Хәтерегеҙҙәлер: республика Башлығы менән күптән түгел ойошторолған тура телебәйләнештә ун йәшлек Алһыу Ишмөхәмәтова бер көнөн Рөстәм Хәмитов менән үткәрергә хыялланыуын белдергәйне. Төбәк етәксеһе ихлас риза булды.Һөҙөмтәлә уҙған шәмбе Алһыу өсөн айырыуса сағыу көн булды – ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Рөстәм Зәки улы, шулай уҡ ата-әсәһе, ҡустыһы менән бергә мөһим осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәрелгән залдарҙы ҡараны ул. Сәй эскән мәлдә республика Башлығы Алһыуҙан мәктәптәге хәлдәрҙе һорашты, белем алыуҙағы уңыштары, ниндәй шөғөлдәрҙе үҙ итеүе менән ҡыҙыҡһынды, ата-әсәләрҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында белеште.
Алһыу Өфөнөң 25-се мәктәбендә уҡый, “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Өҫтәмә әҙәбиәтте күп уҡый, үҙаллы презентациялар эшләй. Бик аралашыусан. Дүрт йәштән бейеү менән шөғөлләнә, шулай уҡ музыка мәктәбенең думбыра класына йөрөй.
Рөстәм Хәмитов Алһыуҙы үткән тыуған көнө менән ихлас ҡотланы, ҡустыһы менән икеһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Өҫтәл артында эшлекле ҡиәфәт менән “Башҡортостан” гәзитен уҡып ултырған был ҡыҙыҡай тиҫтә йылдарҙан һуң ошо Аҡ йортта юғары вазифаларҙың береһен биләмәҫ тип кем әйтә ала? Хыялдарҙың ысынбарлыҡҡа әйләнеүенә ышанды бит инде Алһыу.