Китап менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырабыҙ26.04.2016
Өфөлә үткән “Библиотөн” социаль-мәҙәни акцияһы китап һөйөүселәрҙе интерактив майҙансыҡтарға йыйҙы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханалағы үҙенсәлекле программа яҙыусыларҙы һәм шағирҙарҙы, кинорежиссерҙарҙы һәм рәссамдарҙы, уҡырмәндәрҙе һәм тамашасыларҙы берләштерҙе.
Милли китапхана директоры Айгөл Моратова әйтеүенсә, сара инде бишенсе йыл уҙғарыла. Бындай акциялар барышында китапҡа ла, китапханаларға ла ҡыҙыҡһыныу арта.
“Киноны уҡы!” тигән девиз менән үткән сарала билдәле режиссерҙар Рияз Исхаҡов, Айнур Асҡаров, Вилүрә Иҫәндәүләтова, Анна Мальгинова ла ҡатнашты. Башҡорт әҙәбиәте бүлегендә улар үҙҙәренең эше менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Башҡорт рәссамдары Айгөл Байрамғолова менән Руслан Мәғәлимов иһә оҫталығының сере менән уртаҡлашты. Сараның сценарийын яҙыусы, драматург Зөһрә Бураҡаева әҙерләне.
“Бәхетле ғаилә” психология үҙәге директоры Ирина Корчагина менән осрашыуҙа һәр кем практик кәңәш алды. Китапхананың уҡыу залында билдәле яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, журналист Игорь Савельев менән осрашыу ойошторолдо. Автор “Без тормозов” тип аталған өр-яңы йыйынтығын тәҡдим итте, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Сараның төп мәғлүмәти бағыусыһы булған БЮТ телеканалы менән берлектә быйыл тәүге тапҡыр Әҙәби уҡыуҙар ойошторолдо. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов – Федор Достоевскийҙың “Идиот” романынан, ә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры Ғәлим Яҡупов Сергей Довлатовтың әҫәренән өҙөк уҡыны.
Акция барышында балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы уйындар, бәйгеләр ойошторолдо.