Милләттәр татыу йәшәһен22.04.2016
Республикабыҙ федераль ҡаҙнанан субсидия биреү өсөн айырым маҡсатлы төбәк программаларын һайлап алыу йомғаҡтары буйынса алдынғылар иҫәбенә инде. Был сара 2014 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарын этномәҙәни үҫтереү” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Федераль агентлыҡ йыл һайын айырым маҡсатлы төбәк программаларына федераль ҡаҙнанан төбәктәргә субсидия бирә. Был программалар ватансылыҡты нығытыуға йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарын ғәмәлгә ашырыуға, этномәҙәни үҫешкә булышлыҡ итеүҙе күҙаллай.
Йәмғеһе 68 төбәктең ғаризаһы ҡаралды һәм әһәмиәт күрһәткестәренә ҡарап, төбәк программаларының дөйөм рейтингы төҙөлдө. Федераль комиссияның эш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Севастополь ҡалаһы, Владимир һәм Свердловск өлкәләре менән тәүге дүрт төбәк иҫәбендә урын алды.
Республикабыҙҙа милли дәүләт сәйәсәте мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелә. Рәсәйҙең Милләттәр эше буйынса федераль агентлығы етәксеһе Игорь Баринов яңыраҡ Өфөгә килгәнендә Башҡортостанда этноконфессия өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон билдәләгәйне. “Күреүебеҙсә, кешеләр милли йәки дини үҙенсәлектәре буйынса бер ниндәй ҙә кәмһетеү һәм ҡыҫырыҡлау тойғоһо кисермәй. Был йәһәттән Башҡортостан күптәргә өлгө булырлыҡ”, — тине федераль чиновник.