Ҡәләмдәштәрҙең күркәм байрамы22.04.2016
Башҡортостан мариҙарының Нефтекама ҡалаһында сығып килгән “Чолман” (“Кама”) гәзитенә 25 йыл тулды.

Ошо байрам айҡанлы бөгөн ҡаланың мәҙәниәт һарайында күркәм сара ойошторола. Унда мари халҡының “Элнет”, “Юго”, “Акарт”, “Чорай кундем”, “Канде кава” фольклор ансамблдәре, шулай уҡ Татарстандан ҡунаҡтар, Башҡортостандың Мишкә, Бөрө, Шаран райондарынан сәхнә оҫталары ҡатнаша.
“Башҡортостан” гәзите исеменән хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас тәбрикләйбеҙ. Үткер ҡәләмегеҙҙән ҡалған юлдар Кама йылғаһылай оҙон булһын, күңелегеҙгә һәр саҡ илһам нуры тулһын, “Чолман”дар!


Вернуться назад