Данлыҡлы йырсы иҫтәлегенә26.04.2016
Иглин районында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге республика конкурсы уҙғарылды. Төп бүләккә ошо райондан Фәһим Тоҡомбәтов менән Өфөнән Рәдиф Зарипов лайыҡ булды.

Быйыл башҡарыу оҫталығы буйынса 8 ҡаланан һәм 15 райондан килгән 43 конкурсант көс һынашты. Сығыштарҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, Иглин районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лирида Әбүбәкерова баһаланы.
Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ мәшһүр йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың тыуған ауылында булды, уның бюсына сәскә һалды. Конкурстың аҙағында үткән гала-концертта ошо шәхестең репертуарына ингән йырҙар башҡарылды.
Әйткәндәй, район етәкселеге Мәғәфүр Хисмәтуллиндың исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән. Урындағы музыка мәктәбе йырсының исемен йөрөтә. Тиҙҙән Иглин ауылындағы яңы урамдарҙың береһенә лә Мәғәфүр Хисмәтуллиндың исемен бирергә ниәтләйҙәр.


Вернуться назад