Донъя кимәлендә үҙ йөҙө бар22.04.2016
Донъя кимәлендә үҙ йөҙө барДонъя кимәлендә үҙ йөҙө бар Унда йәмғеһе 25 кеше ҡатнашты, ғәмәли эшмәкәрлек экскурсиялар, мәҙәни программа менән үрелеп барҙы. Башҡорт Википедияһы эшендә, нигеҙҙә, ололар ҡатнаша, улар Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәй. Әлбиттә, бөгөнгә ирекмәндәрҙе күп тип әйтеп булмай. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡорт Википедияһы донъялағы 288 телдә уңышлы эшләп килгән виртуаль энциклопедия киңлектәрендә үҙ урынын тапты – 2005 йылда эш башлап, хәҙер инде башҡортса 36 мең самаһы мәҡәләһе булған интернет-энциклопедияға әүерелде.
Википедияның мөһим үҙенсәлектәренең береһе – мәғлүмәтте һәр халыҡтың туған телендә яҙыу һәм уҡыу мөмкинлеге. Бындай ҡараш Ер йөҙөндә һәр кемгә ғилем туплау өсөн тигеҙ мөмкинлек бирә, һәр яңы быуындың икенсе телде өйрәнеүгә тотонолған сығымдарын кәметә. Икенсенән, үҙ телендә башҡа ҡәүемдәрҙең мәҙәниәтен, тарихын, донъяға ҡарашын өйрәнгән кешенең сит телдәрҙе үҙләштереүгә теләге көсәйә. Өсөнсөнән, туған телен ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән халыҡтар өсөн уны ҡулланыу даирәһе киңәйә.
Башҡорт Википедияһы – шулай уҡ республикабыҙ, милләтебеҙ тураһындағы төрлө мәғлүмәтте Ер шарының башҡа тарафтарында йәшәүселәргә еткереү сығанағы, үҙебеҙҙе донъя кимәленә сығарыуҙың һәм танытыуҙың тағы ла бер юлы.
Бығаса уҙғарылған саралар Башҡорт Википедияһының донъя кимәленә үҙ йөҙө, үҙ ҡиммәттәре менән күтәрелеүен раҫланы ла инде. Мәҫәлән, былтыр Өфөлә уҙғарылған “Вики-һабантуй-2015”тең үҙәгендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә “Викимедиа РУ” ойошторған “Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт” тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция булды. Был мәртәбәле осрашыуҙа Алжир, Израиль, Ҡаҙағстан, Украина һәм Эстония кеүек илдәрҙән, Татарстан, Тыва, Удмурт һәм Саха (Яҡут) республикаларынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Ирекмән-википедиясылар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, фәнни темаларға лекциялар тыңланы, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Ерле телдәге вики-проект үҙенсәлектәренә һәм тәржемә нескәлектәренә арналған “түңәрәк өҫтәл” барыһы өсөн дә күп файҙа бирҙе.
Һөҙөмтәһе бармы, тип ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бер генә миҫал килтереү ҙә етәлер тип уйлайым: вики-һабантуйҙа булып ҡайтҡандан һуң украин википедияһы ирекмәндәре үҙ энциклопедияларын беҙҙең республика хаҡындағы мәғлүмәт менән тулыландырыу маҡсатында “Башҡортостан аҙналығы” марафонын үткәрә. Һөҙөмтәлә төбәккә һәм башҡорт милләтенә арналған 164 яңы мәҡәлә яҙыла йәки украинсаға башҡа телдәрҙән тәржемә ителә.
Әлеге ваҡытта Башҡорт Википедияһы киң ҡоласлы башҡорт проекттарының бер тармағы булып тора һәм башҡорт мәҙәниәтен, телен, тарихын һаҡлауға үҙ өлөшөн индереп кенә ҡалмай, виртуаль энциклопедияға милли үҙенсәлек өҫтәй, республиканы донъя кимәлендә таныта. Был юлы ла вики-семинарға Санкт-Петербургтан килгән “Викимедиа РУ” хакимы Владимир Медейко, Мәскәүҙән – Владимир Рожков, Саха (Яҡут) республикаһынан Николай Павлов, Ҡазандан – Фәрхәд Фәтҡуллин, Украинанан “Культура и жизнь” гәзитенең баш мөхәррире Евгений Букет менән Башҡорт Википедияһында “башҡортса һөйләшкән” Виктор Семенюк үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ирекмәндәр араһында бер ни тиклем оҫтарғандар менән бер рәттән яңы ҡушылыусылар ҙа булыуға ҡарамаҫтан, шунда уҡ теорияны ғәмәли эш менән нығытып ҡуйыу үҙ һүҙен әйтмәй ҡалманы – семинарҙа һөҙөмтәләр күҙгә күренеп артты. Мәҫәлән, виртуаль энциклопедияның башҡорт бүлегендә һәр Википедияла мотлаҡ булырға тейешле мәҡәләләр исемлеге 18 яҙмаға күбәйҙе йәки улар яҡшыртылды; мотлаҡ булырға тейешле киңәйтелгән исемлектән 38 яңы мәҡәлә әҙерләнде; йәнә 15 яңы мәҡәлә, шулай уҡ бик күп фотоһүрәттәр өҫтәлде; үҙ мәҡәләләрен йәки китаптарын Википедияға урынлаштырырға теләгән ике ижадсы авторлыҡ хоҡуғы алды. Бынан тыш, күп кенә система хәбәрҙәре башҡортсаға тәржемә ителде.
Әлбиттә, семинар көндәрендә ойошторолған экскурсиялар тәьҫораты барыһының да хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр әле. Район үҙәге Малаяҙҙа урынлашҡан Салауат Юлаев музейында википедиясылар тарих төпкөлөнә сәйәхәт итеп, бер аҙ ғына булһа ла, шул осор рухында йәшәне. Витринала быяла аҫтында Башҡортостан яҙыусыларының, шул иҫәптән Салауат Юлаевтың шиғырҙарының украин теленә тәржемәһе тупланған китапты күреп, Евгений Букет түҙмәне, милли батырыбыҙҙың “Уралым” шиғырын туған телендә уҡып ишеттереү теләген белдерҙе. Музей хеҙмәткәрҙәре китапты витринанан алып биргәс, бинала украинса шиғыр яңғыраны. Экскурсовод артынан киткән төркөмдәштәр шунда уҡ кире боролоп килергә мәжбүр булды. “Украин телендә уҡылһа ла, нәҡ башҡортса яңғыраған һымаҡ бит”, – тип аптырауын йәшермәне етәксебеҙ, БашВики хакимы Зөфәр Сәлихов.
Бына бит ул һүҙ көсө, һүҙ ҡөҙрәте! Әгәр асылы тәржемәсе күңеленә бар бөтөнлөгөндә барып етә икән, ниндәй генә телдә уҡығанда ла, ул төп нөсхәһендәге ритмдан, лиризмдан мелодиканан айырылмаясаҡ, ниндәй генә телгә тәржемә ителһә лә, шул милләт вәкиле уны үҙ телендә аңлаясаҡ!

