Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, генерал-майор Таһир Кусимовтың тыуған ауылы ул Күсем. Боронғо төйәктәрҙең береһе. Һоҡланғыс тәбиғәте, бейек тауҙары, емеш-еләккә бай урманы, тылсымлы батҡағы менән дан тотҡан Мауыҙҙы күле элек-электән күптәрҙе үҙенә йәлеп иткән. Өҫтәүенә ауыл күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына, “Яҡтыкүл” шифаханаһына яҡын ғына.
Шуға ла колхоз-совхоз тарҡалып, элекке иген баҫыуҙары ташландыҡҡа әйләнә башлағас, күршеләр бынан күпләп ер алып, йорт һалырға тотона. Һөҙөмтәлә хәҙер ауылды танырлыҡ та түгел: ябай йорттар янында тимер ҡапҡалы, тимер рәшәткә менән уратып алынған ике ҡатлы “һарай”ҙар артҡандан-арта.
Герой ейәндәре нисек ғүмер итә бөгөн? Ниндәй яңы ҡаҙаныштары бар? Тыуған ерендә үҙҙәрен ят итеп тоймайҙармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләү булды Күсемгә сираттағы мәртәбә барыуымдың маҡсаты. Күңелдәрҙә – яҙ
Балаларҙың шат тауышы, көлөшөү, йыр-моң... “Ниндәй байрам бара икән?” – тип һорарға ла өлгөрмәнем, “Бөгөн беҙҙә – Науруз!” – тигән һүҙҙәр ишетелде. Тышта һалҡынса, урамдар ҡарҙан әрселеп тә бөтмәгән, батҡаҡ... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һис тә аптырап тормаған күсемдәр: ауылдың уртаһына өҫтәлдәр теҙеп, һәр араның аш-һыуынан, ҡул эштәренән күргәҙмә эшләп, ҡар өҫтөндә самауыр ҡайнатып, һин дә мин ҡышты оҙатып йөрөйҙәр!
Халыҡ-ара дуҫлыҡты, яҙҙы данлаған күркәм байрамда ауылдың йәше-ҡарты, бала-саға ихлас ҡатнашты. Науруз гүзәлен билдәләү, төрлө уйын, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр – барыһын да клуб мөдире Зөлфирә Моратшина-Ҡарағужина шул ҡәҙәр мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо. Ярыштарҙа ҡатнашып, бүләк кенә түгел, күңеленә сәм, дәрт алды халыҡ. Аҙаҡ улар ауылдың уңған хужабикәләре әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланды, боҫо борҡоп торған ҡайнар сәй эсеп кинәнде.
“Иң бай өҫтәл”, “Күп төрлө аш-һыу”, “Иң үҙенсәлекле табын” тигән номинацияларҙа еңгән урам уңғандары дипломдар менән бүләкләнде. Ауылдаштарына байрам кәйефе, күңелле ял минуттары бүләк иткән Нәсимә Ҡарағужина, Әлимә Ғабдуллина, Лира Шаһимырҙанова, Рәшиҙә Ғабдрахманова, Әлфиә Әхтәмова, Фәниә Билаловаларға ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе күсемдәр.
Буҙа барыһын да уҙа
Район элек-электән оҫта буҙа ҡойоусылары менән дан тотҡан. Ауылда әле лә был шөғөлдө дауам итеүселәр бар. “Күсем буҙаһы туҡлыҡлы ла, тәмле лә булыуы менән айырылып тора”, – ти яҡташтары. Ауылдағы байрамдар, туйҙар һис ҡасан милли эсемлекһеҙ үтмәй. Мәзмүрә Ҡужина менән Әғниә Бикмырҙина яһаған буҙаны халыҡ айырыуса ярата.
Милли эсемлекте әҙерләүҙең төрлө ысулы бар. Уны һәр кем өлкәндәрҙән өйрәнгән рецепт буйынса яһай. Бер үк аҙыҡтан әҙерләнһә лә, эсемлектәр тәме буйынса һәр саҡ айырыла. Береһе ҡаймаҡ кеүек булһа, икенсеһе һыуһынды ҡандыра, өсөнсөһө әселеге менән күңелгә ята. Күрәһең, һәр буҙасының үҙ сере барҙыр. Әллә эсемлеккә оҫтабикәләрҙең күңел нуры ҡушыламы? Мәзмүрә инәй Ҡужинаның фекерен тыңлайыҡ.
