Моряков. — Агрономдың эше ижади хеҙмәт кешеләренекенә оҡшаған: ниндәйҙер бер фекерҙе бойомға ашырыу өсөн йылдар талап ителә. Ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшһәң, ысын мәғәнәһендә ижад шатлыҡтары кисерәһең. Әлбиттә, үкенгән саҡтар ҙа була. Ҡайһы ваҡыт һине аңламайҙар йә иһә аңларға теләмәйҙәр. Беҙҙең эштә етәкселәрҙең яҡлауы-хуплауы айырыуса мөһим.
Агрономдың уңышы — эшенә вазифа бурысын үтәү генә тип ҡарамай, ә уға мөкиббән бирелеп, янып йәшәүендә. Белгестең ҙур абруйы ла, инаныуы ла, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе лә ярҙам итте уға. Фекерҙәштәренең күп булыуы ла мөһим әһәмиәткә эйә булды. Хужалыҡта уның башланғыстарын шунда уҡ күтәреп алалар, уларҙы тормошҡа ашырыу сараһын күрәләр ине. Мәҫәлән, Борис Фролов, Зөлфрит Ғәзиев, Риза Яхин, Мөҙәрис Сәлихов, Аврар Сафин кеүек урта звено етәкселәре Юрий Петровичтың ышаныслы таянысы булды.
Журналист булараҡ, агроном тормошоноң тағы ла бер йүнәлешен билдәләп үтмәй булдыра алмайым. Ул район һәм республика гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, алдынғы тәжрибәне таратты, ерҙең уңдырышлылығын һаҡлап ҡалыу, нисек юғары уңыш алыу тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Бына шуға күрә лә Юрий Моряковтың “Советская Башкирия” гәзите лауреаты, ә беҙҙең районда С. Мифтахов исемендәге журналистика премияһына лайыҡ булыуы һис тә осраҡлы түгел.
Юрий Петрович хаҡында һөйләгәндә, уның ышаныслы тылына әйләнгән ғаиләһе тураһында ла телгә алмау яҙыҡ булыр ине.
— Ул тулыһынса эшкә, агроном хеҙмәтенә мөкиббән бирелде, шуға күрә йорттағы төрлө хәстәрлек минең елкәгә төштө, — тип һөйләй ҡатыны Валентина Дмитриевна. — Дөрөҫ, емеш баҡсаһына, картуфлыҡҡа иғтибар итте, улар ауылда иң яҡшыларҙың береһе булырға тейеш тип уйлағандыр, сөнки шәхси баҡса ла бит, совхоз баҫыуҙары кеүек, ниндәйҙер дәрәжәлә агрономдың йөҙөн билдәләй.
Валентина Морякова ла, ире кеүек үк, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем алған.
— Ирем янына Бикешкә һуңыраҡ килдем дә аптырап ҡалдым: ауыл ташландыҡ хәлдә, сыҙап булмаҫлыҡ эҫе, тәбиғәте лә ҡотһоҙ ине, — тип хәтерләй ул. — Үҙемде һөргөнгә килеп эләккән һымаҡ тойҙом. Етмәһә, емерелергә торған өйҙә йәшәйбеҙ. Ләкин әкренләп барыһына ла күнектем, был яҡтарҙың үҙенсәлекле матурлығына өйрәндем. Ә Петр улыбыҙ менән Екатерина ҡыҙыбыҙға килгәндә (икеһе лә табип һөнәрен һайланы), Баймаҡ районы — уларҙың яратҡан тыуған төйәге.
Валентина Дмитриевна әйтеүенсә, Юрий Петровичтың яҙмышы — уның яҙмышына, эше уның эшенә әүерелгән. Шуға күрә лә тәүге осорҙағы йыш күсенеүҙәр, эште, хатта һөнәрҙе алмаштырыу уның өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнә. Һуңғы ваҡытта ул ауыл хужалығы техникумында бүлек мөдире була.
...Юрий Петрович менән һуңғы тапҡыр 60 йәшлек юбилейына әҙерләнгән мәлендә һөйләштем. Уны һәр ваҡыт күтәренке кәйефле, шат күңелле һәм үҙенә ышанған ҡиәфәттә күрергә өйрәнгәйнем. Һәр кемде йор һүҙе, төрлө лаҡаптары менән әүрәтеүенә, ә кәйефе айырыуса һәйбәт булған саҡта йыры менән һөйөндөрөүенә күнегеп киткәйнек. Был юлы иһә агроном бойоҡ ине. Яңыраҡ кисергән сире йоғонто яһағанмы, әллә буласаҡ юбилей мәшәҡәттәренә борсоламы — аңламаным. Күрәһең, икеһе лә булғандыр инде, етмәһә, хаҡлы ялға йыйыныусы белгесте тыуған еренең яҙмышы ла уйландырғандыр.
— Бөгөнгө бөтә ауырлыҡты Ельцин режимына ауҙаралар, — тигәйне Юрий Петрович. — Ә бит эш унда ғына түгел. 1992 йылдан бирле техниканы яңыртҡаныбыҙ юҡ, ашлама, гербицидтар аҙ. Ҡыҫҡаһы, эш тарҡалыуға бара. Өҫтәүенә хеҙмәтте ойоштороуҙа ла хәл хөртәйә. Ергә ереккәндәрҙең совхоздан китеп, фермер була башлауы ла борсолдора. Улар менән мөнәсәбәтте яйға һалырға һәм ергә тәрбиәне яҡшыртырға кәрәк ине. Баҫыу хужаһы бөлгөнлөк хәлендә ҡалған. Рәсәй телевидениеһында ауыл эшсәндәре хаҡында ләм-мим, әйтерһең, ауыл хужалығы тармағы бөтөнләй юҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең республикала хәл яҡшыраҡ һымаҡ. Тик бына урындағы проблемалар тынғы бирмәй...
Эйе, ысын Игенсе булараҡ, Ю. Моряков ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тыуған еренең яҙмышы тураһында хәстәрлек менән йәшәне. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән Баймаҡтың данын күтәрҙе, шуға ла беҙ уны онотмайбыҙ. Баймаҡ ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтә, йыл һайын иң юғары уңыш үҫтергән агрономға Юрий Моряков исемендәге махсус приз тапшырыла. Тиккә генә Буранбай Күсәбаев уның иҫтәлегенә яҙған шиғырын ошондай һүҙҙәр менән тамамламай:
Арабыҙҙан иртә киттең,
Баймаҡ игенсеһе Юра.
Һинең ерҙәге эштәрең
Яҡты йондоҙ булып яна!
Рәшит ҮТӘЕВ.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад