Киттек йәшәргә... Камчаткаға!26.04.2016
Тыуған ауылығыҙҙа йорт төҙөү өсөн ер ала алмай аҙапланаһығыҙмы? Улайһа, Алыҫ Көнсығышҡа барығыҙ. Унда ер бушлай бирелә. Рәсәй Президенты тәҡдим иткән яңы закон тиҙҙән ғәмәлгә инәсәк. Уға ярашлы илебеҙҙең һәр кешеһе Камчатканан, Сахалиндан, Хабаровскиҙан йә иһә шул тирәләге башҡа төбәктәрҙән бер гектарға хәтлем ерҙе бушлай алырға хоҡуҡлы.
Алғас та, хужаһы уны биш йыл эсендә үҙләштерергә тейеш. Шунан һуң ғына хосусилаштыра ала. Проект 1 июндән бойомға ашырыла башлаясаҡ. Был маҡсатта Алыҫ Көнсығыштан 600 миллион гектар ер бүленә.
Әйткәндәй, граждандар электрон заявка ла ебәрә ала. Ер иһә конкурсһыҙ тапшырыласаҡ. Тәү сиратта – Камчаткала йәшәүселәр, 1 октябрҙән – Алыҫ Көнсығышта көн итеүселәр, ә инде 1 декабрҙән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре вәкилдәре лә шул яҡтан ер ала башлаясаҡ. Ә бына Башҡортостандан алыҫ тарафтарға бушлай ер юллап күсеп китеүсе табылырмы икән?