1989 йылдың мартында Мысырға барғайныҡ. Билдәле булыуынса, үҙгәртеп ҡороу башланғас, “ауыҙлыҡлап” тотолған диндәргә лә ирек бирелде. Һәр халыҡ ата-бабалары тотҡан дин менән ҡыҙыҡһына башланы.
Ҡаһирәнең үҙенә килеп еткәс, уҡый беләбеҙме-юҡмы, ғәрәп телен аңлау тураһында һүҙ ҙә юҡ, дини китаптар эҙләргә керештек. Вағыраҡ төркөмдәргә бүленеп алдыҡ. Билдәле, беҙҙең ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда дәртлерәк тә, сосораҡ та була бындай саҡта.
Ҡаһирә урамдарында иҫәпһеҙ-һанһыҙ эреле-ваҡлы кибеттәр, сауҙа нөктәләре теҙелеп киткән. Беҙҙең төркөмдәгеләр һәр һатыусынан тиерлек:
— Һеҙҙә Ҡөрьән бармы? — тип һорап сыҡты.
Ҡатындар “Ҡөрьән” һүҙен күпме генә ҡабатлаһа ла, һөҙөмтә юҡ. Һатыусылар яуап урынына яурындарын ғына һикертә. Шунда мин:
— Туҡтағыҙ әле, ханымдар, ғәрәптәр урыҫса ла, татарса ла белмәй, ә башҡортса бик яҡшы аңлайҙар, — тинем. — Бына хәҙер минең улар менән һөйләшкәнде ишеткәс, быға үҙегеҙ ҙә ышанырһығыҙ.
Оло ғына һатыусы янына барҙым да саф башҡортса:
— Һаумыһығыҙ, әфәндем! — тинем. Ул аптырап миңә ҡарап ҡатты, иҫенә килеп өлгөрмәҫ элек:
— Әссәләмәғәләйкүм! — тип өҫтәнем.
Һатыусы киң йылмайып:
— Вәғәләйкүмәссәләм! — тип яуап ҡайтарҙы. Мин уға хәбәремде һөйләүемде дауам иттем:
— Әфәнде, беҙгә дин вә исламиәт буйынса китаптар, мәҫәлән, Ҡөрьәни Кәрим кәрәк ине, — тим. Грамматик яҡтан һүҙбәйләнештәрҙең дөрөҫлөккә яҡын да килмәгәнен белһәм дә, үҙемә билдәле барлыҡ ғәрәп һүҙҙәрен ҡыҫтырырға тырышам. Быны уҡыусы үҙе лә аңлап тора: “китап”, “дин”, “үә”, “исламиәт”, “Ҡөрьән Кәрим”, “мәҫәлән” тигән һүҙҙәр барыһы ла ғәрәптәрҙеке бит. Мысырҙа күп кеше инглизсә белә, мин дә әҙерәк “һупалайым”, шуға күрә инглиз теле лә ярҙам итте.
Китап һатыусы минән:
— Һеҙ мөслимдәрме? — тип һораны. Мин уға ғәрәпсә:
— Әлхәмдүлиллә, мөслимдәр, — тип яуап бирҙем.
— Ҡайһы илдән һеҙ, төркиҙәргә оҡшағанһығыҙ?
— Эйе, төрки халыҡ, тик беҙ Советтар Союзы төркиҙәре, совет мосолмандары, — тинем.
— Үзбәктәрме?
— Юҡ, башҡорттар, Уралдан, “шимали мөслиминә — төньяҡ мөслимдәре”, — тип ғәрәпсә әйтергә тырышҡан булдым.
— Башҡорттарҙы белмәйем, әммә географиянан Рәсәйҙең һыуыҡ төньяҡта икәнен, Урал тауҙарын яҡшы беләм, — тине китап һатыусы. Уның менән беҙ еңел аңлаштыҡ. “Төньяҡ мөслимдәр” тигәнде ишеткәс, ике ҡуллап күрешеп, ул мине ҡосаҡлап уҡ алды.
Әңгәмә дауамында мин Изге Ҡөрьәндең, уға оло ихтирам йөҙөнән, магазин эсендә генә һатылғанына төшөндөм. Әлеге кеше беҙҙе яҡындағы ҙур ғына китап магазинына алып барҙы. Ундағы аралашыу ихласыраҡ, йылдамыраҡ үтте. Магазиндағы айырым бүлектә беҙгә Ҡөрьән Кәримдең усҡа ғына һыймалыһынан алып бер метрҙан да ҙурыраҡтарын күрһәттеләр. Изге китаптарҙың һәр береһе үтә күренмәле материалға ҡәҙерләп төрөлгәйне. Барыбыҙ ҙа Ҡөрьән Кәрим алып сыҡтыҡ. Ошонан һуң минең шаяртып әйткән һүҙҙәремде ысынға алған олпат ҡына ҡиәфәтле ханым бер ҡатлыраҡ һорау бирҙе:
— Таһир Мөхәмәтович, әллә улар, ысынлап та, башҡортса аңлаймы, һеҙ улар менән еңел аралаштығыҙ бит?
— Эй, туғандар, — тинем мин. — Тырышһаң, аңлашып була. Беҙҙең башҡорт, татар телдәрендәге һүҙҙәрҙең, моғайын, 30 процент самаһы ғәрәптекелер әле, тағы 40 процент инглиз, 10 процент самаһы тотош донъяға билдәле грек-латин һүҙҙәрен дә ҡушып ебәрһәң, урыҫ һәм башҡорт һүҙҙәренә ни бары 20 процент ҡына тороп ҡала. Башыңа төшһә, ошондай “боламыҡ” телдә булһа ла аралашырға тура килә. Ә һеҙҙе аңламауҙары шунан: ғәрәп һүҙҙәрен ныҡ “аҡһатаһығыҙ”, йәғни аңламаҫлыҡ дәрәжәләге акцент менән әйтәһегеҙ бит. Уларҙа “Коран” тигән һүҙ юҡ. Ә һеҙ “Коран” тип тә түгел, “о” өнө урынына “а” өнөн ҡулланып “Каран” тиеберәк әйтәһегеҙ. “Ҡөрьән” булһа, аңларҙар ине. Ғөмүмән, һәр һүҙҙе шул телде туған теле тип иҫәпләгән халыҡ кеүек әйтеп өйрәнергә кәрәк.
Сәйәхәт уңышлы һәм күңелле үтте. Мин, ирекһеҙҙән, үҙебеҙҙең бәләкәй төркөмдә “тәржемәсе” булып йөрөнөм.
Таһир ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы.