Башҡорт моделе Эльвира Ишморатова Мәскәүҙә үткән “Estet Fashion Week” Халыҡ-ара мода аҙналығының ХI миҙгелендә ҡатнашты. Рәсәйҙекеләр байтаҡ булһа ла, Эльвира Башҡортостандан килгән берҙән-бер сайз-модель ине. Ул ирланд селтәре менән биҙәлгән ҡулдан тегелгән атлас күлдәкте күрһәтте. Сара “Селтәр бәйләп” хәйриә проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Һамар дизайнеры, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты Маргарита Бортникова “Күктәр океаны” тигән өр-яңы авторлыҡ коллекцияһын тәҡдим итте.
– Уның коллекцияһындағы күлдәктәр йолалар, гүзәллек һәм наҙ менән һуғарылған, — ти Эльвира. — Ваҡиғаға әҙерләнеү һәм уны үткәреү кимәле һоҡландырҙы. Бөтә ҡатнашыусыларҙы ла тамашасылар ихлас ҡабул итте.
“Estet Fashion Week” халыҡ-ара мода аҙналығы тәүге тапҡыр 2011 йылдың яҙында уҙҙы. Ошо ваҡыт эсендә Италия, Рәсәй, Франция, Венгрия, Израиль, Тунис, Белоруссия һәм башҡа илдәрҙең дизайнерҙары подиумда иң яҡшы эштәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Эльвира Ишморатова әле “Stikhia” студияһына етәкселек итә, республикала фэшн-тамашалар ойоштора.