– Буҙаны һолонан, шулай уҡ әҙер “Геркулес”тан да эшләйҙәр, – ти ул. – Уны тәүҙә табала йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Һолоно ҡаҙанда ҡыҙҙырып, төйөп алырға мөмкин. Унан ҡул тирмәнендә тартырға кәрәк. Элегерәк әсәйҙәр тап шулай эшләй торғайны.
Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙер буҙаны еңелерәк юл менән ҡоябыҙ. Ит турағыс аша үткәрелгән ярма онон алюмин һауытҡа һалып, әкрен утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алырға кәрәк. Уға әҙерәк һыйырҙың эс майын өҫтәп, бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. Аҙаҡ һөҙөргә кәрәк. Килеп сыҡҡан массаға йәнә бер аҙ май һалып, тағы ла йылы урынға ҡуябыҙ, даими болғатабыҙ. Эсемлек шулай әҙер була.
Буҙаның шифаһы хаҡында бик күп һөйләргә була. Ашҡаҙандың, бөйөр-бауырҙың, нервы системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта ул. Буҙа барыһын да уҙа, ти халыҡ. Ысынлап та, был эсемлек менән дуҫ кеше һаулығына зарланмай.
Балалар кинәт артҡас...
Урам тултырып уйнап йөрөгән балаларҙы күреп, өләсәй-олатайына ҡунаҡҡа килгән малай-ҡыҙҙарҙыр, тип уйлағайныҡ тәүҙә. Баҡтиһәң, уларҙың барыһы ла Күсемдән икән.
Әйтеүҙәренсә, бында мәктәпкәсә йәштәге 60-тан ашыу сабый бар. Ләкин, балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, ата-әсә әлегә кескәйҙәрҙе яҡын ятҡан ауылдарҙағы мәғариф учреждениеларына йөрөтә. Ауылдағы башланғыс мәктәптә барса уҡыусыға белем биреү мөмкинлеге юҡ, сөнки бина бәләкәй. Шуға ла ике автобус бүленгән, уларҙа балаларҙы башҡа мәктәптәргә йөрөтөп уҡыталар.
Был мәсьәләләр ауылда балаларҙың кинәт артыуына, йәғни йәш ғаиләләрҙең күплегенә бәйле. Һуңғы йылдарҙа Күсемдә төпләнеп ҡалғандар бихисап. Тик йәштәрҙән торған яңы урамдың барлыҡҡа килеүе – быға аныҡ дәлил. Халыҡ араһында эшһеҙлек мәсьәләһе бөтөнләй юҡ тиерлек. Күптәр эргәләге шифаханала, ял йорттарында хеҙмәт күрһәтә, бәғзеләр Магнитогорск ҡалаһында тир түгә.
Йәш ғаиләләрҙең береһе – Әлфиә менән Айбулат Әхтәмовтар – ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Йәш әсәнең эшкә сығырға теләге бар ҙа, тик сабыйҙарын кем менән ҡалдырырға белмәй. Ләйсән Билалова менән Альбина Ғәбитова ла шундай хәлдә.
– Ауылда йәшәүҙең ыңғай яҡтары бихисап, – ти улар. – Шуны аңлап, йәштәр йылдан-йыл күбәйә. Яңы балалар баҡсаһы төҙөлһә, көнкүрешебеҙ тағы ла йәмләнеп китер ине...
Ауылда, үрҙә телгә алынған башланғыс мәктәптән тыш, медпункт, клуб һәм Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың музейы бар. Барыһында бөтәһе алты кеше эшләй. Музейға (директоры – Ф.И. Билалова) былтыр “Еңеү салюты” республика конкурсында III дәрәжә диплом, күптән түгел иһә “Советтар Союзы Геройҙарының шәжәрәһе” төбәк бәйгеһендә гран-при тапшырылған. Рух мөйөшөнән йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй.
