Хеҙмәттәшлек үҫә20.04.2016
Күптән түгел Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты Ҡырғыҙстандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен ҡаршыланы. Ҡунаҡтар оператив-эҙләү сараларының махсус төрҙәре буйынса өҫтәмә һөнәри әҙерлек үтеү өсөн килгәйне.

Институт етәкселеге сит ил делегацияһын ихлас ҡабул итте. Осрашыуҙа уҡыу йорто етәксеһе, полиция генерал-майоры Фәим Баязит улы Мөхәмәтшин енәйәтселеккә ҡаршы көрәш өлкәһендә тәжрибә алмашыуҙың һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең әһәмиәтен билдәләне, Ҡырғыҙстан вәкилдәренә уҡыуҙа уңыштар теләне. Институттың сарала ҡатнашҡан структур подразделениелары етәкселәре уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сәфәр барышында шулай уҡ төрлө экскурсиялар ойошторолдо. Ҡырғыҙҙар үҙ төбәгенең бай тарихы хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, уҡыу тамамланғас, өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһын үҙләштереп, йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үткәндәргә квалификацияны күтәреү тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.




Вернуться назад