Ҡытайҙар ҡыҙыҡһына26.04.2016
Өфөлә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһындағы Шанжао ҡалаһының Синьчжоу районы делегацияһы менән осрашыу уҙҙы. Унда туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Атап әйткәндә, Бөрө районында туристик ял базалары төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу буйынса берлектәге эш хаҡында һүҙ барҙы.

Бынан тыш, республикала ҡытай халыҡ медицинаһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленде. Ошо йүнәлештә лә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтергә килешелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Вернуться назад