Йөрәктәрҙе телә
Афған уты
Афған яуын үткән Исмәғил Билаловтың тырышлығы менән районда “Һалдат һуғышты һайламай” тигән китап сыҡҡаны хаҡында хәбәрҙар инем. Бында автор менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Ауыл Советы депутаты, абруйлы ир-уҙаман китаптың яҙылыу тарихы тураһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Был һуғыштың ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған һалдаттар хаҡында китап яҙыу теләге күңелемдә күптән йөрөнө. 1999 йылда, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Афғанстандан сығарылғанына 10 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, ут-һыуҙы бергә кискән ҡайһы бер иптәштәрҙең арабыҙҙа булмауы йөрәкте әрнетте. Ҡан ҡойош эҙемтәһеҙ үтмәне бит: күптәр тыныс тормошта юл таба алмай интекте, Афған менән һаташты, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалғандар ҙа булды. Улар, гүйә, тарихты ҡәбергә алып китә, киләһе быуындар был яугирҙәрҙең кемлеген, ни өсөн һуғышҡанын да белмәй үҫәсәк... Ошондай уйҙар йөрәкте тетрәндерҙе. Өҫтәүенә бәғзе етәкселәр беҙгә ҡарата битарафлыҡ күрһәтә, мыҫҡыллы йылмая, тейешле дарыу йәки дауаланыу курсы алыу мөмкинлеге юҡ... Күптәрҙең ихтыяр көсөн һындырҙы бындай ҡараш. Тик бирешергә ярамай. Афғанда ятып ҡалған меңдәрсә һалдат, һәләк булған иптәштәребеҙ беҙҙе ғәфү итерме? Күңелебеҙ ғазап кисерәсәк бит. Ошолар хаҡында уйлап йөрөй торғас, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға ниәт иттем. Ул ваҡытта музейҙа эшләй инем, шуға тәүҙә Афған һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында альбом тупларға булдым. Ниәтемде хупланылар, тик үҙе тураһында бер егет кенә яҙып бирҙе. Эш туҡтап ҡалды.
Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылғанына 25 йыл тулыуҙы илдә киң билдәләнеләр. Районда ла ҙур саралар үтте. Форсаттан файҙаланып, хәрби комиссарға китап сығарырға теләгәнемде еткерҙем. Мөрәжәғәтем ихлас хупланды. Тиҙ арала фотограф Иштимер Йосопов менән яу ветерандарын фотоға төшөрҙөк. Китапҡа материал туплау еңелдән булманы: тән һәм йән яраһы төҙәлеп бөтмәгән яугирҙәрҙең күңеленә мәңгелеккә уйылған хәтирәләрен яңыртыу шул ҡәҙәр ауыр ине. Баҫмаға баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе лә индереп, уларҙың исемен мәңгеләштерергә ҡарар иттек. Мәрхүмдәр хаҡында яҡындары илай-илай һөйләгәндә түҙеп торғоһоҙ ауыр ине. Шулай ҙа башлаған эште ташламаным, уның кәрәкле булыуына көндән-көн нығыраҡ инандым.
Үкенмәйем: киләсәк быуынға аманат булырлыҡ матур йөкмәткеле китап донъя күрҙе. Матди ярҙам күрһәткәндәре өсөн район хакимиәтенә, яҡташыбыҙ Ишморат Ҡалдамановҡа ҙур рәхмәт!
Исмәғил Билаловтың фекеренсә, Афғанстан яуын үткән ветерандарҙың сәләмәтлеген ҡайғыртҡан, уларҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынып торған ҙур ойошма булдырыу кәрәк. Бәләкәйҙәре бар ул, әммә эшмәкәрлектәре киң ҡоласлы түгел.
Элекке нигеҙҙәр тергеҙелерме?
Йәшәгән ерҙе күркәмләндереү, төҙөкләндереү, рухи-әхлаҡи, мәҙәни, дини тәрбиәне нығытыу маҡсатында быйыл район хакимиәте, урындағы башҡорт ҡоролтайы, ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе “Сәләмәт ауыл-2016” конкурсын иғлан иткән. Башланғысты күсемдәр дәррәү хуплап ҡаршы алып, унда ҡатнашырға теләк белдергән.
