Ветерандарға – бушлай26.04.2016
Майҙың 3-өнән 10-ына тиклем Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай хеҙмәтләндерә. Билет һатып алғанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, инвалиды таныҡлығы йә иһә “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһында документ талап ителә. Был ваҡытта поездарҙа йөрөү сикләнмәй.
Элекке союздаш республикаларҙа йәшәгән ветерандар өсөн документтар 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә булған форма буйынса СССР-ҙа бирелгән таныҡлыҡты күрһәткән осраҡта тултырыла. Льгота Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәм инвалидтары Калининград өлкәһенә Литва аша транзит менән барғанда ғәмәлдә буласаҡ.
Байрам акцияһы осоронда компания ветерандарҙан юл йөрөү документтарын тултырған өсөн аҡса алмаясаҡ, тип хәбәр итте Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте.