Бүлергә һәм ҡабатламаҫҡа26.04.2016
Бүлергә һәм ҡабатламаҫҡа Яңы барлыҡҡа килгән Милли гвардияға ниндәй бурыстар йөкмәтелер?

Был айҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Милли гвардия ойоштороу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Яңы көс структураһы ижтимағи тәртипте тәьмин итәсәк, ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа, халыҡтың именлеге өсөн яуап бирәсәк, ил сиктәрен һаҡлауҙа, терроризмға ҡаршы көрәштә лә ҡатнашасаҡ.


Ил башлығының көс структураларын үҙгәртеп ҡороуға тиҫтә йылдан ашыу тотонғаны юҡ ине. Иҫләһәгеҙ, тармаҡта ҙур реформа һуңғы тапҡыр 2003 йылдың мартында күҙәтелде. Ул саҡта Федераль именлек хеҙмәте сик һаҡсыларын үҙ ҡанаты аҫтына алды, Һалым полицияһы тарҡа­тылды, уның нигеҙендә Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ойошторолдо. Әле иһә Владимир Путин ике көс структураһын – Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән Федераль миграция хеҙмәтен – Эске эштәр министрлығына ҡушты. Шул уҡ ваҡытта был министрлыҡ эске ғәскәрҙәрен юғалтты, уларҙың нигеҙендә яңы Федераль милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәте барлыҡҡа килде. Киңәйтелгән министрлыҡҡа артабан да Владимир Колокольцев етәкселек итһә, яңы ведомствоның – Милли гвардияның – етәксеһе вазифа­һына элекке Эске эштәр министр­лығы эске ғәскәрҙәренең баш командующийы Виктор Золотов тәғәйенләнде.
Көс структураларының Милли гвардияға бәйле артабанғы яҙмы­шын күҙаллауы ауыр, әлбиттә. “Яңы ведомство менән Федераль именлек хеҙмәтенә дәүләт сик­тәрен кем һаҡлаясағын аныҡлар­ға, шулай уҡ терроризмға ҡаршы бергәләп көрәшергә тура килер, моғайын”, тип яҙа “Коммерсант” гәзите. Гвардияның барлыҡҡа килеүе арҡаһында чекистарҙың эше ауырлашырмы, еңеләйерме – фаразларға иртәрәк. Әле Президент Владимир Путиндың мат­буғат секретары Дмитрий Песков: “Ҡануниәткә үҙгәрештәр инде­рергә тура киләсәк һәм бер-ике ге­нә закон менән сикләнмәҫтәр”, – тип белдерә. Белгестәр фе­ке­ренсә, милли гвардия ғәскәр­ҙәренең армияға ла көнәркәшлек тыуҙырыуы ихтимал. Хәйер, йәмәғәт тәртибен, ил именлеген тәьмин итеү йәһәтенән вәкәләттәр бушлығын тултырыр тигән өмөт тә бар.
Эске эштәр министрлығының элекке башлығы Анатолий Куликов иҫәпләүенсә, көс структуралары араһында эшмәкәрлек йәһәтенән баланс булдырыу рефор­маның төп маҡсаты түгел. “Минеңсә, ил етәкселегенең бындай аҙымы һуңғы йылдарҙа йышая барған төрлө хәүеф-хәтәргә – Европалағы фажиғәләргә, “Ислам дәүләте” (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) боевиктарына, радикаль терроризмға – яуап кеүегерәк яңғырай. 2006 йылда илебеҙҙә терроризмға ҡаршы тороу тура­һында закон ҡабул ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл-ваҡи­ғалар йылдан-йыл киҫкенләшә генә: ҡасаҡтарға бәйле проблемалар күп, милли енәйәтселек арта, – тигән ул үҙәк матбуғат баҫмалары журналистарына. – Уйлап ҡара­ғыҙ: хәҙерге заман шарттарында зиһенле кешегә нимә ҡәҙерлерәк? Хоҡуҡтарымы, әллә хәүефһеҙ­лекме? Күптәр, һис шикһеҙ, һуңғыһына өҫтөнлөк бирәсәк. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр әлеге реформа йөҙөндә властың үҙ позицияларын нығытырға теләүен дә күрер. Был принциптан бер дәүләт тә тайпылмай, һәм шулай булырға тейеш тә”.
Махсус хеҙмәттәр тарихы менән шөғөлләнгән Андрей Солдатов иһә Рәсәй гвардияһының барлыҡҡа килеүенә “структуралы ваҡиғанан бигерәк шәхси тарих” тип ҡарай. “Виктор Золотов Федераль именлек хеҙмәте вәкил­дәренә генә түгел, башҡа көс структураларынан сыҡҡан кеше­ләргә лә таянырға мөмкин булыуын иҫбатланы. Эске ғәскәр менән гвардияның вәкәләттәренә кил­гәндә, төп вәкәләттәр эске ғәскәрҙәргә бынан бер нисә йыл элек үк тапшырылғайны инде. Улар күптән ОМОН менән бергә төрлө митингтарҙы, протест акцияларын контролдә тотто, берлектә уҡыуҙар ойошторҙо. Тимәк, бөгөн ана шул башланғыс үҙенең маҡсатына яҡынлашты килеп сыға”, – ти ул.
“Коммерсант” гәзите яҙыуынса, яңы структураның штатында яҡын­са 300 мең урын иҫәпләнә. Рәсәй гвардияһының техник һәм кадрҙар потенциалы ла ҡеүәтле. Хеҙмәт үҙ ҡанаты аҫтына Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәр­ҙәрен (яҡынса 170 мең кеше), СОБР (5 меңләп кеше), ОМОН (40 мең кеше), шулай уҡ “Зубр” (421 кеше), “Рысь” (200 кеше), “Ястреб” (100 кеше) отрядтарын, министрлыҡтың авиация под­раз­делениеһын ала. Әлегә Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәткә ҡараған “Гром” махсус отрядының яҙмы­шы ғына асыҡ ҡала. Әммә уның һалдаттары ла Рәсәй гвардияһы составына күсер тип көтөлә.
Әлегә иһә хеҙмәткәрҙәр элекке ведомстволарында ҡала. Яңы структураға күсеү тейешле закон үҙ көсөнә ингәс кенә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Закон проекты Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән дә инде. Әйткәндәй, эске ғәскәрҙәр ҡарамағындағы бөтә техника ла гвардияға буйһонасаҡ. 1,6 мең берәмек бронялы машина, төрлө модификациялы броне­транспортерҙар, бронялы авто­мобилдәр, артиллерия ҡорол­малары, транспорт самолеттары, вертолеттар һәм башҡалар хаҡында һүҙ бара.
Владимир Путин иһә үҙенең был ҡарарына 14 апрелдә үткә­релгән тура бәйләнеш ваҡытында ла аңлатма бирҙе. “Сәбәбе – илдә ҡорал әйләнешен ныҡлы контрол­гә алыу”, – тине ул. Рәсәй гвар­дияһын ойоштороу тураһындағы положениеға ярашлы, яңы ведомство ҡорал әйлә­нешенә, шәх­си һаҡ эшмә­кәр­легенә ҡағы­лышлы мәсьәләләрҙә дәүләт сәйәсәтен башҡарасаҡ һәм контроллек итәсәк. Уға шулай уҡ ха­лыҡ күпләп йыйылған сара­ларҙа һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә хоҡуҡи тәртип булдырыу, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы көрә­шеү, яғыулыҡ-энергетика һәм ядро комплекстарының хәүефһеҙ­леген тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.
Гвардия дәүләт сиген һаҡлауҙа ҡат­нашырға, илдә һәм айырым биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш йәки хәрби хәл иғлан ителә ҡалһа, тейешле режимда эшләргә лә тейеш буласаҡ. Президенттың ҡарары милли гвардия хәрбиҙәренең “халыҡ-ара тыныслыҡҡа һәм хәүефһеҙ­леккә булышлыҡ итеү йәки тергеҙеү буйынса эшмә­кәрлектә” ҡатнашыу ихтимал­лы­ғын да күҙ уңында тота. Билдәле булыуынса, 1996 йылдан бирле эшләп килгән “Эске ғәскәрҙәр тураһында” закон эске ғәскәрҙәрҙе бындай вәкәләттәренән мәхрүм ҡалдырҙы. Фараздарҙа әйтеле­үенсә, тәү сиратта халыҡ-ара кимәлдәге операцияларҙа ҡатна­шыу мөмкинлеге ҡарала.
Әлбиттә, был һис кенә лә Милли гвардияны иртәгәһенә үк Дамаскка Бәшәр Әсәдкә ҡаршы ойошторолған митинг­тарҙы ҡыуып таратырға ебәрәсәктәр тигәнде аңлатмай. Әммә, белгестәр фе­керенсә, Милли гвардияның бар­лыҡҡа килеүе күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда Рәсәй сигендә ҡайһы бер дәүләттәр тарафынан танылмаған ике яңы республика барлыҡҡа килде. Федераль именлек хеҙмәтенең сик һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн был – ысын мәғәнәһендә баш бәләһе. Ошоғаса улар наркотиктарҙың, ҡоралдың закон­һыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса яҡшы һөҙөмтәгә бер нисек тә өлгәшә алманы, сөнки закон буйынса Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән сығырға тейеш түгелдәр. Хатта әлеге республика­ларҙа ниндәйҙер махсус операциялар үткәрелгән хәлдә лә. Гвардияның иһә был йәһәттән вәкәләттәре буласаҡ.
Әлбиттә, көс структураларында үҙгәрештәр булып тора. Уларҙың исемен дә алмаштырҙылар, көсәйттеләр ҙә, ҡыҫҡарттылар ҙа, яуаплылыҡты ла арттырҙылар төҫлө... Бөгөн килеп Милли гвардия төҙөйбөҙ. Шуныһы мөһим: барыһы ла именлек хаҡына эшләнә.




Вернуться назад