“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә төбәктәге медицина учреждениеларына 300 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән.Табиптар һаҡ булырға һәм тәнгә талпан ҡаҙалыуы асыҡланған осраҡта дауаханаға йәки травма пунктына кисекмәҫтән мөрәжәғәт итергә саҡыра. Был учреждениеларҙа бөжәкте тәнегеҙҙән алырға һәм иммуноглобулин ҡаҙарға тейештәр. Бындай сараны талпан ҡаҙалған мәлдән алып өс көндән дә һуңға ҡалмайынса күреү зарур. Баш ҡала һәм республика райондары халҡы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең түбәндәге лабораторияларында талпандың энцефалит менән сирләү-сирләмәүен асыҡлай ала:
1. Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7. Телефон: (347) 237-58-40. Эш ваҡыты: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 16 сәғәткә тиклем.
2. Үҙәктең Күмертау район-ара филиалы: Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 29. Телефон: (34761) 4-37-67. Эш ваҡыты: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 9-сы яртынан көндөҙгө 17 сәғәткә тиклем.
3. Үҙәктең Нефтекама район-ара филиалы: Нефтекама ҡалаһы, Социалистик урам, 10. Телефон: (34783) 4-43-24. Эш ваҡыты: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 16 сәғәткә тиклем, шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 12-гә тиклем.
4. Үҙәктең Бөрө район-ара филиалы: Бөрө ҡалаһы, Калинин урамы, 18. Телефон: (34784) 3-47-87. Эш ваҡыты: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 8-ҙән 17 сәғәт 42 минутҡа тиклем, шәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 16 сәғәткә тиклем.
5. Үҙәктең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революцион урам, 2а. Телефон: (34734) 3-64-44. Эш ваҡыты: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 9-ҙан 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем.
6. Үҙәктең Туймазы район-ара филиалы: Туймазы ҡалаһы, Урмансы Морозов урамы, 1. Телефондар: (34782) 7-45-66, 8-987-141-95-69. Эш ваҡыты дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 9-ҙан 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем, ял һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем.
7. Үҙәктең Октябрьский филиалы: Октябрьский ҡалаһы, Герцен урамы, 7. Телефон: (34767) 6-30-49. Эш ваҡыты: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклем.