Ҡартатайым ҡомартҡыһы13.03.2012
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу — беҙҙең өсөн быуындан быуынға килгән күркәм йола. Ҡартатайым Мөтиғулла Сәйфуллин уны Дауыт Юлтый мөхәррир булып эшләгән замандан алдырып уҡыған. Шуны иҫбатлаусы бер ҡомартҡы ла һаҡлана.
Ҡартатайым мулла исемен йөрөтмәһә лә, бик дини, ғәҙел, тоғро, ярҙамсыл кеше булды. Балаларында ла шундай сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышты. “Колхоздың бер бөртөк һаламына ла теймәнем, урлашмай йәшәгеҙ, йоҡоғоҙ тыныс булыр”, — тигән һүҙҙәрен әсәйем һәр ваҡыт хәтерләй.
Ул урыҫ, немец телдәрен дә яҡшы белгән, сөнки Беренсе бөтә донъя һуғышында башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан. Бер шулай ҡартатайымдың әйберҙәрен, дәфтәр-китаптарын ҡарап ултырғанда, Д. Юлтый мөхәррирлегендә нәшер ителгән гәзит килеп сыҡты. Уны беҙ әле лә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, ҡартатайым ҡомартҡыһы бит ул.
“Башҡортостан” — беҙҙең ғаиләнең дә ҡәҙерле ҡунағы. Әсәйем башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы 1956 йылдан башлап даими алдырып барҙы. Шуға ла бәләкәйҙән гәзит, китап уҡырға яраттыҡ.
Гәзит — беҙҙең өсөн рух сығанағы.
Фәниә КӨСӨКҠОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад