Беҙҙең тәжрибә өйрәнеүгә лайыҡ26.04.2016
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр өлкәһен коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аутсорсингына күсереү тәжрибәһен юғары баһаланы. Был турала ул Волга буйы федераль округының Гражданлыҡ институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе.
Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, һуңғы йылдарҙа алып барылған дәүләт сәйәсәте туранан-тура коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. 2013 – 2015 йылдарҙа округтың ундай берекмәләре ил һәм төбәк бюджеттарынан 3,4 миллиард һумлыҡ грант алған.
Кәңәшмәлә социаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларға ҡануни нигеҙҙә партнерлыҡ статусы биреү мәсьәләһенә лә айырым иғтибар бирелде. Әлеге ваҡытта был йәһәттән Башҡортостанда ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланған. Төбәктә тәүгеләрҙән булып дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аутсорсингына күсереү проекты тормошҡа ашырылды. Йыл башында республикала коммерцияға ҡарамаған 59 автономиялы ойошма йорттарға барып социаль хеҙмәттәр күрһәткән. Был – илдә иң юғары күрһәткес.
Ултырышта, Башҡортостан тәжрибәһе ентекле өйрәнеүгә лайыҡ һәм беҙҙең проект башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырылырға тейеш, тип билдәләнде.