Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, был бит башҡорт ҡыҙы!22.04.2016
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, был бит башҡорт ҡыҙы! Батырҙарға һәм һылыуҙарға бай данлыҡлы башҡорт ере. Егерме дүртенсе тапҡыр ойошторолған “Һылыуҡай” проекты ла быға бер дәлил булып тора. Йыл һайын конкурста республикабыҙҙың матур, зирәк, уңған һәм тәрбиәле һылыуҙары араһынан иң-иңен һайлап алалар.

Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Һылыуҡай-2016” республика телевизион бәйге­һенең финалы үтте. Быйылғы конкурста ун алты ҡыҙ үҙенең матурлығын, оҫталығын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы белеүен күрһәтте. Улар ара­һында республика район һәм ҡалалары вәкилдәре, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡала­лары һәм Силәбе өлкәһе си­бәр­ҙәре лә бар. Ҡыҙҙар күбәләктәй осоп бейене, киләсәккә булған ниәттәре, уй-хыялдары менән уртаҡ­лашты, башҡорт дизайнерҙа­рының яңы коллекцияһын тәҡдим итте. Тәүге тапҡыр конкурста “Хужабикә оҫта­лығы” туры ойошторолдо, Рәсәй киноһы йылына арналған һынау ҙа булды.
Еңеүсене һайлауы еңел булманы. Шулай ҙа бүтәндәр араһында Күгәрсен ра­йоны һылыуы Эльвира Ҡарамышева айырылып торҙо. Ул Гран-приға лайыҡ булды. Һылыуҡайға был бүләкте конкурстың жюри рәйесе – режиссер, РСФСР-ҙың атҡаҙан­ған, Башҡорт АССР-ының ха­лыҡ артисы, Салауат Юлаев исе­мен­дә­ге дәүләт, Ста­нис­лавский исемендә­ге халыҡ-ара премия­лар лауреаты Олег Ханов тапшыр­ҙы.
Эльвираға 18 йәш, ул Стәрлетамаҡ­­ ҡалаһында филолог һөнәрен үҙләш­терә. “Бәләкәй­­­ҙән ошо конкурста ҡатнашыу хаҡында хыяллан­­дым, — тине һылыуҡай. — Ике аҙна әҙерләндек. Һынауҙар минең өсөн артыҡ ауыр булманы”.
Беренсе урынға Өфө ҡыҙы Ләйсән Шаһисолтанова лайыҡ булды, ул шулай уҡ “Интернет гүзәле” номинацияһында ла еңеүсе тип табылды. Икенсе урынды Земфира Ҡотлоюлова (Федоровка районы) һәм Илнара Ниязғолова (Мәскәү) яуланы. Өсөн­сө урынды Дилара Хөсәйенова (Балаҡатай районы), Илзирә Сәфәрғәлина (Баймаҡ районы) һәм Алина Тайфурова (Межгорье ҡалаһы) бүлеште. Алина “Мисс Комсомольская правда” исеменә лә лайыҡ булды. Магнитогорск ҡалаһынан Лиана Яныбае­ваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының дипломы тапшырылды. Благовар районынан Роза Батыраева “Туған тел” каналының махсус при­зын алды.
Конкурс турҙары араһында “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, башҡорт эстрадаһы йырсылары Әлиә Хәзиева, Илнур Рамаҙанов, Сабина Кучаева, Таһир Әсәҙуллин менән Селестин Жульен, Сәғиҙулла Байегет, Ынйы Иҙелбаева һәм Ирина Фәхриева тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе.




Вернуться назад