Татыулыҡтың сере – әҙәп-әхлаҡта13.03.2012
Татыулыҡтың сере – әҙәп-әхлаҡта
Илдең бәрәкәте ғаиләнән башлана. Тәртип һәм татыулыҡ булмаған ерҙә игелекле балалар үҫеүе лә икеле. Республикабыҙ именлеге һәм киләсәге һау-сәләмәт, эшһөйәр балалар тәрбиәләүсе тырыш, булдыҡлы ғаиләләргә бәйле.
— Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың 2012 йылды Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеүе бик дөрөҫ. Балалар тәрбиәләүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк, — ти Шишмә-Үрәкәй ауылында 51 йыл бергә татыу ғүмер кисереп, бер ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән 72 йәшлек Рәзимә Исламғәли ҡыҙы менән 78 йәшлек Әхсән Йыһанур улы Миңлеғәлиевтәр. — Татыулыҡтың сере — әҙәп-әхлаҡта. Тик үҙенең тәрбиә ҡанундарын булдыра алғандар ғына, матур ғаилә ҡороп, тәрбиәле балалар үҫтереп, тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп үтә ала. Әйткәндәй, был донъя көткәндә бер-береңә юл ҡуя, етешһеҙлектәрҙе, хаталарҙы кисерә белеүгә лә ҡайтып ҡала.
11 ейән-ейәнсәренә һөйөклө олатай һәм өләсәй булған Миңлеғәлиевтәрҙең тормош тәжрибәһе ҙур. Ысынлап та, ғаилә татыу, ырыҫлы булғанда ғына йәшәүгә ынтылыш арта, киләсәк тә яҡтыраҡ һәм йәмлерәк тойола.
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.


Вернуться назад