* * *

Райондың иң ҙур ауылы Арҡауылға – Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың йорт-музейына тип ниәтләп сығып, бер юлы үҙе иҫән саҡта уҡ исеме легендаға әйләнгән Харис Йосоповтың, шулай уҡ урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында булыу ҙа онотолмаҫ тойғолар ҡалдырҙы.
Рәми Ғарипов музейында ҡунаҡтарҙы төбәк тарихын күп йылдар өйрәнгән ветеран-уҡытыусы Искәндәр Миһранов ҡаршы алып, замандашы хаҡында ҡалыплашҡан һүҙҙәр менән түгел, ә күңеленән сыҡҡан хистәре аша бәйән итте. “Ҡасандыр хеҙмәт юлымды башлағанда, Рәми Ғарипов Арҡауылда комсорг булып эшләй ине, ул миңә оло тормош юлына сығырға характеристика бирҙе, шуға уның хаҡында кешеләргә арымай-талмай һөйләүҙе үҙемдең бурысым тип һанайым”, – тине ул. Хәйер, уның йөкмәткеле сығышынан һәм оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡурайҙа башҡорт халҡының гимны “Урал”ды уйнап, шунан йырлап та ишеттереүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы: йорт-музейҙан сыҡҡанда һәр кемдең күҙендә йәш бөртөктәре йылтыраны...
Арҡауылға сәфәребеҙҙән бер көн алда ғына Украинаның “Мәҙәниәт һәм тормош” гәзитенең баш мөхәррире Евгений Букеттың күңеленә “ойотҡо” һалып, шағирҙың “Туған тел” шиғырын уҡып күрһәткәйнек инде. Был әҫәргә һалынған илһөйәрлек, туған телгә һөйөү уны шул тиклем ныҡ тәьҫирләндерҙе, хатта ул әҫәрҙе бер кис эсендә украин теленә тәржемә итте.
– Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын украинсаға тәржемәмде башҡорт коллегаларым да, Украина Яҙыусылар союзы ағзалары ла юғары баһаланы. Быға тиклем шиғыр тәржемә иткәнем юҡ ине, әммә башҡорт һәм украин телдәренең фонетикаһы, ритм темпы шул тиклем оҡшаш булып сыҡты, хатта шиғырға һалынған хис-тойғоно түкмәй-сәсмәй уҡыусыға еткерергә мөмкин, – тине ул һуңынан. Был шиғырҙы мотлаҡ Украина мәктәптәренең уҡыу программаһына индерергә кәрәк, тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Был йүнәлештә эш алып барыу пландары ла барлыҡҡа килде.
Ғөмүмән, туған телгә һөйөү менән һуғарылған был шиғырҙың украиндарға шулай көслө тәьҫир итеүе юҡҡа түгел: Рәми Ғариповтың хәләл ефете Надежда Васильевна – урыҫ телле украин ҡыҙы, һәр ваҡыт “Туған тел” шиғырын сәхнәләрҙән матур итеп башҡортса һөйләп, тормош юлдашына ғына түгел, уның теленә лә һуңғы һулышынаса тоғро ҡалды.
Википедия – һәр кем үҙ телендә мәғлүмәт ала, уны байыта һәм тарата алған ирекле энциклопедия. Шуға ла донъя кимәлендә Википедия ирекмәндәре араһында туған телдәргә ҡарата үҙенә башҡа мөнәсәбәт йәшәй.

* * *

Бөгөн глобалләшеү осоронда туған телдәрҙе нисек тә булһа һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе көн үҙәгендә торғанда, Википедияның төрлө телдәрҙә киңәйеүе – Интернет селтәре ярҙамында телде генә түгел, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты киләсәккә тапшырыуҙың бер һәм, моғайын да, ҡеүәтле ысулы ул. Был йүнәлештә “Башҡорт проекттары” берләшмәһе (әйткәндәй, Башҡорт Википедияһы уның бер тармағы булып тора) әүҙем эшләй, әммә эшмәкәрлек һаман да ирекмәндәр тарафынан ғына алып барыла. Шул уҡ ваҡытта, Украинанан килгән википедиясылар һөйләүенсә, улар махсус һаҡланған тәбиғәт һәйкәлдәренә арналған “Вики Ерҙе ярата” конкурсын башлай. Тиҙҙән ул халыҡ-ара статус ала. Ә инде былтыр фотоконкурстың украин өлөшөн үткәргәндә илдең дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары был башланғысты күтәреп ала һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Һөҙөмтәлә еңеүселәрҙең эштәренән торған матур биҙәлешле альбом сығарыла. Был йәһәттән беҙгә лә уйланаһы урын бар...
Ә Башҡорт Википедияһына килгәндә, һуңғы осорҙа ул һиҙелерлек күтәрелеш кисерә һәм барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла донъяла алдынғы урындарҙы яулай бара. “Янғантау-2016” вики-семинарынан һуң уның ТОП-50 исемлегенә инеүе – быға асыҡ миҫал.

* * *

Википедия – ҡайһы берҙәр уйлағанса, ирекмәндәрҙең буш ваҡыттарын ҡайҙа итергә белмәгәнлектән тапҡан шөғөлө түгел. Ул – республиканы, уның күп милләтле халҡының төрлө яҡлы ҡаҙаныштарын Интернет селтәрендә пропагандалауҙың бер алымы.
Семинарға сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа, ғүмер буйы республикала йәшәп тә “Янғантау” шифаханаһын беренсе тапҡыр күргән беҙҙекеләр ҙә хеҙмәтләндереү кимәленә таң ҡалды. “Викимедиа РУ” директоры Владимир Медейко, эште оҙаҡҡа һуҙмайынса, шифахана етәкселеге менән киләсәктә бында Викимедианың башҡа сараларын уҙғарыу хаҡында килешеүгә өлгәште.




Вернуться назад