Ҡаҙнаға ҡараш үҙгәрҙе26.04.2016
Йыллыҡ коллегияла сығыш яһағанда илдең финанс министры Антон Силуанов сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, резерв туплау, тотонолған аҡсаның һөҙөмтәлелеген арттырыу кеүек мөһим темаларға туҡталды. Иҡтисади үҫештең өҫтөнлөгө, пенсия реформаһы, һалым системаһының яҙмышы кеүек фекерҙәр ҙә әүәлгесә яңғыраманы. Финанс министрлығы дәүләт аҡсаһына консерватив ҡараш булдырырға тәҡдим итте. Ул сығымды әкренләп ҡыҫыуға, нефттең 1 барреле өсөн 40 – 50 доллар иҫәбенән сығып, ҡаҙнанан резерв туплауға кире ҡайтыуҙы күҙ уңында тота.


Финанс министрлығының йыл­лыҡ коллегияһын асып, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев: “Консерватив бюджет сәйәсәте һөҙөмтәһендә беҙ, иң мөһиме, ҡаҙна системаһының тотороҡ­ло­лоғон һаҡлап ҡалыуға өлгәшкәйнек, яҡын киләсәккә иһә ведомство алдында яңы бюджетты әҙерләү, 2016 йылғы ҡаҙна дефицитын 3 процент кимәлендә тотоу бурысы тора”, – тип белдерҙе. Премьер-министр Финанс министрлығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт програм­маһы системаһына ла яңы һулыш биреү кәрәклеген билдәләне. Тағы ла бер бурыс – эске финанс системаһы өсөн өр-яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереү. Был система санкциялар һаҡланып ҡалған осраҡта ла иҡтисадты аҡса менән тәьмин итеү һәм дәүләт сығым­дарын финанслау мәсьәләләрен көйләргә тейеш.
Әйтергә кәрәк: 2015 йыл бюджеты тураһындағы законға төҙәт­мәләр индерелгәндән һуң уҙға­рылған коллегияла Силуанов әфәнде бөтөнләй башҡаса фекер йөрөтә ине. Ул осорҙа ведомство башлығы сығышының байтаҡ өлө­шөн иҡтисади үҫеште әүҙем­ләштереү зарурлығына арнап, быға шәхси инвестициялар һәм дәүләт­тең иҡтисадтағы әһә­миәтен кәметеү иҫәбенә өлгәшергә кәрәк тигән фекер белдергәйне. Быйыл иһә шәхси секторға һәм тулайым төбәк продуктының артымына өмөт бағлап, министр яңы макроиҡ­тисади иҫәп-хисаптарға әллә ни туҡталып торманы. Өлгө­рөп еткән пенсия реформаһы хаҡында ла һүҙ әйтмәне, 2018 йылдан һуң һалымға бәйле хәл нисек буласағы, өс йыллыҡ яңы бюджет тураһында ла өндәшмәне. Әле финанс ведомствоһы дәүләт аҡса­һына ҡарата консерватив, йәғни, оппоненттар әйтеүенсә, “бухгал­терҙарса” ҡараш булдырырға тәҡдим итә. Ҡаҙнаның сығымдарын һәм дефицитын сикләүгә нигеҙләнә ул. Министрлыҡ яңы ҡағиҙә әҙерләй: киләсәктә сығым күләме нефттең 1 барреле өсөн 40–50 доллар иҫәбенән алынған килемгә тура килергә тейеш. Сеймал ҡиммәтәйгән һайын өҫтәмә килем туплап барырға кәрәк. Антон Силуанов әйтеүенсә, ошо көндәрҙә бюджет ҡағиҙәләре концептуаль йәһәттән хупланған да инде. Быйыл көҙ улар Хөкүмәткә һәм парла­ментҡа тәҡдим ителәсәк. Бер үк ваҡытта ҡаҙна, һалым һәм бурыс буйынса төп сәйәси йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған документ әҙерләнә. Тиҙҙән ул да Аҡ йорт иғтибарына еткереләсәк.
Коллегия ултырышында сығыш яһаған Үҙәк банк башлығы Эльвира Нәбиуллина Финанс министрлы­ғының тәҡдимдәрен хуплап сыҡты.
– Бюджетты өс йыллыҡ план­лаш­тырыуға әйләнеп ҡайтыу, шул уҡ ваҡытта дефицитты арттырмау, беҙҙеңсә, бик дөрөҫ фекер, сөнки бюджет стратегияһының билдә­һеҙлеге – инфляцияға килтереүсе факторҙарҙың береһе, – тине Эльвира Сәхипзада ҡыҙы. Уның әйтеүенсә, 2016 йылда сығымдарға консерватив ҡараш үҙен аҡлай, сөнки тышҡы баҙарҙа аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге сикле, ә Резерв фонды ҡыҫҡара.




Вернуться назад