– Улар берҙәм, татыу, дәртле булыуы менән айырылып тора, – ти Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Бадалова. – Һәр эште бергәләшеп, кәңәшләшеп башҡаралар. Ауыл Советы депутаты Исмәғил Билаловты, староста Йәмил Фәйезовты, клуб мөдире Зөлфирә Моратшина-Ҡарағужинаны төйәккә йән өрөүсе, дәрт өҫтәүсе тип атар инем. Герой вариҫтары данлы олаталарының исеменә тап төшөрмәй, уның юлын лайыҡлы дауам итә. Йәнә шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошонда тыуып үҫеп, әле ситтә йәшәгән Шамил Ғайсин, Ишҡол Ишбулдин, Алмас Әхтәмовтар ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ғөмүмән, “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатнашырға лайыҡлылар. Бәйге шарттарына ярашлы эшмәкәрлек элек-электән алып барыла бында. Айыҡ байрамдар, өмәләр үткәрелә, борондан килгән йолалар онотолмай, спорт ярыштары даими ойошторола. Әйткәндәй, ирҙәрҙең волейбол командаһы оҙаҡ йылдар инде районда алдынғылар сафында.
Үрҙә әйтелгәнсә, Күсемдә ситтән килгән кешеләр байтаҡ. Шул сәбәпле йорттар ҙа төрлө, бер-береһенә оҡшамаған. Тәҙрә йөҙлөгө ағастан һырланған ғәҙәти өйҙәр ҙә, тимер рәшәткәлеләр ҙә, ике ҡатлы коттедждар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта ташландыҡ ағас йорттарҙы ла осратырға мөмкин. Әле урамда йүгереп йөрөгән малай-шалай ошо иҫке нигеҙҙәрҙе тергеҙә алырмы? Ата-бабаһынан ҡалған ерҙә тамырҙарҙы дауам итеү мөмкинлеге булырмы?
“Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тигән һүҙҙәрҙе онотмаһын ине лә ситтән килгәндәр... Урамдан бер ниндәй ҡағиҙәгә буйһонмай сапҡан квадроциклдар, ҡаргиҙәрҙәр йонсотҡан ауыл халҡын. “Малыңды сығарыу ҙа ҡурҡыныс, – тип зарлана улар. – Тора-бара көтөү мәсьәләһе лә ауырлашыр инде”. Ни өсөн тигәндә, ғүмер буйы мал аҫрап, шуның көсөнә йәшәгән барыбер ауыл халҡын ситтән килгәндәр аңлап еткермәй.
Яратҡан шөғөл ялҡытмай
Халыҡ араһында ағастан һырлап төрлө әйбер яһаған, күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейем теккән оҫталар байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – Айсыуаҡ Арыҫланов. Ул ғүмер буйы колхозда эшләгән, аҙаҡ төрлө кәсепкә тотонған. Әммә ағастан һырлауға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бер ваҡытта ла һүнмәгән. Тәүҙә һандыҡ, ултырғыс яһап ҡараһа, тора-бара йорт кәрнизе, тәҙрә йөҙлөгө, ҡапҡаларға биҙәктәр эшләй башлаған. Хәҙер иһә ауылда был оҫтаның ҡулы теймәгән өй юҡ тиерлек. Һәр биҙәге үҙенсәлекле, сағыу.
Айсыуаҡ Урал улының ишек алдындағы оҫтаханаһында баш күтәрмәй эшләүе – ауылдаштары өсөн ғәҙәти хәл.
– Яратҡан шөғөл ялҡытмай, – ти ир-уҙаман. – Саҡ ҡына буш ваҡытым булдымы, оҫтаханаға ашҡынам. Бында күңел күтәрелә, дәрт арта. Заказ күп. Ауылдаштарыма арзанға эшләйем, башҡаларға иһә хаҡты бер аҙ күтәрәм.
Күсемдә тегеү хеҙмәте лә күрһәтелә. Йүнсел гүзәл зат вәкиле Сәбилә Зәйнуллина тәүҙә тәҙрә ҡорғандары, селтәрҙәр тәҡдим итһә, хәҙер милли кейем тегә. Уңған ҡатынды районда яҡшы беләләр. Тәүәккәл ханым ире менән бергә малсылыҡ йүнәлешендә лә эш башлаған.
* * *
Тәбиғәттең матурлығы, гүйә, урындағы халыҡтың күңеленә лә күскән. Йөҙө яҡты, кәйефе күтәренке күсемдәрҙең. Һәр кем үҙенсә донъя көтөргә тырыша, йәштәр йорт һала, сәңгелдәктә сабыйҙар бәүелә. Сабырлығына һоҡланырлыҡ, изге ғәмәлдәренән өлгө алырлыҡ, ихтыяр көсөнә хайран ҡалырлыҡ ауыл халҡының. Герой рухы йәшәй бындағы һәр йортта.