Юлдар, юлдар...26.04.2016
Иң яҡшы юлдар ҡайһы төбәктә тип уйлайһығыҙ? Юҡ, Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла түгел, ә Мурманск өлкәһендә. Рәсәйҙә уҙғарылған “Хәүефһеҙ юлдар” конкурсында уларға етеүсе булмаған.
Был ярышта йәмғеһе 58 төбәк ҡатнашҡан. Юл сифатының иң төп күрһәткесе тип үлем осраҡтарының кәмеүен, аварияларҙың һирәгәйеүен билдәләгәндәр. Соҡор-саҡырҙар ҙа иғтибарға алынған. Һөҙөмтәлә беренсе урын Мурманск өлкәһенә, икенсе – Приморье крайына, өсөнсө урын Төмән өлкәһенә бирелгән.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Владимир Плигин белдереүенсә, юлдарҙа үлемде кәметеү йәһәтенән байтаҡ саралар күрелә. Әгәр автоавария арҡаһында 2007 йылда 35 мең кешенең ғүмере өҙөлһә, былтыр 23 мең кеше үлгән. Әммә был һан да бик юғары. Ә инде күңелһеҙ осраҡтарҙы кәметеү өсөн тәү сиратта юлдарҙың төҙөклөгөн хәстәрләргә кәрәк.