Алдан иҫкәртелергә тейештәр22.04.2016
Төбәк парламентарийҙары Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһы Кодексына юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерҙе.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Наил Ғиззәтуллин белдереүенсә, һуңғы осорҙа юл билдәләре һәм һыҙаттарына ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡ йыш тыуа.
– Әгәр билдә һәм һыҙат, юл йүнәлеше үҙгәрә икән, был хаҡта водителдәрҙе 20 көн алдан иҫкәртергә кәрәк. Мәғлүмәт матбуғат саралары аша халыҡҡа еткерелергә тейеш, – ти ул.
Депутаттар әлеге пленар ултырыш мәлендә юл хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы ике закон ҡабул итте. Береһе водителдәр һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҡағылһа, икенсеһе такси автомобилдәренең төҫө үҙгәреүенә бәйле.
Былтыр апрелдән Башҡортостандағы такси хеҙмәттәренә өс төҫлө машинала хеҙмәтләндереү рөхсәт ителә ине. Бөгөн был закон ғәмәлдән сығарылды, сөнки иҡтисади яҡтан ауыр мәлдә закондар халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейеш. Такси төҫөнә бәйле хәҙер бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ.