Сорамандағы “Тиләү” музейын ҡарарға халыҡ йыш килә. Шундай осрашыуҙарҙың береһендә район хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Минзәлә Ҡужаҡова ла бар ине. Ул, туғандары менән бергә ҡомартҡыларҙы ҡарап сыҡҡас, музейҙың стендтарын заман талабына ярашлы яңыртыу теләген еткерҙе. Быға тиклем ауылыбыҙҙағы ҡайһы бер бағыусылар ярҙам итеп ҡыуандырғанлыҡтан, тәҡдимде ихлас ҡабул иттем. Элекке уҡыусымдың әйткән һүҙе атҡан уҡҡа торошло икәнен яҡшы беләм. Шуға күрә тиҙ арала эскиздар әҙерләп, тейешле урынға тапшырҙым. Һөҙөмтәлә стендтар яңыртылды, музей алдына ҡурай һүрәте төшөрөлгән тимер рәшәткә ҡуйылды.
Йомарт, киң күңелле Минзәләнең ата-әсәһенә, яҡындарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Баҡтиһәң, төп йортта ҙур байрам икән: атаһы менән әсәһенең бергә йәшәүенә 60 йыл тулған. Уларҙың ғаилә тарихы тураһында яҙып үтмәксемен. Йорт хужабикәһе Зөлҡәғиҙә Сәйфетдин ҡыҙы сығышы менән Учалы районының Көҙөй (Һөйәрғол) ауылынан. Бәләкәйҙән Фәрхиямал әзәһе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе ишетеп үҫә ул.
– Әзәйебеҙ (өләсәй) әүлиәлек һәләтенә эйә булған, – тип хәтирәләргә бирелде Зөлҡәғиҙә апай. – Уны яҙа-йоҙа хәтерләйем. Бөйөк Ватан һуғышы осоро. Ике инәй ҙә эштә. Аңғармаҫтан әзәй килеп инде. Ҡаҙан аҫтына яғыу өсөн ботаҡтарҙы һындырып һалып, сыпыр-сапыр йүнләне һәм әллә ҡайһы арала юҡ та булды. Беҙҙе, ейәнсәрҙәрен, ғәжәпкә ҡалдырып...
Ғәни олатайым да бик аҡыллы, алдан күрә белгән ҡарт була. Өлкән улы вафат булғас, мәһәрҙе кире ҡайтармау уйы менән кинйә улын, 16 йәшлек Сәйфетдинде (атайым), еңгәһенә өйләндерә. Шуға ла атайым ике ҡатын – Ғәзизә һәм Таибә әсәйҙәр – менән ғүмер итә. Совет власы урынлашҡас иһә ике ҡатынлылыҡта ғәйепләнеп, Сәйфетдин Ғәни улына өс ай төрмәлә ултырырға тура килә. Ләкин Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте киң бит: ғаиләнән татыулыҡ китмәй. Быға тиклем бала төҫө күрмәгән өлкән ҡатын Ғәзизә лә, йәш кәләш Таибә лә йортҡа ҡот өҫтәп, бер-бер артлы бәпәй таба. Имен ҡалған сабыйҙарҙың шат тауышынан өй эсе гөр килеп тора. Лидаҡ, Марс – Ғәзизә әсәйҙең балалары. Зөлхизә, Мидаҡ, Рафаэль, Әмир, Зөлҡәғиҙә – Таибә әсәйҙеке.
Ир балалар буй еткереп, берәм-берәм армияға саҡырыла башлаған осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы тоҡана. Мидаҡ менән Әмир ағайҙар бер часҡа эләгә. Әммә туғандарға оҙаҡ бергә булыу насип итмәй. Һаҡта торған Әмир дошман ҡулынан һәләк булғас, Мидаҡҡа ағаһының һөйәктәрен йыйып ерләргә тура килә…
Сталинград фронтындағы хеҙмәт армияһы сафындағы атайыбыҙ 1944 йылда ҡайтып инде. Беҙгә алты бөртөк борсаҡ кәнфит өләште. Затлы ризыҡтың тәме әле лә тел осомда торған кеүек.
Уҡығанда алдынғылар рәтендә булдым. Артабан белем алыу хыялым да бар ине. Ләкин әҙәм балаһы уйлаһа ла, Аллаһ бойора шул. Сораманға килен булып төшкәндә миңә ни бары 18 йәш ине. Менәүәрә ҡәйнәм менән, әл-хәмдү лил-ләһ, 33 йыл бергә аңлашып, үҙ-ара килешеп йәшәнек.
Зөлҡәғиҙә апайҙың иренең дә – Сораман егете Фуат Нурмөхәмәт улының – яҙмышы еңел булмай. Бөйөк Ватан һуғышына алынған атаһынан бер бөртөк хат ала улар. Тиҙҙән яугирҙең хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында йән өшөткөс хәбәр килә…
Иҫәпсе малайҙы һауынсылар иғтибарҙан айырмай. Улар яларға рөхсәт иткән һөт күбеге ас тамаҡҡа бик тә ярап ҡала. Хисап эшенә шәп малай ҡымыҙ һатышырға йөрөй, мал ҡараша, көтөү көтә… Ғөмүмән, бирешмәй. Ир ҡорона ингәс, хәрби хеҙмәткә алына. Унан ҡайтҡас, һөнәр алып, комбайнсы булып эш башлай.
Зөлҡәғиҙә еңгә иренең уғата уңғанлығын, тырышлығын маҡтап телгә алды. Фуат Нурмөхәмәт улының хеҙмәт стажы – 46 йыл. Ҡайҙа ғына тир түкмәһен, бөтмөрлөгө, эшһөйәрлеге менән дан алған.
Өлкәндәр балаларынан ҡәнәғәт. Улар барыһы ла – үҙ һөнәренең оҫталары. Әле Зөлҡәғиҙә менән Фуат Хужиндар улдары Илфаттың ғаиләһе менән бер ишек алдында йәшәй.
– Тормош шул ҡәҙәр матур, – ти ололар. – Илебеҙ киләсәктә лә тыныс, нигеҙҙәребеҙ ныҡлы булһын, Аллаһ Тәғәлә ҡайғы-хәсрәт күрһәтмәһен, иншаллаһ. Балаларыбыҙҙы тәрбиәле, иманлы итеп үҫтерергә яҙһын.