Бәләбәйҙе үҫтермәкселәр26.04.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды етәксеһе Илья Кривогов менән осрашыуында Бәләбәйҙе үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ яңы эш урындары булдырыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуҙы һәм моноҡалаға инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.

– Бөгөн Бәләбәй буйынса килешеүгә ҡул ҡуйып, ошо данлы ҡалалағы хәлде төҙәтербеҙ, тип ышанабыҙ. Пландарыбыҙ ҙур. Беҙ инвестиция проекттарының үҫешенә ярҙам итергә теләйбеҙ. Меңгә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк тигән өмөт менән унда 8 миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлтелгән. Һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн беҙгә байтаҡ эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Аңлауымса, Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды перспективалы эш башҡара. Һеҙҙең ярҙамы­ғыҙҙан башҡа моноҡалаларҙағы хәлде төҙәтеү мөмкин булмаҫ ине, сөнки ҙур ресурстар, финанс һалыуҙар талап ителә. 2016 йылда фонд менән эшләргә мөмкин булған тағы бер нисә проект тәҡдим итербеҙ, тип ышанам.
“Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын 2014 йылдың октябрендә Внешэкономбанк булдырҙы. Уның маҡсаты – социаль-иҡтисади хәле ҡатмарлы булған моно­ҡалаларҙа урындағы төп предприятиеға бәйле булмаған вакансиялар асыу, шулай уҡ инфраструктура һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу юлы менән моноҡалаларға инвестициялар йәлеп итеү.


Вернуться назад