Фекер алышыу майҙаны13.03.2012
Гәзитебеҙ донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең фекер алышыу майҙанына әүерелә бара. Февралдә лә бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы хаттар редакцияға күп килде.
Берәүҙәр ҡыуанысы менән уртаҡлаша, икенселәр тирә-яҡтағы күренештәргә мөнәсәбәтен белдерә. Италияла йәшәгән милләттәшебеҙ Тәнзилә Кейекбаева изге төйәгенән ситтә лә “Ашҡаҙар” радиоһын тыңлауы, туған моңдар аша рухи кинәнес алыуы тураһында бәйән итте. Медицина фәндәре докторы Мәхмүзә Ғәйнуллинаның “Ҡайҙа һин, маҡталған башҡорт йыры?” тигән мәҡәләһе лә халыҡ араһында ҙур шаңдау тыуҙырҙы. Авторҙың уй-фекерҙәренә ҡарата хаттар килеүен дауам итә.
Уҡыусыларҙың гәзиттә донъя күргән мәҡәләләргә ҡарата битараф ҡалмауы һөйөндөрә. Был йәһәттән Әбйәлилдән Сәлих Әсәҙуллиндың “Ғәйеплене ситтән эҙләмәгеҙ” тигән мәҡәләһе иғтибарға лайыҡ. Әүҙем авторҙарыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ләлә Бейешева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Сәнә Сабирйәнова һәм башҡаларҙың публицистик яҙмалары уйланырға, һиҫкәнергә мәжбүр итмәй ҡалмағандыр. Бөрөнән Рияз Мәсәлимов, Әбйәлилдән Гөлшат Әхмәтҡужина, Бишбүләктән Әнүәр Сөләймәнов, Ырымбурҙан Ғәфүр Моратов, Баймаҡтан Рәшит Үтәев, Салауат районынан Зилә Ғәббәсова-Буранғолова, Учалынан Рәүеф Шаһиев даими яҙышып тора. Йәш авторҙарыбыҙ Баймаҡтан Гүзәл Иҫәнгилдинаның йәштәр тормошона, Ғафуриҙан Самат Ғәлиуллиндың донъялағы, илебеҙҙәге хәл-ваҡиғаларға ҡарата уйланыуҙары гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байыта төштө.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн ҡайһы берәүҙәр яратҡан гәзитен даими уҡып бара алмай. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Аҙнабай Йәноҙаҡов “Башҡортостан”ға яҙылып та, уның килмәүе, ә инде бушлай таратылған баҫмаларҙың подъезд тулып ятыуы хаҡында әсенеп яҙа. Шулай уҡ Шаран районы уҡытыусылары ла гәзит килмәүгә зарлана. Нимә был? Урындағы почта бүлексәләренең үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауымы, әллә халыҡтың ихтыяжын һанға һуҡмаумы?
Белеүебеҙсә, 2012 йыл республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы гәзитебеҙ “Ғаилә ҡото – тормош ҡото” тигән конкурс иғлан итте. Әйткәндәй, “Ватан тарихы – халыҡ тарихы”, “Ҡәләмгир”, “Районымдың ете мөғжизәһе” конкурстары ла дауам итә.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!